RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

01.11.2013 ҙур спорт тирәләй

«Медвешчак»ҡа аҡса булды ни, юҡ ни…
ҙур спорт тирәләйХоккей буйынса КХЛ беренселегенең 23-сө туры ла артта ҡалып бара.
Ике конференцияның да лидерҙары, үҙ дәғүәселәрен еңеп, юғары баҫҡыстан әлегә тиклем төшмәй килә. Шул уҡ СКА менән «Динамо» (Мәскәү), «Барыҫ» менән «Аҡ барс» алмаш-тилмәш мәрәйҙәр яулауын дауам итә. «Салауат Юлаев» хоккейсылары ла үҙ конференцияһында «Металлург» (Мг.) менән өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә. Әйтәйек, юлаевсылар ошо уҙған осрашыу­ҙа, Омски­ҙың мәрәйгә сарсаған «Авангард» командаһынан буллит серияһында ғына еңелеп, турнир таб­лицаһындағы позицияһын юғалтып торҙо. Ошо мөмкинлекте Магни­то­­горскиҙың «Металлург»ы ҡулынан ысҡындырманы. Улар «Югра»ны 5:2 иҫәбенә еңеп, өфөләрҙән бер мәрәйгә алға сыҡты. Тиҙлек алған Ҡаҙағстан уйынсылары «Нефтехимик»ҡа бер ҙә мөмкинлек бирмәй, уларҙы 5:1 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Быйылғы миҙгелдә электән аутсайдер исеменән арына алмаған «Автомобилист» клубы шөкөр итерлек һөҙөмтәгә ирешеп килә. Әле яңыраҡ ҡына улар «Трактор»ҙы 2:0 иҫәбенә еңеп, үҙ конференцияһында етенсе баҫҡысты биләй. Ҡаршы конференциянан КХЛ-да дебют яһаусы «Медвешчак»ҡа бар дәғүәселәр ҙә бер үк кеүек. Сөнки улар, финанс яғынан иң ярлы клуб булһа ла, 23 уйындан һуң 35 мәрәй менән бишенсе урында урынлашҡан. Украинаның «Донбасс» командаһы ла тотороҡло һөҙөмтәгә ирешә. Улар ҙа юғары – дүртенсе баҫҡыста.
Бөгөн өфөләр Көнсығыш конференцияһы лидерында ҡунаҡ буласаҡ.


Семен Варламов ҡулға алынған
НХЛ-дың «Колорадо» клубында уңышлы уйнаған ҡапҡасы Семен Варламов полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған.
Клуб етәкселеге әлегә комментарий­ҙарҙан баш тарта. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, Рәсәй йыйылма командаһының 25 йәшлек ҡапҡасыһы, йәнәһе, үҙен ниндәйҙер ғәйептә танып, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Рәсәй кубогы түбәндәгеләргә кәрәк, буғай…
Футбол буйынса Рәсәй кубогының 1/16 финалы уҙҙы.
Һәр ваҡыттағыса, уның әһәмиәте бөтә барып, хәҙер Премьер-лига клубтары хатта икенсе дивизион командаларына ҡаршы тора алмай. Дөрөҫөрәге, торғолары килмәй. Бына әле лә «Төмән» командаһы Рәсәй чемпионы булған «Зенит» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. «Рубин» беренсе дивизиондың «Луч-Энергия»һына 2:4 иҫәбенә отолдо. «Спартак» көскә ‒ «Шинник» футболсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, киләһе турға сыҡты. Мәскәүҙең «Динамо»һы «Зенит»тың юлын һайланы. Улар ҙа кубок бәйгеһенән төшөп ҡалды. «Локо­мотив»ҡа юлды «Ротор» быуҙы. Әгәр хәтерләһәгеҙ, бынан бер-ике йыл элек беҙҙең Учалы ҡалаһының «Горняк» уйынсылары шул уҡ «Локомотив»ты бәйгенән төшөрөп ҡалдырғайны.

Европа чемпионына һынау үтте

17 йәшлек үҫмер футболсылар араһында донъя беренселегендә Рәсәй командаһы башта Японияға 1:2, һуңынан Тунис малайҙарына 0:1 иҫәбенә отолоп, хәлен мөшкөләйткәйне.
Һуңғы өсөнсө төркөм бәйгеһендә улар Венесуэла командаһын 4:0 иҫәбенә еңеп, уйламағанда сирекфиналға сыҡты. Европа чемпионына һынауҙы Бразилияның буласаҡ виртуоздары бирҙе. Улар Рәсәйҙе 3:1 иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡтылар..

Яйлап Премьер-лигаға табан
Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең беренсе дивизион командаларына чемпионаттың ярты юлын тамамлар өсөн дүрт тур ҡалды.
Лидерҙар рәтенә яҡынлашҡан «Өфө» клубы «Балтика» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, мәрәйҙәр бүлеште. һуңынан улар «Луч-Энергия», «Салют», «Ротор» һәм Мәскәүҙең «Торпедо»һы менән йылды тамамлаясаҡ. Әлеге мәлдә «Өфө»ләр, 19 уйындан һуң 31 мәрәй яулап, өсөнсө-дүртенсе урынды бүлешеүсе команданан өс мәрәйгә ҡалыша. Юғарыла «Мордовия» футболсылары килә. Улар иҫәбендә – 43 мәрәй. «Алания» уларҙан өс мәрәйгә артта.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына