RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

04.10.2013 ҙур спорт тирәләй

Өс мәрәйҙән баш тарттылар...
Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы туры үтте.
Көнсығыш конференцияһының лидеры – "Барыҫ" хоккейсылары был юлы "Спартак"ты 4:3 иҫәбенә еңеп, йәнә көслөлөгөн иҫбатланы. Ә бына "Салауат Юлаев" Түбәнге Камала урындағы "Нефтехимик"ты 3:0 иҫәбенә еңә килеп, өҫтөнлөгөн юғалтып ҡына ҡалманы, ә овертаймда күршеләрҙән еңелеп ҡуйҙы. Ғөмүмән, хужалар үҙҙәренең тырышлығы һәм ысын мәғәнәһендә физик йәһәттән ныҡышмалылығын күрһәтеп, өфөләргә көрәш дәресе бирҙе.
Миҙгел башында "Авангад" командаһының дилбегәһен үҙ ҡулына алған билдәле белгес Милош Ржига ла әлегә бер ни ҡыла алмай. Улар инде етенсе уйын рәттән еңеү бәхетен кисергәне юҡ. Был юлы КХЛ дебютанты – Хорватияның "Медвешчак" клубынан мәсхәрәле рәүештә 4:0 иҫәбенә еңелделәр. Украинаның "Донбасс"ы хайран ҡалдыра. Ул хәҙер үҙ конференцияһында лидерҙар рәтенә һыйынды. Төплөрәк мәғлүмәт биреү өсөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа 3 октябргә ҡарата ике конференцияның турнир таблицаһын тәҡдим итәбеҙ.

Көнсығыш конференцияһы

У Е-ү Ов.т. Е-леү Ов.т. Ш. М.
е-ү е-леү
1. ”Барыҫ” 11 9 0 2 0 55-29 27
2. ”Аҡ барс” 12 7 2 2 1 30-18 26
3. ”Металлург” (Мг.) 10 6 1 3 0 33-23 20
4. ”Торпедо” 11 6 0 3 2 31-20 20
5. ”Салауат Юлаев” 11 5 1 2 3 31-29 20
6. ”Нефтехимик” 10 5 2 4 0 35-28 19
7. ”Югра” 11 5 0 6 0 24-27 15
8. ”Себер” 10 4 1 4 1 25-25 15

9. ”Трактор” 10 4 1 4 1 22-27 15
10. ”Адмирал” 10 2 2 4 2 25-29 12
11. ”Автомобилист” 11 2 2 6 1 20-33 11
12. ”Авангард” 11 2 1 7 1 22-47 9
13. ”Металлург” (Нк.) 10 2 0 6 2 21-34 8
14. ”Амур” 10 1 1 5 3 19-36 8

Көнбайыш конференцияһы

У Е-ү Ов.т. Е-леү Ов.т. Ш. М.
е-ү е-леү
1. СКА 12 8 1 2 1 49-27 27
2. ”Динамо” (Мәскәү) 12 8 0 3 1 37-27 25
3. ”Донбасс” 12 6 2 4 0 36-25 22
4. ”Динамо” (Рига) 12 6 1 4 1 32-22 21
5. ”Лев” 11 5 2 3 1 33-26 20
6. ”Медвежчак” 13 5 1 4 3 34-34 20
7. ”Спартак” 12 4 3 4 1 30-26 19
8. ЦСКА 12 4 3 5 0 30-28 18

9. ”Витязь” 12 4 0 7 1 26-35 13
10. ”Локомотив” 11 3 1 5 2 24-30 13
11. ”Северсталь” 11 3 1 5 2 24-35 13
12. ”Атлант” 11 3 1 6 1 24-30 12
13. ”Динамо” (Минск) 11 3 0 7 1 20-31 10
14. ”Слован” 11 2 2 7 0 22-33 10

"Өфө" лидерҙарға яҡыная

"Өфө" футбол командаһы сираттағы уйынын ситтә уҙғарҙы.
"Химик" уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, турнирҙағы хәлен бер аҙ яҡшыртты. Хәҙер беҙҙекеләр иҫәбендә – 26 мәрәй һәм дүртенсе урын. Башҡортостан клубы лидерҙан иһә алты мәрәйгә ҡалыша.

Икеһенә дүрт мәрәй

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының икенсе туры үтте.
"Зенит" командаһы үҙенән күпкә көсһөҙөрәк Австрияның "Аустрия" клубы менән 0:0 иҫәбенә уйнап, кәрәкле мәрәйен юғалтты. ЦСКА ла үҙ төркөмөндә Чехияның "Виктория" командаһын көскә 3:2 иҫәбенә еңде.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына