RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

27.09.2013 ҙур спорт тирәләй

Ружичкаға составта урын юҡ
ҙур спорт тирәләй«Салауат Юлаев» командаһы һөжүмсеһе, Слова­кия легионеры Штефан Ружичка һөҙөмтәһеҙ уйнағаны өсөн клубтан китеүе ихтимал.
Ружичкаға ҡарата КХЛ-дың башҡа командалары ҡыҙыҡ­һыныу белдермәгәс, уны әлегә Нефтека­маның «То­рос»ы­на ебәреп торҙолар. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһының элекке билдәле уйынсыһы Сергей Зиновьевҡа ҡарата ла клубтың мөнәсәбәте үҙгәрә имеш, тигән хәбәр таралғайны. Юҡ, ул һүҙҙәр дөрөҫкә сыҡманы.

«Толпар» бер генә мәрәйгә ҡалыша
Йәштәр хоккей лигаһында уйнаусы Өфөнөң «Толпар» командаһы беренселекте уңышлы башлап, әлегә лидерҙар төркөмөндә урын алды.
Улар, һигеҙ уйында бары бер генә тапҡыр еңелеү кисереп, йәмғеһе 20 мәрәй менән турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында килә. Иртәгә Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре Төмәндә урындағы «Тюменский легион» үҫмерҙәре менән осрашасаҡ. Төмән клубы, ошо көнгә 13 мәрәй яулап, 16-сы урында.

«Торос» яйлап башланы...
Хоккей буйынса юғары лиганың ике миҙгел рәттән еңеүсеһе, Нефтекаманың «Торос» командаһы, алты осрашыуҙан һуң 10 мәрәй яулап, турнир таблицаһында – етенсе.
һуңғы уйында улар «Дизель» хоккейсыларынан буллит серияһында ғына өҫтөнлөк итте. Бөгөн Руслан Сөләймәновтың командаһы Мәскәү өлкәһенең «Динамо» клубын үҙендә ҡабул итәсәк.

Жердевҡа айырым шарттар ҡуйылған...
Рәсәй йыйылма командаһының билдәле һөжүмсеһе, быға тиклем СКА, «Атлант» һәм «Лев» хоккей клубтары өсөн сығыш яһаған Николай Жердев бөгөндән «Спартак»та уйнаясаҡ .
Николай миҙгел алдынан Прага клубы менән килешеү төҙөп тә өлгөрмәне, уртак фекергә килә алмай, контрактын өҙгәйне. КХЛ-дың ҡиммәтле һәм дә үҙ характерлы уйынсыһы, ниһайәт, урынлы булды. «Спартак»тың баш тренеры әйтеүенсә, әгәр ҙә мәгәр Жердев бында ла ғауға ҡуптарһа, унан баш тартасаҡтар.

«Өфө» – уртансылар рәтендә
Юғары лигала сығыш яһаған «Өфө» футбол командаһы, 14 осрашыуҙан һуң 23 мәрәй яулап, турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысын биләй.
Уҙған турҙа улар Ярославль ҡалаһының «Шинник» клубын 2:1 иҫәбенә еңгәйне. Киләһе уйынын беҙҙекеләр турнир таблицаһында йәнәш килеүсе «Химик» футболсылары менән уның майҙанында 1 октябрҙә үткәрәсәк.
Ә инде лидер – «Мордовия» (29 мәрәй). «Алания» унан бер мәрәйгә ҡалышһа, өсөнсө-дүртенсе урынды, 26-шар мәрәй яулап, «Арсенал» менән «СКА-Энергия» командалары бүлешә.

Премьер-лигала – ике лидер
Премьер-лига командалары Рәсәй беренселегенең унынсы турын уҙғарҙы.
Чемпионат лидеры «Спартак» футболсылары «Краснодар» клубын 3:2 иҫәбенә еңһә, «Зенит» «Крылья Советов» уйынсыларын 4:1 иҫәбенә ҡыйратып, икәүһе 23-шәр мәрәй менән 1 – 2-се урындарҙы бүлешә. Ә бына ЦСКА беренселек аутсайдерының береһе «Анжи» менән 0:0 иҫәбенә уйнап, хәҙәр лидерҙарҙан ике мәрәйгә ҡалыша. Ҡазандың «Рубин»ы быйыл үҙ уйынын таба алмай йонсой. Улар 12 мәрәй менән – туғыҙынсы. Аҫта – «Терек» (3 мәрәй), «Томь» иҫәбендә 4 һәм «Анжи»ныҡы 5 мәрәй.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына