RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

05.09.2013 ҙур спорт тирәләй

«Мордовия»нан һуң күтәрелә алмай йонсой…

Футбол буйынса Рәсәй кубогының 1/32 финалында «Өфө» командаһы Түбәнге Каманың «Нефтехимик» клубын ҡабул итте.
Майҙан хужалары ҡайһы ваҡыт дәғүәсеһенән өҫтөнлөк итһә лә, һөҙөмтәгә ирешә алманы. Төп ваҡытта еңеүсе асыҡланмағас, өҫтәмә таймда ҡунаҡтар уңышҡа иреште һәм төп приз өсөн юлын дауам итте. Ә инде «Өфө» футболсылары был юлы ла тәүге стадияны үтә алмай, бәйгене ситтән күҙәтергә мәжбүр. Ғөмүмән, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре беренселек лидеры – «Мордовия»ны 3:0 иҫәбенә отҡас, хәҙер инде һуңғы өс тур дәғүәселәренән «ҡоро» иҫәпкә еңелә. Хәҙер улар турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысына төштө. Кисә «Өфө» командаһы «Енисей» менән осрашты.

КХЛ миҙгеленә күтәренке кәйеф менән

«Салауат Юлаев» командаһы миҙгел ал­дынан Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир ойоштороп, уның еңеүсеһе булды.
Улар финалда Омски­ҙың «Авангард» хоккейсыларын 4:3 иҫәбенә отоп, ошо уңышҡа иреште. Бәйге ваҡытында Владимир Юрзи­новтың тәрбиәләнеүселәре башта Чехияның «Энергия» клубын – 6:3, «Авангард»ты буллитта – 3:2, «Металлург» (Нк.) уйынсыларын өҫтәмә ваҡытта 6:5 һәм «Авангард»ты 4:3 иҫәбенә еңеп, КХЛ миҙгеленә күтәренке кәйефтә сығасаҡ. Икенсе урында «Авангард» булһа, өсөнсөлә – Новокузнецк ҡунаҡтары. Турнирҙың иң яҡшы һөжүмсеһе булып юлаевсыларға Финляндиянан яңы килгән хоккейсы Тму Хартикайнен билдәләнде. Шулай уҡ быйыл ҡабаттан өфөләргә күскән һөжүмсе Дмитрий Макаров та яҡшы бомбардир исеменә лайыҡ булды. Бәйге еңеүсеһенә аҡсалата 1 млн һум премия бүленһә, «Авангард» клубы – 700 мең, «Металлург» 500 мең һумға байыны.

«Томь»ға Премьер-лигала урын юҡ

Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командалары етенсе турын уҙғар­ҙы. Чемпионат лидеры – ЦСКА футболсылары Пермдең «Амкар» футболсыларын ҡабул итеп, уларҙы 2:1 иҫәбенә еңде һәм позицияһын һаҡлап ҡалды.
Шулай уҡ «Спартак» менән «Зенит» та, өсәр мәрәй яулап, лидерҙан өсәр мәрәйгә ҡалыша. «Спартак», чемпионат аутсайдеры «Томь» клубынан 2:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итһә, «Зенит» осрашыуҙың һуңғы минуттарында «Локомотив»тан еңеүҙе тартып алды. Иҫәп – 2:1. Ә лидерҙар рәтендә килгән «Ростов» командаһы «Динамо» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, 14 мәрәйе менән 2 – 4-се урындарҙы бүлешә. Тренеры менән бергә ҡиммәтле уйынсыларынан баш тартҡан «Анжи» һаман да уйынын таба алмай ыҙалана. Был юлы ул турнирҙашы – «Терек» менән еңеүсеһен асыҡлай алмай, мәрәйҙәр бүлеште. Әлегә бер «Томь» ғына бөтөнләй мәрәйһеҙ ҡала.

Азат МӘсәлимов йәнә беренсе!

Яңыраҡ Ҡаҙағстанда дельтаплан спорты буйынса халыҡ-ара турнир булып үтте.
Башҡортостандың билдәле дельтаплансыһы, алты тапҡыр Рәсәй чемпионы, донъя беренселеге призеры, яҡташыбыҙ Азат Мәсәлимов йәнә юғары уңышҡа ирешеп, беренсе урынды яуланы.

Капелло Рәсәй командаһына ышана

Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Фабио Капелло тәрбиәләнеүселәренә ышаныс белдереп, уларҙың киләсәктә донъя беренселегенә һайлап алыу төркөм бәйгеһендә беренсе урын алыуына өмөтләнә.
– Мин Рәсәй футболсыларының мөмкинлеген беләм һәм оҙаҡламай буласаҡ төркөм осрашыуҙарында улар кәрәкле һөҙөмтәгә ирешәсәк.
Бөгөн Рәсәй командаһы төркөмдәш Люксембург уйынсыларын ҡабул итһә, 10 сентябрҙә Израилгә һынау тотасаҡ.

Алдонин «Волга»ны кисергә булды…

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының элекке капитаны, ЦСКА-ның ярым­һаҡсыһы Евгений Алдонин бөгөндән Түбәнге Новгородтың «Волга» клубы өсөн сығыш яһаясаҡ.
Быға тиклем ике тапҡыр Рәсәй беренселеге чемпионы, УЕФА кубогын яулаусы «Мордовия»ла арендала була. 33 йәшлек спортсы 20 һаны аҫтында «Волга» менән килешеү төҙөнө.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына