RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

23.08.2013 ҙур спорт тирәләй

Өфө «Мордовия»ны 3:0 иҫәбенә ҡыйратты
ҙур спорт тирәләй
Футбол буйынса юғары лига командаларының үҙәк уйынында чемпионат лидерҙарының береһе, Саранск ҡалаһының «Мордовия» клубы Өфөлә урындағы «Өфө» футболсылары менән осрашты.
Премьер-лигала уйнап, тәжрибә туп­лаған ҡунаҡтар майҙан хужаларына ҡаршылыҡ күр­һәтә алмай, тулы­һынса еңелергә мәжбүр булды. Тәүге таймдың етен­се минутында «Өфө» һөжүмсеһе Антон Заболотный иҫәпте асыуға өлгәшһә, һуңынан 20 минут үтеүгә «Мордовия»нан «Өфө»гә килгән Евгений Осипов өҫтөнлөктө икегә еткерә. Өсөнсө еңеү тубы – Николай Жиляев иҫәбендә.
Шулай итеп, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре, һигеҙ уйындан һуң 16 мәрәй яулап, турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында урын алды. Юғарыла – «Арсенал» (23 мәрәй) «Мордовия» – икенсе (18 мәрәй), «Алания» (17 мәрәй) өсөнсөлә. Бөгөн «Өфө»ләр Санкт-Петербургта «Динамо» клубы менән уйнай.

«Ростов» – өҫтә, «Томь» аҫта…

Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командалары ла үҙенең бишенсе турын уҙғарҙы.
Чемпионат лидеры «Спартак» футболсылары үҙендә «Рубин» менән 0:0 иҫәбенә уйнап, позицияһын юғалта төштө. Һәм быны ЦСКА клубы ваҡытында файҙаланды. Улар «Кубань» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отоп, мәрәйҙәр һаны буйынса «Спартак» менән тиңләште. Ә бына «Ростов» командаһы беренселек дебютанты ‒– «Волга»ны 4:0 иҫәбенә ҡыйратып, 13 мәрәй менән алға сыҡты. Хәҙер улар «Спартак» менән ЦСКА-нан ике мәрәйгә өҫтөнлөк итә. «Зенит» менән «Локомотив» та хәлен яҡшырта алды. Тәүгеһе «яраланған» «Анжи» футболсыларын 3:0 иҫәбенә еңһә, тимер юлсылар Грозныйҙан өс мәрәй менән ҡайтты. Улар иҫәбендә – 10-ар мәрәй. Әлегә бер «Томь» клубы ғына мәрәй­һеҙ йонсой. Был юлы ла улар «Крылья Советов»ҡа ҡаршы бер ни ҡыла алманы.

«Салауат Юлаев»
һынау тотоп ҡайтты

«Салауат Юлаев» командаһы сираттағы миҙгелгә әҙерлек эштәрен дауам итеп, Чехияла урындағы турнирҙа ҡатнашып, үҙен һынап ҡараны.
Улар башта бәйге хужаһы – «Лев» клубы менән осрашып, улар­ға 1:0 иҫәбенә отолһа, һуңынан «Аҡ барс» хоккейсыларына 6:1 иҫәбенә еңелә. Һуңғы осрашыуҙа Риганың «Динамо»һын көскә 1:0 иҫәбенә отоп, турнирҙың өсөнсө урыны өсөн шул уҡ «Динамо» клубы менән һынау тота. Был юлы ла өҫтөнлөк өфөләр яғында була һәм улар өсөнсө урын яулай. Ошо турнирҙан һуң ҡайһы бер үҙәк матбуғат саралары өфөләрҙең ҡапҡа линияһындағы проблеманы күтәреп, йәнәһе клуб етәкселеге төп ҡапҡасы Ирро Тарки менән бәйләнеште өҙә тип һүҙ сығарҙы. Дөрөҫ хәбәр түгел, сөнки команда уға ышана һәм киләсәктә ул уйнаясаҡ тип белдерҙе юлаевсылар командаһы етәкселеге.
Өс көндән Өфөлә йыл да әүҙем үткәрелгән Башҡортостан Президенты кубогына турнир башланасаҡ. Унда «Авангард» (Омск), «Атлант» (Мәскәү өлкәһе), «Металлург» (Новокузнецк) һәм Чехиянан «Энергия» клубы ҡатнашасаҡ. Дүшәмбелә юлаевсылар «Энергия» менән уйнаясаҡ.


Рәсәй еңел атлеттары – беренсе

Мәскәүҙә уҙған еңел атлетика бу­йынса донъя бе­ренселегендә Рә­сәй йыйылма ко­мандаһы дөйөм күрһәткес буйынса беренсе урын­ға сығып, үҙ тарихында икенсе тапҡыр ошондай уңышҡа өлгәште.
Һуңғы тапҡыр улар 2001 йылда 5 алтын, 7 көмөш һәм 6 бронза миҙал яулағайны. Һәм хәҙер 7 алтын, 4 көмөш һәм 6 бронза миҙалға эйә булдылар. Икенсе урында – беҙҙең төп дәғүәсебеҙ АҠШ спортсылары. Улар иҫәбендә – 6 алтын, 14 көмөш, 5 бронза. Өсөнсөлә – Ямайканың еңел атлеттары (6 алтын, 2 көмөш, 1 бронза).
Рәсәй командаһынан юғары баһаға спорт атлауынан Александр Иванов менән Елена Лашманова, оҙонлоҡҡа һикереүҙә Александр Миньков, бейеклеккә һикереүҙә Светлана Школина, ҡолға менән бейеклеккә һикереүҙә Елена Иҫәнбаева, молотты алыҫҡа ырғытыуҙа Татьяна Лысенко һәм ҡыҙҙар эстафета командаһы (Юлия Гущина, Татьяна Фирова, Ксения Рыжова, Антонина Кривошапка) лайыҡ булды.
Киләһе чемпионат ике йылдан һуң Ҡытайҙа үтәсәк.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына