RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

16.08.2013 ҙур спорт тирәләй

Өҫтөнлөгө кәмей бара
ҙур спорт тирәләй
Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы буласаҡ донъя беренселегенең һайлап алыу төркөм осрашыуын үткәр­ҙе.
Улар Төньяҡ Ирлан­дияның урындағы йыйылма командаһы менән осрашты. Үкенескә күрә, донъя рейтингы буйынса Рәсәй футболсыларынан күпкә артта булған хужалар, дәғүәсеһенә үҙ уйынын бәйләп, уларҙы 1:0 иҫәбенә отто. Төркөм бәйгеһе башланыуы менән уңышлы старт алған беҙҙең команда һуңғы ике осрашыуҙа еңелеп, булған ғына өҫтөнлөгөн юғалтып бара. Хәҙер Фабио Капеллоның тәрбиәләнеүселәренә донъя чемпионатына тура сығыу өсөн ҡалған уйындарҙа тик еңеү генә кәрәк буласаҡ. Киләсәктә улар төркөмдәше – Люксембург командаһы менән ике тапҡыр һәм Израиль менән Әзербайжан командалары менән берәр осрашыу үткәрәсәк. Әлегә турнир таблицаһы былай:


«Ғ» төркөмө У. Е-ү Т. и Е-леү Т. М.

1. Португалия 7 4 2 1 12 – 6 14
2. Рәсәй 6 4 0 2 8 – 2 12
3. Израиль 6 3 2 1 15 – 8 11
4. Төньяҡ Ирландия 6 1 3 2 4 – 7 6
5. Әзербайжан 7 0 4 3 3 – 9 4
6. Люксембург 6 0 3 3 3 – 13 3

Дебютант лидерлығын нығыта төштө

«Өфө» футболсылары Рәсәй беренселегенең етенсе турын ситтә уҙғарҙы.
Улар чемпионат лидеры – Туланың «Арсенал» командаһы менән уйнаны. Хужалар быға тиклем еңелеү белмәй килеп, был юлы ла ҡунаҡтарға мәрәй бирмәне. Тәүге осорҙоң урталарында пенальтиға хоҡуҡ яулап, уны оҫта файҙалана һәм лидерлыҡ позицияһын нығыта төшә. Ғөмүмән, «Арсенал» клубы, дебютант булыуына ҡарамаҫтан, һигеҙ осрашыуҙан һуң 20 мәрәй яулап, икенсе урында килеүсе «Мордовия»нан ике мәрәйгә өҫтөнлөк итә. «Өфө»ләр иһә 13 мәрәй менән «Газовик» менән 4 – 5-се урындарҙы бүлешә.
Киләһе осрашыуын «Өфө» уйынсылары 18 августа үҙендә «Мордовия» командаһы менән уҙғарасаҡ.

Пляж футболынан Рәсәй – беренсе

Пляж футболынан Рәсәй футболсыларына етеүсе юҡ.
Әле яңыраҡ Испа­нияла Евролиганың суперфиналында илебеҙҙең йыйылма командаһы Порту­галияны 8:3 иҫәбенә ҡыйратып, төп призды яуланы. Был инде һуңғы биш йыл эсендә өсөнсө ҙур еңеү булып һанала. Быға тиклем улар ошо уҡ уңышҡа 2009 һәм 2011 йылдарҙа ирешкәйне.

Африка йүгеректәрен башҡорттар ҙа ҡыуып етә алманы…

Мәскәүҙә барған еңел атлетика буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан спортсыһы Гөлшат Фаз­летдинова 10 саҡрым араға ярышты.
Ошо дистанция буйынса быйыл­ғы Рәсәй чемпионы Африка йүгеректәренән ҡала финишҡа тик 17-се булып килде. Тәүге өс урынды ике Эфиопия вәкиле һәм бер Кения ҡыҙы алды.


Йәйәүлеләр алдыра

Мәскәүҙә барған еңел атлетика буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы өс алтын, ике көмөш һәм ике бронза миҙал яулап, әлегә дөйөм икенсе күрһәткескә өлгәште.
Юғарыла – АҠШ спортсылары. Улар бер «алтын»ға күберәк яулаған. Рәсәй еңел атлеттарынан спорт атлауынан Алек­сандр Иванов менән Елена Лаш­манова һәм ҡолға ме­нән бейеклеккә һикереүсе билдәле спортсы Елена Иҫән­баева юғары уңышҡа иреш­те. Ғөмүмән, спорт атлауынан беҙҙекеләргә ғорурланырға була. Улар «алтын»дан тыш, ике көмөш миҙалға ла лайыҡ булды.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына