RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй студенттары киләсәккә өмөт уята

19.07.2013 Рәсәй студенттары киләсәккә өмөт уята

Рәсәй студенттары киләсәккә өмөт уятаШулай итеп, шау-гөр килеп сираттағы йәйге Универсиада ла үтеп китте. Рәсәй йыйылма командаһы 155 алтын, 75 көмөш һәм 62 бронза миҙал яулап, рекорд ҡуйҙы. Миҙал һаны буйынса икенсе урында – Ҡытай студенттары. Улар иҫәбендә – 77 (26 – 29 – 22) миҙал. Япондар – өсөнсө, 84 миҙал (24 – 28 – 32).
Бынан ике йыл элек Ҡытайҙа уҙған Универсиадала бәйге хужалары, 75 алтын, 39 көмөш һәм 31 бронза миҙал яулап, беренсе урын яулағайны. Рәсәй студенттары 113 (35 алтын, 38 көмөш, 40 бронза) миҙал менән дөйөм икенсе урын­ға сыҡты. Әлбиттә, күптәр Ҡазанға төп составын килтермәй, күберәк йәштәргә баҫым яһаны. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй спортының киләсәге ышаныслы тип уйларға була. Ҡазан эстафетаны Көньяҡ Корея Рес­публикаһына тапшырҙы.
Башҡортостандан Рәсәй йыйылма командаһы составында байтаҡ ҡына спортсы һынау тотто. Шуларҙың туғыҙы миҙалға лайыҡ булды. Фехтование буйынса команда беренселегендә Артур Әхмәтҡужин менән Реналь Ғәниев Рәсәй командаһы составында алтын миҙал яуланы. Кәмәлә ишкәк менән ишеүҙә 1000 метр араға Илья Первухин иптәше менән юғары баҫҡысҡа күтәрелһә, шул уҡ дисциплинанан 500 метр араға ярышыуҙа дүрт урынлы кәмә составында Александр Сергеев финишҡа беренсе килде.
Волейболдан Анна Малова менән Анастасия Шляховая, Рәсәй йыйылма командаһы составында финалда Бразилия һылыуҙарын еңеп, Универсиада чемпионы булды. Вера Сабитова менән Анастасия Сергеева дүрт урынлы кәмәлә команда составында 200 метр араны икенсе килеп, көмөш миҙалға лайыҡ булдылар. Дмитрий Гудимов ике урынлы кәмәлә 500 метр араны өсөнсө ваҡыт менән үтте.
Ҡалған спортсыларыбыҙ ҙа әллә ни һынатманы. Ауыр атлетиканан Диана Әхмәтова дөйөм күрһәткәс буйынса дүртенсе урынға сыҡһа, еңел атлетиканан Егор Николаевҡа призерҙар исемлегенә инер өсөн бер аҙым етмәне. 5000 метр араға йүгереүҙә Андрей Сафронов етенсе булды. Шулай уҡ йөҙөүҙән Антон Анчин да финишта етенсе ваҡыт күрһәтте. Көмөш миҙал призеры Вера Сабитоваға кәмәлә ишеүҙә шәхси беренселектә тағы бер миҙал алыр өсөн саҡ ҡына бәхет йылмайманы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына