НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рәсәй студенттары икенсе йөҙгә аяҡ баҫты

Рәсәй студенттары икенсе йөҙгә аяҡ баҫты


йәки Дөйөм алғанда, яҡташтарыбыҙ башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн…
Рәсәй  студенттары икенсе  йөҙгә аяҡ баҫты
Ҡазанда бөтә донъя студенттарының ХХVII Йәйге Универсиадаһы бишенсе ярыш көнөн дә тамамланы.
164 илдән килгән йәш спортсылар 17 июлгә тиклем үҙ-ара кемдең кемлеген асыҡлаясаҡ. Әлеге көндә Рәсәй атлеттарына етеүсе юҡ. Улар, 62 алтын, 28 көмөш һәм 27 бронза миҙал яулап, әле үк беренселекте байрам итһә лә була. Сөнки беҙҙекеләрҙән күпкә артта килеүсе Япония, Ҡытай һәм Корея спортсылары ни бары 7-шәр генә тапҡыр юғары подиумға күтәрелде. Ә инде, Ҡытайҙан ҡала, һәр ваҡыт төп дәғүәсебеҙ булып һаналған АҠШ атлеттары өс кенә алтын миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһы уҙған ике көндә 43 тапҡыр күккә сөйөлөп, барыһын да хайран итте. Төп команда составында Башҡортостан вәкилдәре лә һынатмай. Әйтәйек, еңел атлетика буйынса 5000 метр араға йүгереүҙә яҡташтарыбыҙ Андрей Сафронов менән Әлфиә Мөрәсова финалға сығып, төп награда өсөн көрәшәсәк. Шулай уҡ волейбол командаһы составында сығыш яһаған Анна Малова дөйөм еңеүгә тос өлөш индереп, хәҙер улар өс уйын рәттән еңелеү белгәне юҡ. Белореттан еңел атлет Егор Николаев 1500 метр араға йүгереүҙә, Африка спортсыһынан 0,08 секундҡа ғына ҡалышып, дүртенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Шулай уҡ ауыр атлетиканан 63 килограмға тиклем Диана Әхмәтоваға бронза миҙалға дөйөм һөҙөмтә буйынса бер генә килограмм ауырлыҡ етмәне. Фехтованиенан Артур Әхмәтҡужин менән Реналь Ғәниев төп бәйгегә етә алмай, 1/16 финалда уҡ дәғүәселәренән еңелеп, төшөп ҡалды. Хәҙер уларҙың өмөтө команда беренселегендә генә.
Кисә йәнә 30 комплект миҙал уйнатылды.
Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 13:15 | Ҡаранылар: 663
|
  • Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!
  • Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ
  • ҙур спорт тирәләй
  • Рәсәй студенттары киләсәккә өмөт уята
  • ҙур спорт тирәләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM