RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гүзәл бар яҡтан да гүзәл

12.07.2013 Гүзәл бар яҡтан да гүзәл

Гүзәл бар яҡтан да гүзәлБашҡорт ҡыҙҙары элек-электән саялығы менән айырылып торған. Улар мәргәнлектә, уҡ атыуҙа, һыбай сабыуҙа ир-егеттәр­ҙән һис тә ҡалышмаған. Хатта ил-йортто һаҡлауҙа ла ҡатнашҡандар.
2011 йылдың сентябренән БДУ-ның Сибай институтында уҡтан атыу буйынса спорт секцияһы эшләй башланы. Мәләүез ҡалаһынан саҡырылған тренер − спорт мастеры, республика чемпионы Е. Антипов етәкләгән секция ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур уңыштарға өлгәште. Тәүҙә студенттарҙы был спорт төрөнә өйрәтеү өсөн күнекмәләр генә үткәрелһә, аҙаҡ инде айырым команда төҙөлә. БДУ-ның Сибай институты командаһы республика ярыштарында ал бирмәй. Уҡтан атыу буйынса секцияның әүҙем ағзаһы, шәхси беренселектә лә, командаға ла тик еңеүҙәр килтергән сая ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе менән әңгәмә ҡорҙом.
− Гүзәл, үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле...
− Гүзәл Ғәзизова булам. Башҡортостаны­быҙҙың күркәм төбәктәренең береһе − Баймаҡ районының Һаҡмар буйындағы Өмөтбай ауылынанмын. 1993 йылдың буранлы ғинуар айында ғаиләбеҙҙә тәүге бала булып донъяға килгәнмен. Өмөтбай урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, БДУ-ның Сибай институтына уҡырға индем. 2011 йылдан филология факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә белем алам. Шулай уҡ бында ла уҡыуҙан һынатмаҫҡа тырышам.
− Ни өсөн тап ошо уҡыу йортон һәм ошо бүлекте һайланың?
− Сибай, ғөмүмән, тыуған ауылыма яҡын. Ҡайтып-китеп йөрөүе лә ул тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Ә бүлеккә килгәндә, мәктәптә уҡыған сағымда уҡ башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һәм тарихын яратып уҡыным. Ауылыбыҙҙың антропонимикаһын өйрәнеп, төрлө райондар­ҙа һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнаша торғайным. Шуға күрә, күп уйлап тормайынса, тура башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә килдем.
− Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Нимәләр менән шөғөлләнәһең?
− Студент саҡта буш ваҡыт буламы икән һуң? Бәләкәйҙән спортты яратам. Йүгереү, тимераяҡта йөрөү, волейбол кеүек спорт төрҙәре миңә дәрт-дарман өҫтәй. Шулай уҡ институтҡа уҡырға ингәс, уҡтан атыу менән шөғөлләнә башланым. Тағы ла йырларға, шиғыр һәм хикәйәләр яҙырға яратам.
− Ниндәй уңыштарың бар? Уларға өлгәшеүе ауыр булдымы?
− Мәктәп йылдарында уҡ төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай инем. Ә инде Сибайға килгәс, “Кросс − 2011”ҙә еңел атлетика буйынса 3-сө урын алдым. Мәләүез ҡалаһында уҡтан атыу буйынса республика ярышында 1-се урын яуланым. Шулай уҡ әҙәби ижад, фәнни эштәр конкурстарында ла Маҡтау ҡағыҙҙары алып торам.
Бер нәмә лә буштан килмәй бит инде, күпмелер көс һалыр­ға ла кәрәк. Барыһына ла әҙерлек һәм сабырлыҡ талап ителә.
− Уҡтан атыу спорты тураһында ентекләберәк һөйлә әле...
− Ҡарап тороуға еңел генә күренһә лә, уҡтан атыу күп тырышлыҡ талап итә. Уҡты төҙләү өсөн генә лә байтаҡ көс, мәргәнлек кәрәк. Бында күҙҙәр, ҡул, хатта тын алыш та ҙур роль уйнай. Шунлыҡтан бар яҡтан да һау-сәләмәт булырға кәрәк.
− Секцияға тағы кемдәр йөрөй? Күнекмәләр нисек үтә?
− Асылыуына бер йыл ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең секцияға байтаҡ кеше йөрөй. Һәм шуныһы ҡыҙыҡ: егеттәргә ҡарағанда ҡыҙҙар күберәк шөғөлләнә.
Етәксебеҙ Евгений Влади­ми­рович көн һайын был спорт төрөнөң яңынан-яңы серҙәрен өйрәтә. Ваҡытында төшөнөп барғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була.
− Күнекмәләргә йөрөп, уҡыу онотолоп китмәйме?
− Уҡыуҙан да һынатмаҫҡа тырышам. Беренсе курсты яҡшы билдәләргә тамамланым. Шулай уҡ уҡыуҙан тыш төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Фәнни мәҡәләләр ҙә яҙам.
− Ял көндәрең нисек үтә?
− Аҙна һайын тиерлек ял көндәрендә ауылға, яҡындарым янына ҡайтам. Атай-әсәйемә ярҙамлашам, бәләкәс туғандарым менән төрлө мауыҡтырғыс эштәр башҡарабыҙ. Атайым һунарсы булғас, уңайы сыҡҡанда уның менән тәбиғәт ҡосағында йөрөйөм. Тормоштоң һәр минутынан йәм табып йәшәргә тырышам.
− Киләсәккә уй-хыялдарың?
− Яҡшы итеп уҡыуымды тамамлап, республикабыҙға кәрәкле, файҙалы кеше булыу. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеүемде лә дауам итермен, киләсәктә тағы ла яңы үрҙәргә үрләрмен, тигән өмөттәмен. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр бит.
− Гәзит уҡыусыларға теләктәрең...
− Бер ваҡытта ла бирешмәгеҙ. Һәр саҡ йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен. Тормоштоң матурлығына һөйөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәгеҙ. Барлыҡ теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем.

БДУ-ның Сибай институты студенты
Рузилә ИҪӘНБАЕВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына