RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Спортсыларҙың оло еңеү яулаясағына өмөт бар

05.07.2013 Спортсыларҙың оло еңеү яулаясағына өмөт бар

6 июлдә Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда XXVII Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы үтәсәк. Ошо айҡанлы кесе йомала БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн брифинг үткәрелде. Унда журналистарҙың һорау­ҙарына БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм БР Юғары спорт оҫталығы үҙәге директоры Евгений Емельянов яуап бирҙе.

Бар донъяның юғары белем биреү йорттары студенттары ҡатнашҡан Универсиада илебеҙ өсөн бик мөһим сара булып тора. Ул үҙенең масштаблылығы, әҙерлеге буйынса, 2014 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк XXII Ҡышҡы олимпия уйындарынан ҡала, икенсе урында килә.

Әйтергә кәрәк, беҙҙең илебеҙ бындай кимәлдәге спорт ярыштарын 1973 йылда үткәргән. Ҡазан Универсиадаһына донъяның 162 иленән 10 меңгә яҡын спортсы йыйыласаҡ. Улар 300-ҙән ашыу награда комплекты өсөн көс һынашасаҡ.

Донъя кимәлендә университеттар араһындағы ярыш тәүге тапҡыр 1959 йылда Италияның Турин ҡалаһында үткән. СССР һәм Рәсәй спортсылары бар универсиадаларҙа ла даими ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, һуңғы ун йылда ярыштарҙа илебеҙ студенттары 608 миҙал яулаған.

Ҡазан универсиадаһы программаһына 28 спорт төрө инәсәк. «Майҙан хужалары» − Рәсәй командаһы иң ҙуры булып, үҙенә 666 спортсыны туплаясаҡ. Бынан тыш, беҙҙең делегацияға илдең 72 төбәгенән 337 рәсми вәкил дә инәсәк. Универсиада утын данлыҡлы спортсы, Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән Ирек Зарипов тоҡандырасаҡ.
Ҡазан ҡалаһында Башҡор­тостан Республикаһынан 27 йәшкә тиклемге студент йәки аспирант булған 11 спортсы еңел һәм ауыр атлетикала, йөҙөүҙә, фехтованиела, байдаркаларҙа йөҙөүҙә ярышасаҡ. Улар Башҡорт физик культура институты, Стәрлетамаҡ физик культура институты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем ала. Командабыҙ составына инеүселәр спорт мастер­ы исемен йөрөтә һәм күп тапҡыр төрлө кимәлдәге ярыштар­ҙа еңеү яулаған.

Спортсылар һәм судьяларҙан тыш, Универсиадаға республиканан 100-ҙән ашыу волонтер юллан­ған. Улар, Рәсәйҙең 34 төбәгенән килгән башҡа эшселәр менән бергә, тамашасыларҙы хеҙмәтләндереү, логистика, транспорт һәм башҡа өлкәләргә йәлеп ителәсәк.

Универсиадала ярышыусылар айырым программалар буйынса шәхси әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостан спортсылары яҡшы формала һәм уларҙан тик юғары һөҙөмтәләр яулауын, пьедесталдың юғары баҫҡыстарында булыуын ғына көтөргә кәрәк. Брифингта яңғыраған һорауға яуап биреп, Андрей Иванович Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, үҙ сиратында, еңеү яулаған студенттарҙы бүләкләүҙе үҙ өҫтөнә аласағын әйтте.
− Бүләктәр лайыҡлы буласаҡ, спортсылар тик еңһен генә, − тип белдерҙе Андрей Иванюта.
Ҡазан Универсиадаһын үткәреү илебеҙ өсөн мәртәбәле һәм мөһим сара булып тора. Донъя студенттары ярышы Рәсәйҙә күптән ойошторолманы һәм Йәйге олимпия уйындарына әҙерлек сиктәрендә ла үтә. Шуға күрә лә Ҡазанда еңеүгә өлгәшкән студенттарға артабан да спорттың юғары үрҙәрен яулау­ға тура юл асыласаҡ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына