RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

24.05.2013 ҙур спорт тирәләй

«Анжи» – бронза миҙал призеры

Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланырға бер тур алдынан уның бар призерҙары ла билдәле булды.
Шулай итеп, чемпион булып ЦСКА командаһы танылды. Ул был титулды Рәсәй чемпионатында дүртенсе тапҡыр яуланы. Һуңғы ике миҙгелдә еңеүсе булған «Зенит» футболсылары бер баҫҡысҡа аҫҡа төшөп торһа, өсөнсө бәхетле урынға үҙ тарихында тәүгә «Анжи» клубы күтәрелде.

Рәсәй үҫмерҙәре – Европа чемпионы

Рәсәйҙең 17 йәшлек үҫмерҙәр йыйылма командаһы футбол буйынса Европа беренселегенең алтын миҙалын яуланы.
Улар финалда Италиянан килгән тиҫтерҙәре менән 0:0 иҫәбенә уйнап, пенальтиҙа уңышҡа өлгәште. Быға тиклем улар 2006 йылда ла тәүге урынды алғайны.

Көмөш миҙал алыу менәнме ни?..

Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы быйылғы миҙгелдә ярайһы ғына уңыш­ҡа өлгәште.
Улар ике турнирҙың финалында сығыш яһаны. Бигерәк тә Рәсәй беренселегенең көмөш миҙалы улар өсөн ҡәҙерле. Икенсенән, ошо уңыш «Урал»ға Европаның чемпиондар лигаһында ҡатнашыу хоҡуғы биргәйне. Тик клуб етәкселеге, команданың ундай юғары дәрәжәләге турнирҙа ҡатнаша алмауына һылтанып, унан баш тартырға булды. Йәнәһе, спорт майҙансығы ундай кимәлгә яраҡлаштырылмаған. Тағы килеп, «Урал»дың баш тренеры һәм дә команданың төп уйынсыларының китеүе лә быға сәбәп булды. Шуға күрә беҙҙекеләр урынына чемпиондар лигаһында Ҡазандың билдәле «Зенит» клубы ҡатнашасаҡ.

Белорус легионеры «Салауат Юлаев»ты тулыландырҙы

«Салауат Юлаев» командаһы йәнә бер уйынсы менән тулыланды.
Беларусь йыйылма командаһы һаҡсыһы, «Динамо» (Минск) клубынан 29 йәшлек Владимир Денисов өфөләр менән ике йылға килешеү төҙөнө. Владимир шулай уҡ заманында НХЛ-дың түбәнге лигаһында ике йыл уйнап өлгөрә.

Поветкин Кличколарға «һунар» башланы

Професси­ональ бокссылар араһында WВА версияһы буйынса суперауырлыҡ категорияһында Рәсәй спортсыһы Александр Поветкин титулын һаҡлап ҡалыу өсөн Польша бокссыһы менән алышты.
Һәм бәйгенең өсөнсө раундында дәғүәсеһен нокаутҡа ебәреп, чемпион икәнен йәнә иҫбатланы. Хәҙер ул ныҡлап Кличколарға ҡаршы әҙерлек башланы. Улар араһындағы алыш 5 октябрҙә буласаҡ.

Панама бәһлеүәненә Лебедевтың көсө етмәне

Профессио­наль бокссы, беренсе ауырлыҡ категорияһында WВА версияһы буйынса донъя чемпионы, Рәсәй атлеты Денис Лебедев титулын һаҡлап ҡала алманы.
Ул яңыраҡ 41 йәшлек Панама бокс­сыһынан 11-се раундта отолдо.
Мәрәйҙәр буйынса тигеҙ барған бәйгелә Денис, күҙе яраланып, алышты дауам итә алманы.

КХЛ миҙгелгә йомғаҡ яһаны

Континенталь хоккей лигаһы уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһап, номинант буйынса «иң-иң»дәрен билдәләне.
«Алтын сәкән»де Сергей Мозякинға бирһәләр, ҡапҡасы Александр Еремен­ко «алтын шлем» менән бүләкләнде. Шулай уҡ улар икеһе лә КХЛ-дың символик йыйылма командаһы исемлегенә индерелде. Уларҙан тыш, унда Илья Никулин, Илья Горохов, Александр Радулов һәм Виктор Тихонов та бар. Иң шәп тренер булып икенсе миҙгел рәттән «Динамо» (Мәскәү) клубының баш тренеры Олег Знарок билдәләнде. Башҡа төрҙән дә уйынсылар баһаланды, тик унда «Салауат Юлаев»тан бер кем дә юҡ.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына