RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөйөк Еңеүҙән саҡ ҡына ҡалышып...

14.05.2013 Бөйөк Еңеүҙән саҡ ҡына ҡалышып...

Өфөлә матур йолаѓа әйләнгән еңел атлетика эстафетаһы үтте
Бөйөк Еңеүҙән саҡ ҡына ҡалышып...
Байрамды эҙләп йөрөмәйҙәр – ул әллә ҡайҙан сағыу булып балҡып, шаулап, күренеп тора. 9 майҙа баш ҡалала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы еңел атлетика эстафетаһы ойошторолдо. Ул да, шулай Өфө халҡын туплаған, ылыҡтырып торған сара булғанлыҡтан, ысын байрамға әүерелде. Республика халҡы белә − был ярыш Өфөлә Бөйөк Еңеүҙе килтергән йылдан саҡ ҡына һуңыраҡ ойошторола башлағайны, бына хәҙер инде 65-се тапҡыр гөрләп уҙып китте.
Еңел атлетика эстафетаһы “Молодежная газета” һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте приздарына ойошторола. Меңәрләгән кешене туплаған спорт байрамы инде йола булараҡ үтһә лә, унда йыл һайын төрлө яңылыҡтар ҙа индерелә. Мәҫәлән, быйыл эстафетаның нисәмә йыл буйы һалынған маршруты үҙгәртелде. Быға тиклем сараның финишы ла, старты ла “Динамо” стадионы эргәһендә ине. Хәҙер йәштәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһенән йүгерә башланы.
Байрам көндәре бит – 9 майҙа ҡаланың ЗАГС бүлексәләре әүҙем эшләй, унда законлы никахтарын теркәгән йәштәргә ҡамасауламаҫ өсөн эстафета барышында Ғафури урамына сыҡмаҫҡа ҡарар ителгән.
Бөйөк Еңеүҙән саҡ ҡына ҡалышып...
Еңел атлетика байрамы10 этапта үтте. Унда теләгән бер кеше ҡатнаша алды, тип әйтергә мөмкин – эстафетала интернат, гимназия һәм лицей уҡыусылары, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары, колледждар һәм техникумдар, үҫмерҙәр, спорт клубтары, юғары уҡыу йорто студенттары, баш ҡаланың төрлө ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Беренсе этап алдынан үткән парадтың үҙе үк эстафетала ҡатнашыусыларға шәп старт, матур башланғыс булып торғанлығын билдәләге килә. Үрҙә билдәләнгән категорияларға ҡарамаған кешеләр ҙә бер командаға тупланып, ирҙәр һәм ҡатындар айырым йүгерҙе – ул командаға инеүселәр араһында төрлө йәштәге кешеләр бар ине.
Эстафетаның маршруты еңелдән түгел. Бигерәк тә финишҡа барып етер алдынан оҙаҡ ҡына итеп тау үренә ҡарай йүгерергә тура килде. Шулай ҙа етеҙҙәр араһында хәле бөтөп ҡалыусылар осраманы шикелле, барыһы ла бөтә көсөн йыйып, финишҡа табан елдерҙе генә.
Мәктәп йәшендәге ҡатнашыусылар араһында кемдәр иң шәбе икәнлеген уйлап та тораһы түгел – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты 41-се йыл рәттән беренсе урынды бер кемгә лә бирмәй. Гимназияла спортсылар шул тиклем күп – эстафетаға улар өс команда булып килде. Әллә күпме мәктәптән тупланған командалар араһында гимназистар­ҙың беренсе, дүртенсе һәм етенсе урынды яулауын да билдәләргә кәрәк. Бындай уңыштар тырышлыҡ, ныҡлы әҙерлек һәм, әлбиттә, берҙәмлек менән генә яулана. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар һәр ваҡыт берҙәм. Ошондай еңеүҙәре был һүҙҙәрҙе иҫбатлап тора.
Юғары уҡыу йорттары араһында беренсе урынды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты спортсылары яуланы. Ойошмалар һәм төрлө учреждениелар араһында “Нефтестроймонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йүгеректәре лидер булды.
Еңел атлетика эстафетаһы Бөйөк Еңеүгә дан, матур байрам булып тиҙ генә үтеп тә китте. Бындай саралар сәмле лә, ғәмле лә булыуы менән әһәмиәтле.

Лилиә СИРАЕВА.
Х. СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына