НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » ҙур спорт тирәләй

ҙур спорт тирәләй


Красноярскиҙан өс мәрәй менән

«Өфө» футболсылары сираттағы осрашыуын Красноярскиҙа урындағы «Енисей» командаһы менән уҙғарҙы.
Уйын тигеҙ барһа ла, осрашыуҙың 70-се минутында ҡунаҡтарҙың һөжүмсеһе, Бразилия легионеры Диего Карлос уңышҡа өлгәшеп, ниһайәт, клубына өс мәрәй килтерҙе. Шулай итеп, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре 29 осрашыуҙан һуң, 41 мәрәй яулап, турнир таблицаһының етенсе баҫҡысына күтәрелде.
Киләһе уйынын «Өфө»ләр үҙ майҙанында «Металлург – Кузбасс» футболсылары менән уҙғарасаҡ. Улар әлегә 30 мәрәй менән 13-сө баҫҡыста урынлашҡан.

Дмитрий Макаров ҡайтты, Александр Свитов китте

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы яңы уйынсылар менән тулыланды.
Түбәнге Новгородтың «Торпедо» клубында уңышлы сығыш яһаған Дмитрий Макаровты үҙенә йәлеп итте. Ул − Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ул заманында «Металлург» (Мг.) һуңынан «Салауат Юлаев» командаһы составында ла сығыш яһай. Унан һуң «Нефтехимик»ҡа бара. Әлеге көнгә тиклем «Торпедо»ла уйнай.
Макаров урынына юлаевсылар етәкселеге «Торпедо» командаһына Денис Паршин менән «Торос»тың һөжүмсеһе Сергей Сентюринды ебәрҙе.
Юғалтыуһыҙ ҙа булмай шул. Юлаевсылар составында үҙ урынын табып, көйәрмәндәрҙең һөйөүен яулаған һөжүмсе Александр Свитов, контракты бөтөү сәбәпле, килешеүҙе оҙайтмай, Ҡазанға юлланды. Күрәһең, күршеләр күберәк аҡса тәҡдим иткән. Чехия легионеры, һаҡсы Мирослав Блатяк та үҙ яғына ҡайтты.
Шулай уҡ өфөләр составына «Атлант» һаҡсыһы Иван Вишневский ҙа килде. Ул заманында НХЛ-да ла уйнап өлгөрә. Новокузнецкиҙың «Металлург»ы менән «Салауат Юлаев» командаһы үҙ-ара килешеп, уйынсылар менән алмашырға булды. Юлаевсылар «Металлург»тың һөжүмсеһе Александр Марескинды үҙенә алып, уның урынына Артем Гәрәев менән Сергей Емелинды биреп торҙо.
Башҡа командалар ҙа тик ятмай, яңы уйынсылар менән тулылана. Әйтәйек, Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, «Авангард» өсөн күптән уйнаған Игорь Волков киләһе миҙгелде «Спартак»та башлаясаҡ.


КХЛ-ға хорваттар килә

Хорватияның «Медвешчак» клубы киләһе миҙгелдән Гагарин кубогына көрәш башларға уйлай.
Шуны иҫәпкә алып, КХЛ етәкселеге быға тиклем Көнбайыш конференцияһында уйнаған «Торпедо» клубын Көнсығышҡа күсерҙе. Быға тиклем КХЛ-ды Владивосток командаһы тулыландырғайны.

Швейцария чемпионлыҡҡа ынтыла

Хоккей буйынса донъя беренселеге дауам итә.
Әлегә төркөм уйындары бара. Рәсәй йыйылма командаһы өс осрашыу үткәреп, өсөһөндә лә еңеүсе булды. Улар Латвияны – 6:0, Германияны – 4:1 һәм АҠШ командаһын 5:3 иҫәбенә отто.
Икенсе төркөмдә Швейцария хоккейсылары бөтә дәғүәсеһен дә пыран-заран килтерә. Улар хатта Канада командаһын еңеп, 11 мәрәй менән лидерлыҡты ҡулынан ысҡындырмай килә.

«Урал»ға «алтын» йылмайырмы?

«Урал» волейбол командаһы үҙ тарихында тәүгә Рәсәй беренселегенең финалына сығып, плей-офф уйындарын башланы.
Улар тәүге ике осрашыуын үҙ майҙанында күпкә тәжрибәлерәк «Белогорье» (Белгород) клубы менән уҙғарҙы. Көсөргәнешле бәйге икеһендә лә биш партияға тиклем һуҙылды һәм тәжрибә үҙенекен итте, ҡунаҡтар еңеү яуланы. Беренсе уйын 2:3 (29:27, 25:16, 18:25, 23:25, 12:15) иҫәбенә тамамланһа, икенсеһендә лә «Белогорье» өҫтөнлөк итте. Иҫәп – 2:3 (22:25, 17:25, 25:21, 25:20, 10:15).
Шулай итеп, «Урал»ға өсөнсө хәл иткес осрашыуҙа мотлаҡ еңергә кәрәк. Ә инде «Белогорье» өҫтөнлөк итһә, улар төп призды яулаясаҡ. «Урал» өсөн икенсе урын да ҙур уңыш.

Рәсәй үҫмерҙәре донъя титулы өсөн көрәшәсәк

Рәсәйҙең 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр йыйылма командаһы Рәсәй тарихында тәүгә футбол буйынса донъя беренселегенә путевка яуланы.
Быға тиклем СССР заманында, 1987 йылда, бер тапҡыр ғына чемпионатҡа эләгеп, шул ваҡытта уҡ чемпион титулын яулағайнылар. Чемпионат 18 октябрҙән 8 ноябргә тиклем Сәғүд Ғәрәбстанында үтәсәк.

«Анжи» Рәсәй кубогынан башламаҡсы

Футбол буйынса Рәсәй кубогы өсөн ярыш финалында ЦСКА менән «Анжи» командалары осрашасаҡ.
Тәүгеһе «Ростов»ты 2:0 иҫәбенә отоп, уңыш­ҡа өлгәшһә, «Анжи» уйынсылары «Зенит»ты 1:0 иҫәбенә еңеп, төп приз өсөн көрәшәсәк.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 10-05-2013, 10:16 | Ҡаранылар: 694
|
  • Мин – һиңә, һин – миңә...
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM