НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бөгөн – «француз», иртәгә – «испан», унан Рәсәй «йондоҙо»на ла күп ҡалмаҫ…

Бөгөн – «француз», иртәгә – «испан», унан Рәсәй «йондоҙо»на ла күп ҡалмаҫ…


Бөгөн – «француз», иртәгә – «испан», унан Рәсәй «йондоҙо»на ла күп ҡалмаҫ…11 йәшлек футболсы Азат Кирәев Мессиҙың үҙен күрергә хыяллана
Бала саҡта барыбыҙ ҙа артисмы, космонавмы йәки спортсы булһынмы ул, шул һөнәрҙе оҡшатып, хыял диңгеҙендә йөҙҙөк. Үҫә бара күптәребеҙҙең хыялы, үкенескә күрә, хыял ғына булып ҡалды. Сәбәбен дә алыҫ эҙләйһе түгел, мөмкинлектәр булманы. Үҫеп килгән быуын өсөн ул мөмкинлектәр асыла бара кеүек. Талантың булып, ныҡышмалылығың етһә, бар өлкәгә лә ишектәр асыҡ.
Йәш танышым − Өфө районының Шамонин ауылынан 11 йәшлек Азат Кирәев та бәләкәйҙән спортты ярата. Телевизорҙан күрһәткән һәр бер спорт яңылығын күҙ уңынан ысҡындырмай. Хатта ата-әсәһенә лә яратҡан сериалдарын ҡаратмай, уларҙа ла спортҡа ҡарата һөйөү уята. Хәҙер улар, беҙ бөтәбеҙ ҙә көйәрмән, тип йылмая.

− Азат, нишләп телевизор ҡаратмай­һың? Һин бит бер үҙең генә түгел дә инде…
− Ҡаратамсы… Үҙҙәре бит, спорт тапшырыуҙары башланһа, ҡайҙа, сериалды ҡарайыҡ әле, тип теңкәгә тейә. Алина апайым да «йәшник»кә талаша. Мин бит үҙемә яраҡлыһын ғына ҡарайым.

− Яраҡлыһына ниндәй төрҙәр инә инде?..
− Әлбиттә, футбол, хоккей. Башҡа төрҙәрҙе лә күҙәтәм.

− Ә бит һин башта, атай-әсәйең әйтеүенсә, спорт бейеүенә йөрөгән­һең?
− Эйе, әсәйем бәләкәй саҡтан уҡ мине бейеүгә йөрөттө. Оҡшай торғайны ул былай. Тик бына бейеү костюмы ҡиммәт булғанға күрә был шөғөлдән баш тартыр­ға булдыҡ. Бер яҡтан, дөрөҫ тә булғандыр. Бәлки, хәҙер футбол секцияһына йөрөмәҫ инем.

− Ә нишләп? Улар бер-береһенә ҡамасауламаҫ ине ул…
− Әлләсе… Футболды бит бейеүгә йөрөгәндә үк ярата инем. Әсәйем йөрөткәс, йөрөнөм инде.

− Хәҙер бына бейеү костюмы бүләк итеп, әйҙә, ҡабаттан бейеүгә кил, тиһәләр, ҡайһыһын һайлар инең?
− Футбол, футбол һәм тағы ла бер тапҡыр футбол.

− Ниәтең футбол «йондоҙо» булыу инде?
− Әлбиттә! Хыялым − донъялағы иң шәп уйынсы − Месси кеүек булыу. Шулай уҡ Иньеста ла оҡшай. Беҙҙекеләрҙән Погребняк һәм шулай уҡ «Өфө» командаһында уйнаған Маркосовтың уйыны күңелгә ята.

− Белеүемсә, һин әле үк ҙур спортҡа тәүге аҙым яһап, командаң менән Европаға сәйәхәт ҡылғанһың. Ҡайҙа барҙығыҙ һәм ниндәй турнеға?
− Беҙ ике аҙналыҡ турнеға Фран­цияға барҙыҡ. Поезға ултырып, Белоруссия, Польша, Германия, Бель­гия, Чехия, Голландия кеүек илдәр аша үтеп, әйтеп бөткөһөҙ кисерештәр кисереп, һоҡлан­ғыс Францияның баш ҡалаһы Парижда туҡталдыҡ. Тренерыбыҙ Рәил ағай алып барҙы. Ул инде ошондай турнирға тәрбиәләнеүселәре менән 10-сы тапҡыр барҙы. Ярыштар Шамонин ауылы кеүек бер бәләкәй генә төбәктә булды. Турнирҙа, беҙҙең команданан тыш, Франциянан 11 команда ҡатнашты. Ә бына өлкәнерәктәр Бельгия, Люксембургтан килгәйне.

– Шунан, нисек булды? Оҡша­нымы?
− Оҡшаны. Француздар шәп уйнай. Улар күберәк өҫтөнлөк итте. Был илдә бит мөйөш һайын тиерлек спорт майҙансығы. Беҙ уйнаған ауылда ғына биш-алты футбол майҙансығы бар. Шуға күрә малайҙар көн дә шөғөлләнә. Уйнау техникаһы ла юғары.

− Француз дуҫтарың барлыҡҡа килдеме?
− Әҙме-күпме тәржемәсе ярҙамында аралаштыҡ былай. Быға тиклем атай-әсәйем, сит ил телен өйрән, уҡы, тип гелән тылҡый торғайны. Хәҙер бына телде ныҡлап өйрәнергә ине.

− Футбол ғына уйнап йөрөмәгәнһегеҙҙер ул?
− Ю-юҡ, сәйәхәт итергә лә ваҡыт ҡалды. Миңә бар илдәр ҙә оҡшаны. Ҡалалары шундай таҙа, бөхтә, бер сүп күрмәҫһең. Халыҡ та ҡунаҡсыл, бер-береһенә ярҙам итеп торалар. Бер мәл Германияла туҡтағайныҡ, бер ғәрип кеше йығылды һәм шунда уҡ бер нисә кеше янына йүгереп килеп, ярҙам иттеләр. Фран­цияла эсәр һыуҙың ҡиммәт булыуы хайран ҡалдырҙы.

− Һағындырманымы?
− Һағындым. Көн дә туғандарыма шылтыратып торҙом.

− Турнир тағы нимәһе менән иҫеңдә ҡалды?
− Бөтәһе менән дә. Тағы барғы килә. Киләһе йылда Испанияға алып барабыҙ, тип ышандырҙылар. Барсе­лонаның үҙенә.

− Былай булғас, Мессиҙы күрәһең икән...
− Уны бик күргем килә, автограф алып, бергә фотоға төшһәм, хыялымдың яртыһы тормошҡа ашасаҡ.

− Ә яртыһы?..
− Яртыһы − Месси кеүек булыу.

− Афарин! Синыфташтарың сит илгә барыуыңды нисек ҡабул итте?
− Һәйбәт. «Француз» тигән ҡушамат таҡтылар.

− Үсекмәйһеңме һуң?
− Юҡсы, киреһенсә, ниндәйҙер ғорурлыҡ бар.

−Ярай улайһа, «француз», киләсәктә «испан» менән күрешербеҙ. Уңыштар һиңә.

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 30-04-2013, 11:46 | Ҡаранылар: 520
|
  • Уңыш – тәүәккәлдәр ҡулында
  • Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән
  • “Бөкө”һөҙ донъя йәмһеҙ
  • Футбол һөйөүсе үҫмерҙәр иғтибарына!
  • Футбол стадионыбыҙ буласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM