RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

26.04.2013 ҙур спорт тирәләй

Братина кубогы өсөн бәйге көсөргәнешле булмаҡсы
ҙур спорт тирәләйХоккей буйынса Гагарин кубогының яңы хужаһы табылып, ундағы шау-шыу тымып барғанда, Братина кубогы өсөн көрәш әле башлана ғына.
Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары менән Ҡаҙағстандың «Сарыарка» клубы, финалда икешәр еңеү яулап, бәйгене һуҙырға булды. Ҡаҙағстанда хужалар башта ҡунаҡтар­ҙы 4:1 иҫәбенә отһа, икенсеһендә Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре «Сары­арка»ны бөтөнләй 7:1 иҫәбенә ҡыйратҡайны. Нефтекамала «Торос» йәнә ҡунаҡтарҙы 2:0 иҫәбенә еңеп, алға сыға. Тик дүртенсе уйында Ҡаҙағстан командаһына минималь 1:2 иҫәбенә еңелеп, дөйөм иҫәпте тигеҙләтә.
Бөгөн командалар Ҡаҙағстан боҙонда сәкәләшәсәк.

«Бер аҙым алға баҫам да, ҡарайым мин артыма…»

«Өфө» футболсылары беренселекте дауам итеп, Ярославлдә күптәргә билдәле «Шинник» командаһы менән осрашты.
Нишләйһең, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре, күпме генә тырышмаһын, хужалар­ҙың ҡапҡаһына юл таба алманы. Ә бына майҙан хужалары икенсе осорҙоң 77-се минутында уңышҡа өлгәшеп, үҙе өсөн кәрәкле өс мәрәй яуланы. Хәҙер улар турнир таблицаһының 12-се баҫҡысында урынлашты. «Өфө»ләр өҫкә үрләргә булған мөмкинлеген ҡулынан ысҡындырып, әлегә етенсе урында тороп ҡалды. Сөнки киләһе турҙа республикабыҙ командаһы чемпионат лидеры − «Урал» футболсыларын ҡабул итәсәк. «Урал» тигәндән, улар әле үк Премьер-лигаға путевка яуланы.

«Урал» беренселектең ярымфиналына сыҡты

Башҡортостандың «Урал» волейболсылары Рәсәй беренселегенең плей-оффында Яңы Уренгойҙың «Факел» командаһын өс тапҡыр отоп, үҙ тарихында тәүгә ярымфиналға сыҡты.
Быға тиклем улар уҙған миҙгелдә бишенсе урын яулағайны. Хәҙер «Урал» уйынсылары финалға сығыр өсөн Түбәнге Новгородтың «Губерния» волейболсылары менән көрәшәсәк.
Шулай уҡ быйыл яҡташтарыбыҙ халыҡ-ара аренала уңышлы сығыш яһап, «Кубок вызова»ның финалына ла барып еткәйне.

Премьер-лига 25-се турын үткәрҙе

Футбол буйынса Премьер-лига командалары үҙенең 25-се турын уҙғарып, һәүетемсә генә алға китеп бара.
Үҙәк уйында беренселек лидеры − ЦСКА футболсылары үҙенең принципиаль дәғүәсеһе − Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән осрашты. Һәм күпме генә тырышмаһындар, еңеүсене асыҡлай алманылар. Иҫәп – 2:2. Әлбиттә, был һөҙөмтә икенсе урында килеүсе «Зенит» өсөн ҡулай булды. Улар «Краснодар» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп, хәҙер ЦСКА менән мәрәй­ҙәр айырмаһын дүрткә ҡыҫҡартты. Ә инде «Спартак» әлегә дүртенсе урындан ары китә алмай. Сөнки өсөнсө баҫҡыста килеүсе «Анжи» командаһы, 47 мәрәй яулап, унан алты мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Әлеге турҙа «Анжи» «Динамо» менән 3:3 иҫәбенә айырылышты. «Локомотив» һаман бер урында тапана. Улар инде нисәнсе уйын дәғүәселәрен еңә алмай ыҙалана. Был юлы «Кубань» клубы менән 0:0 иҫәбенә уйнанылар. Турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөндә килеүсе «Алания» командаһы, ниһайәт, еңеү яулай. Улар «Ростов»тан өс мәрәй менән ҡайта.

Беҙҙең тенниссылар – финалда

Рәсәй йыйылма командаһы тенниссылары федерация кубогы өсөн ярымфиналда Словакия командаһын көскә 3:2 иҫәбенә еңеп, финалға сыҡты.
Төп приз өсөн улар финалда Италия ҡыҙҙары менән уйнаясаҡ. Быға тиклем беҙҙекеләр федерация кубогын дүрт тапҡыр яулай. Ә инде АҠШ спортсылары уңышҡа күп тапҡыр өлгәшә – улар 17 тапҡыр кубокка эйә була.

Игорь Мусатов Өфөлә ҡаласаҡ

«Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге контракттары бөткән ҡайһы бер уйынсылар менән килешеү төҙөүҙе дауам итә.
Яңыраҡ улар һөжүмсе Игорь Мусатов менән ике йылға контракт төҙөнө.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына