RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

12.04.2013 ҙур спорт тирәләй

«Ағиҙел» һаҡсыһы еңеүгә өлөш индерә
ҙур спорт тирәләй
Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы өсөнсө урын өсөн Финляндия ҡыҙҙарын 2:0 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр уңышҡа өлгәште.
Улар быға тиклем 2001 йылда шулай уҡ бронза миҙалға эйә булғайны. Рәсәй командаһы составында Өфөнөң «Ағиҙел» клубы һаҡсыһы Анна Шибанова ла ҡатнашты. Ғөмүмән, яҡташыбыҙ ошо бәйгелә икенсе еңеү шайбаһын Финляндия ҡапҡаһына индерә.
Ә инде юғары урынға АҠШ спортсылары, чемпионат хужалары – Канада хоккейсыларын 3:2 иҫәбенә отоп, күтәрелде.

«Торос» Ҡаҙағстан дебютанты менән Братина өсөн көс һынашасаҡ

Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары, Братина кубогының ярымфиналында Воронеждың «Буран» командаһын дүрт тапҡыр еңеп, былтырғы кеүек йәнә финалға сыҡты.
Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре үҙендә «Буран»ды ике рәт отҡас, ҡунаҡта башта хужаларҙы 3:2 иҫәбенә еңә, хәл иткес дүртенсе алышта төп ваҡыт тамамланыуға 47 секунд ҡалғанда еңеү шайбаһын индереп, төп бәйгегә сыға. Осрашыу 2:1 иҫәбенә тамамлана.
Икенсе ярымфиналда Ҡаҙағстандың «Сарыарка» уйынсылары дәғүәсеһен дөйөм 4:1 иҫәбенә отоп, финалда «Торос» менән сәкәләшәсәк. Был бәйгелә Нефтекама командаһы, тәжрибәле көрәшсе булараҡ, әлеге миҙгелдә дебют яһап, уңышлы старт алған Ҡаҙағстан клубына ҡаршы һынау тотасаҡ. Финал уйыны 18 апрелдә «Сарыарка» майҙанында башланасаҡ.

Кеҫәһе һайыҡмаҫ борон өйөнә һыпыртты…

Магнитогорскиҙың «Метал­лург» хоккей ко­мандаһы баш тренеры Пол Мористы үҙендә ҡалдыра алманы.
Канада белгесе, клуб етәкселегенең тәҡдименә ҡарамай, эшен дауам итеүҙән баш тартты. Ул КХЛ-дың иң килемле тренеры булып һаналды. Бер миҙгелдә 2 млн долларҙан күберәк аҡса эшләп, кеҫәһен ҡалынайтып ҡайтып китте. Хәҙер клуб етәкселеге элекке Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Вячеслав Быковты үҙенә ҡоҙалай. Тик тегенеһе үҙенең алаштырғыһыҙ ярҙамсыһы ИгорьЗахаркинһыҙ бер ҡайҙа ла бармауын белдергән, сөнки Захаркин әлеге мәлдә Польша йыйылма командаһын етәкләй.
Ә бына «Северсталь» командаһының ҡапҡасыһы Василий Кошечкин йәнә күп аҡса тәҡдим иткән «Металлург» командаһына килмәксе. Сөнки ул бер мәл Магнитогорскиҙа уйнап өлгөрә. Хәҙер Кошечкин, клуб менән дүрт йылға килешеү төҙөп, биш миллион долларға байыясаҡ һәм КХЛ ҡапҡасылары араһында иң байы буласаҡ.
* * *
«Северсталь» командаһын «Донбасс» клубына алыштырған баш тренер Андрей Назаров урынына Череповец етәкселеге Игорь Пет­ровты «Северсталь»гә баш итеп тәғәйенләне.

«Динамо» батырлығын ҡабатларға уйлай

Гагарин кубогының уҙған миҙгел еңеүсеһе – Мәскәү ҡалаһының «Динамо» командаһы, финалда «Трактор» хоккейсыларын ике тапҡыр еңеп, быйыл да төп призға дәғүә итә.
Улар башта дәғүәсеһен 2:1 иҫәбенә отһа, икенсеһендә 3:2 иҫәбенә алдыра. Былай ҙа финалға сығыуға өлгәшкән Силәбе уйынсыларына әлегә шиңергә урын юҡ. Сөнки улар финалға еткәнсе һәр серияны еңелеүҙән башланы, әммә төп бәйгегә барып етте. Шуға күрә Белоусовтың тәрбиәләнеүселәре, моғайын, берәй әмәлен табыр тигән ышаныс бар.

Андрей Аршавинға ла көн етеп килә…

Рәсәй йыйылма командаһының элекке капитаны, әлеге ваҡытта Англияның «Арсенал» клубы өсөн сығыш яһаған билдәле футболсы Андрей Аршавиндың карьераһына нөктә ҡуйылыуы ихтимал.
Сөнки клуб етәкселеге 31 йәшлек ярымһаҡсы менән килешеүен оҙайтырға уйламай. Ә уның контракты ике айҙан бөтә. Былай ҙа ул быйылғы миҙгелдә «Арсенал» өсөн бары 11 осрашыу үткәреп, бер тапҡыр ғына уңышҡа ирешә. Башҡа командалар ҙа уға ҡыҙыҡһыныуын белдермәй. Әгәр ҙә мәгәр берәй клуб уға торошло килем тәҡдим итһә, Аршавиндың футболда ҡалыуы мөмкин.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына