RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

29.03.2013 ҙур спорт тирәләй

Рәсәй әлегә беренсе
Киләһе йылда футбол буйынса буласаҡ донъя беренселегенең һайлап алыу уйындары үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы сығыш яһаған «Ғ» төркөмө, инде 6-шар осрашыу үткәреп, турнир таблицаһындағы хәлен әллә ни үҙгәртә алманы. Сөнки Рәсәй, башҡаларҙан ике уйынға әҙерәк уҙғарыуына ҡарамай, юғарылағы урынын һаҡлап ҡалды. Әйтәйек, төп дәғүәсебеҙ – Португалия футболсылары башта Израиль менән 3:3 иҫәбенә уйнап, әлегеһендә Әзербайжан командаһын 2:0 иҫәбенә отоп, бөтәһе 11 мәрәй яулап, Рәсәйҙән бер мәрәйгә ҡалыша. Шулай уҡ Израиль уйынсылары ла тигеҙ иҫәптән һуң ҡунаҡта Төньяҡ Ирландияны 2:0 иҫәбенә еңеп ҡайтты. Быға тиклем Рәсәй менән Төньяҡ Ирландия командалары араһында көн торошо арҡаһында кисектерелгән бәйге июнь айына күсерелде. Шулай итеп, әлегә «Ғ» төркөмөнөң 29 мартҡа ҡарата турнир таблицаһына күҙ һалайыҡ.
У. Е-ү Т.и. Е-леү Т. М.

1. Рәсәй 4 4 0 0 8-0 12
2. Израиль 6 3 2 1 15-8 11
3. Португалия 6 3 2 1 11-6 11
4. Т. Ирландия 5 0 3 2 3-7 3
5. Әзербайжан 6 0 3 3 2-8 3
6. Люксембург 5 0 2 3 2-12 2

«Өфө»ләр әлегә уртансылар рәтендә

«Өфө» футболсылары Рәсәй беренселегенең сираттағы турын үҙендә «Балтика» командаһы менән уҙғарҙы.
Яртылаш тиерлек яңыртылған Өфө уйынсылары был юлы дәғүәсеһенең ҡапҡаһына юл таба алмай, ҡунаҡтарҙан 2:0 иҫәбенә еңелде. Хәҙер улар турнир таблицаһының туғыҙынсы баҫҡысына төштө.
Киләһе бәйгене лә «Өфө»ләр үҙ майҙанында «Петротрест» клубы менән уҙғарасаҡ. Осрашыу 1 апрелгә билдәләнгән.

Башҡортостан биатлонсылары – беренсе

Биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан йыйылма командаһы финишҡа беренсе килеп, чемпион исемен яуланы.
Республика командаһы составында Антон Бабиков, Александр Жирный, Василий Шеталин һәм билдәле яҡташыбыҙ Максим Чудов ошо юғары уңышҡа өлгәште. Икенсе-өсөнсө урындарға ХМАО-ЮГРА-1 һәм Төмән өлкәһенең беренсе командалары сыҡты. Төмәндәр өсөн билдәле Черезов, Маковеев, Гараничев һәм Максимов сығыш яһаны. ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Новосибирск өлкәһе биатлонсыларына етеүсе булманы. Новоси­бирск өсөн өмөтлө яҡташыбыҙ Ольга Вилухина йүгерҙе. Шулай уҡ төп составҡа өмөтөн юғалт­ҡан Чудов, шәхси беренселектә лә уңышлы сығыш яһап, көмөш миҙалға эйә булды.

«Урал» кубокһыҙ ҡалды

Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы «Кубок вызова» призын яулай алманы.
Улар финалда Италияның «Пьяченце» клубынан ике осрашыуҙа ла еңелде. Тәүге уйында ла «Урал» үҙендә өс партияла 12:25, 22:25, 30:32 иҫәбенә еңелһә, был юлы ла дәғүәсеһенә ҡаршы бер ни ҡыла алманы. Иҫәп − 3:0 / 25:22, 25: 18, 25:16 / хужалар файҙаһына.

Пильстрем менән Кольцов өфөләргә тоғро ҡалды

«Салауат Юлаев» хоккей клубы етәкселеге әле үк ҡайһы бер уйынсылар менән килешеү төҙөй башланы.
Улар яңыраҡ Финляндия легионеры Антти Пильстрем һәм Кирилл Кольцов менән 2015 йылдың 15 апреленә тиклем контракттарын оҙайтты.
Финляндия һөжүмсеһе өфөләр өсөн 2011 йылдан сығыш яһап, команда составында 98 уйын үткәреп, 44 /28+16/ мәрәй йыйған. Кольцов юлаевсылар составында бөтәһе биш миҙгел үткәреп, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм бер тапҡыр бронза миҙал призеры булды.

Чемпион ҡаҙағстан хоккейсыларына һынау тотасаҡ

Нефтекаманың «Торос» командаһы сирекфиналда «Лада» хоккейсыларын дөйөм 4:1 иҫәбенә отоп, ярымфиналда ҡаҙағстандың бик көслө «Сарыарка» клубы менән сәкәләшәсәк.
Быйылғы миҙгелдә дебют яһаусы «Сарыарка» уйынсылары ошо уңышҡа «Молот-Прикамье» командаһын еңеп өлгәште. Братина кубогына эйә булған «Торос» уйынсыларына быйылғы миҙгелдә лә төп призға көрәшер өсөн ни бары бер аҙым яһайһы ҡалды.
Үҫмерҙәр беренселегендә лә плей-офф уйындары дауам итә. Өфөнөң «Толпар» командаһы тәүге ике осрашыуын Омскиҙа «Омские ястребы» уйынсылары менән уҙғарҙы. Йәштәр беренселеге чемпионы башта Өфө үҫмерҙәрен өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отһа, икенсеһендә, уйын тигеҙ барыуына ҡарамаҫтан, 5:2 иҫәбенә еңде.

Гагарин кубогы

Көнбайыш менән Көнсығыш конференцияларының финал уйындары үтте.
Мәскәүҙең «Динамо»һы СКА-ны өс рәт еңгәс, дүртенсеһендә олигарх командаға 2:6 иҫәбенә отолоп, серияһын оҙайтты. Шулай уҡ «Трактор» уйынсылары ла «Аҡ барс»тан ике тапҡыр еңелгәс, өсөнсө осрашыуҙа өҫтәмә ваҡытта ҡазанды «алды». Иҫәп – 1:0.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына