RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тештәре барҙа «тешләшерҙәр» әле…

26.02.2013 Тештәре барҙа «тешләшерҙәр» әле…

КХЛ беренселегенең даими беренселеге тамамланыу­ға бер аҙна ла үтеп өлгөрмәне, плей-офф уйындары башланып, уның тәүге лидерҙары әле үк төҫмөрләнә башланы. Көнбайыш конференцияһында ЦСКА менән «Динамо» хоккейсылары 1/8 финалда үҙ дәғүәсеһен өс рәт отоп, киләһе этапҡа бер аҙым ҡалды. Әйтәйек, әрмеләр үҙендә «Лев» командаһын ике тапҡыр еңгәс, Прагала ла хужаларҙы 3:1 иҫәбенә отоп, йәнә өҫтөнлөк итте. Шулай уҡ Мәскәүҙең «Динамо»һы ла ҡунаҡта «Слован» уйынсыларынан көслөрәк булып сыҡты һәм уларҙы 4:2 иҫәбенә отто. Ә бына «Атлант» командаһы даими беренселек еңеүсеһе ‒– СКА-нан ике тапҡыр еңелгәс, өсөнсө осрашыуҙа тырышып, «бай»ҙарҙы 3:1 иҫәбенә еңде. «Северсталь» хоккейсылары ла серияла алға сыҡты. Улар «Локомотив»ты 3:2 иҫәбенә отто.
Көнсығышта әлегә икешәр осрашыу үтте. Унда ла хәл көсөргәнешле. «Барыҫ» командаһы көтмәгәндә Силәбелә «Трактор»ҙан ике тапҡыр өҫтөнлөк итте. Хәҙер серия ҡаҙағстанға күсте. «Аҡ барс» уйынсылары ла «ҡустыһы» «Нефтехимик»тан күпкә көслөрәк икәнен иҫбатланы. Ә бына «Себер», тәүге бәйгелә «Авангард»ҡа ҡаршы бер ни ҡыла алмағас, икенсеһендә тешен сығарып, хужаларҙы 1:0 иҫәбенә еңеп, серияны тигеҙләне.
Күп белгестәр юрауынса, көс яғынан тигеҙ булған «Салауат Юлаев» менән Магнитогорскиҙың «Металлург» командалары араһында бәйге, ысынлап та, көсөргәнешле булмаҡсы. Тәүге уйында күп ваҡыт өҫтөнлөк иткән өфөләр лайыҡлы рәүештә хужаларҙы овертаймда еңеп, кәрәкле еңеү яулағайны. Икенсе осрашыуҙа ла уйын тигеҙ булды, тик ҡунаҡтарҙың ике хатаһы һәм «Металлург»тың ҡапҡасыһының оҫта тороуы майҙан хужаларына еңеү килтерҙе. Кисә кис улар Өфөгә килеп, серияһын дауам итте.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына