RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

25.01.2013 ҙур спорт тирәләй

Плей-оффҡа кем эләгер?
«Салауат Юлаев» командаһы үҙе кеүек мәрәйгә сарсаған Новосибирскиҙың «Себер» хоккейсыларын ҡабул итеп, бик кәрәкле еңеү яуланы.
Улар ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә отоп, хәҙер Көнсығыш конференцияһының бишенсе баҫҡысына үрләне. Ғөмүмән, был йәһәттә улар әле үҙ-ара бер өҫкә күтәрелеп, бер аҫҡа төшөп, плей-оффҡа эләгеү өсөн тырыша. Сөнки өҫтәге дүрт урынға уларҙың хәҙер инде хәлдәре етмәҫ, ә бына тағы аҫтағы дүрт урын өсөн көрәш алда булыр. Өфөләр иҫәбендә 73 мәрәй булһа, «Себер», беҙҙән бер генә мәрәйгә ҡалышып, алтынсы баҫҡысты биләй. Етенселә килгән «Барыҫ» уйынсыларыныҡы − 70 һәм һигеҙенселә 65 мәрәй менән «Югра» командаһы килә. Шулай уҡ «Нефтехимик» хоккейсыларын да иҫәптән һыҙырға ярамай. Улар плей-офф зонаһына эләгер өсөн ныҡ ҡына көрәшер, моғайын.
Шәмбелә беҙгә ҡунаҡҡа тағы ла бер принципиаль дәғүәсе − «Барыҫ» команда­һы килә. ҡаҙағстан егеттәре менән уйын бик көсөргәнешле булыр. Унан ҡала, «Югра» ла ял итер өсөн килмәҫ. Улар менән осрашыу 28 ғинуарҙа буласаҡ.
«Салауат Юлаев» клубы етәкселеге һөжүм линияһын ны­ғытыу маҡсатында «Спартак» команда­һында биш миҙгел сығыш яһаған Сло­вакия легионеры Ште­фан Ружичканы (һүрәттә) йәлеп итте. 27 йәшлек һөжүмсе «Спар­так» өсөн 267 осрашыу үткәреп, 177 (90+87) мәрәй йыйған.

Өмөтһөҙҙәрҙә өмөт уятып

Континенталь хоккей лигаһы плей-оффҡа сыға алмаған командалар өсөн «Өмөт кубогы» тип аталған турнир ойоштормаҡсы.
Унда Көнбайыш конференцияһынан алты клуб ҡатнашһа, көнсығыштан иһә дүрт команда буласаҡ. Бәйге хоккей һөйөүсе­ләр­ҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу һәм уйынсыларҙың спорт формаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Лига шулай уҡ ошо турнирҙағы яҡшы хоккейсылар өсөн айырым приз әҙерләгән. «Өмөт кубогы»на көрәш 21 февралдән 20 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Еңеүсе 15 миллион һумға байыясаҡ.

Төп бәйгегә әҙерлек башланды

7 февралдә Чехияла башланасаҡ биатлон буйынса донъя беренселеге алдынан спортсылар донъя кубогының алтынсы этабында йәнә көс һынашып, ҙур бәйге алдынан ялға туҡтаны.
Италияла уҙған әлеге этапта Рәсәй йыйылма командаһы эстафетала ғына ике көмөш миҙал яуланы. Шәхси беренселектә иһә был юлы подиумға күтәрелә алманылар.
Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина спринт бәйгеһендә дүртенсе булды. Шулай уҡ эҙәрлекләү ярышында ла ул Рәсәй ҡыҙҙарынан иң һәйбәт – алтынсы һөҙөмтә күрһәтте. Ә бына оҙаҡ ваҡыт төп составтан ситләштерелеп, IВU кубогында уңышлы көс һынаған тәжрибәле Екатерина Юрьева тренерҙар­ҙың ышанысын аҡламаны. Ул, төп составҡа ҡайтарылып, спринтта бөтөнләй 92-се һөҙөмтәгә иреште. Хәҙер бына донъя чемпионаты алдынан тренерҙарға баш ватырға сәбәп булды. Һәр хәлдә, Юрьеваға ишек ябылды, буғай. Моғайын, стартҡа билдәле Зайцева, Вилухина, Глазырина, Шумилова, Юрлова сығыр. Шулай уҡ Светлана Слепцова ла, бер нәмәгә ҡарамай, саҡырыу алған. Тренерҙар IВU кубогында сығыш яһаған Ирина Старых, Марина Коровинаға ла өмөт итә. Ир-ат командаһы ла тулыһынса билдәле. Шипулин, Устюгов, Малышко, Гараничев, Маковеев һәм Волков. Әлегә танылыу яуламаған Печенкин менән Русинов кеүек спортсылар ҙа төп состав менән күнекмәләр үткәрә.

«Урал» волейболсылары Кубокка ынтыла

Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы «Кубок вызова» турнирында уңышлы ғына сығыш яһай.
Башта улар 1/32 финалда Норвегияның «Нюборг» клубын ике тапҡыр ҡоро иҫәпкә отһа, һуңынан 1/16 финалда Францияның «Ренн» волейболсылары менән уйнаны. Унда ла «Урал» уңышлы сығыш яһап, ике осрашыуҙа бер генә партияны дәғүәсеһенә бирә. Әле яңыраҡ, Белоруссияның «Коммунальник» командаһы менән ике тапҡыр уйнаны. Бында ла өфөләргә етеүсе булманы. Улар ике осрашыуҙа ла ҡоро иҫәпкә еңде.

Бер минутта – 1587 доллар

Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы Мария Шарапова, Австралияның асыҡ беренселегендә ярымфи­нал­ға сығып, әле үк 500 мең доллар аҡса эшләне.
Әлеге турнирҙа ул, биш осрашыу үткәреп, бөтәһе 315 минут ваҡытын сарыф иткән. Әгәр килемен ваҡытҡа бүлһәк, Мария минутына уртаса 1587 долларға кеҫәһен байытҡан.
Тик Мария финалға барып етә алманы. Ул, ҡытай спортсыһы На Лиға ике партияла отолоп, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Быға тиклем Светлана Кузнецова ярымфиналда донъя рейтингы буйынса юғары баҫҡыста торған Беларусь тенниссыһы Виктория Азаренкоға отолоп, турнирҙан төшөп ҡалғайны.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына