RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө

08.01.2013 АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө

АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө
Әҙерләндек, көттөк һәм, үҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырып, үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге үтеп тә китте. Донъяның иң көслө 10 командаһы Башҡортос­тандың боҙ майҙансығында сәкәләшеп, уның ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып, Яңы йылды ла беҙҙә ҡаршылап, үҙ яҡтарына таралышты. Тик Рәсәй йыйылма командаһы өсөн ул әллә ни уңышлы тамамланманы. Күпкә өмөт иттек. Команда ла етди һынауға әҙер һымаҡ тойолдо. Төркөм уйындарын икенсе урында тамамлағандан һуң, ярымфиналға сығыр өсөн Рәсәй уйынсылары әллә ни көслө булмаған Швейцария үҫмерҙәре менән осрашты. Төп һәм өҫтәмә ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас, эш буллит серияһына барып етте. Бында бәхетле осраҡ ҡына хәл итте һәм ул Рәсәй хоккейсылары яғында булды. Финалға үтер өсөн улар тотороҡло Швеция командаһына ҡаршы сыҡты. АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө
Тәүге осорҙо һанамағанда, ә унда Тре Кунур үҫмерҙәре беҙҙекеләр­ҙең ҡапҡаһына ике яуапһыҙ шайба индереп, алға сыҡты, Михаил Варнаковтың тәрбиәләнеүселәре ҡалған ике осорҙа кемдең кемлеген күрһәтеп, ҡунаҡтарға үҙ уйынын бәйләне. Һөжүм артынан һөжүм ойоштороп, беҙҙекеләр иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Өҫтәмә ваҡытта был юлы ла еңеүсе асыҡланмағас, эш йәнә буллит серияһына барып етте. Һәм нишләй­һең, бәхеттең дә төрлө мәле була һәм ул был юлы шведтарға йылмайҙы. Рәсәй командаһы өсөнсө урын өсөн элекке аяуһыҙ дәғүәсеһе – Канада үҫмерҙәре менән көрәшергә сыкты. Эйе, көрәшергә. Сөнки икеһе өсөн дә ошо бәйге үлемгә тиң ине. Канада ла бит Өфөгә алтын миҙалдар яулар өсөн килгәйне. Улар ярымфиналда АҡШ уйынсыларынан 5:1 иҫәбенә еңелеп, ошо көнгә ҡалды. Дөрөҫөрәге, Рәсәй менән Канада араһындағы бәйге үҙенсә финалға торошло ине. Нисек кенә тимә, Рәсәй үҫмерҙәренә лә миллионлаған көйәрмәне алдында үҙҙәрен һуңғы тапҡыр күрһәтергә кәрәк булды. Һәм башланды ла инде сәкәләшеү. Беҙҙең хоккейсылар бер-бер артлы ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, хоккей һөйөүселәр күңелендә өмөт уятты. «Саған япраҡтары» ла бирешергә теләмәне һәм һөҙөмтәлә осрашыу 5:5 иҫәбенә тамамланды. Өҫтәмә ваҡыт башланыуға ике минут та үтеп өлгөрмәне, Рәсәй командаһының иң йәш һөжүмсеһе Ничушкин уйынды үҙ иңенә алып, командаһына бронза миҙал килтерҙе. Әлбиттә, был да уңыш. Әммә, ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, Рәсәй хоккейсылары ошо чемпионатҡа әҙерлек­һеҙ сыға. Күп яҡлап эш эшләнмәй, тренер­ҙың да хаталары күренә. Составтың ҡайһы бер үҫеп килгән «йондоҙҙар»ы «яна», имеш… Ғөмүмән, һуңғы өс йылда Рәсәй үҫмерҙәре миҙалдың өс төрөн дә яулап өлгөрҙө. Ә Канада хоккейсылары 1999 йылдан бирле тәүгә миҙалһыҙ ҡалды. Ә инде финалға килгәндә, унда АҡШ менән Швеция үҫмерҙәре үҙ-ара сәкәләште. Улар быға икеһе лә лайыҡ була. Сөнки командалар үҙ өҫтөндә күп эшләп, беренселектә уңышлы сығыш яһаны. Бигерәк тә Америка уйынсылары матур уйыны менән беренселеккә йәм өҫтәне һәм финалда ла улар, Швеция командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп, лайыҡлы рәүештә чемпион исемен яуланы.

АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө
Әйткәндәй, 4 ғинуарҙа Конгресс-холда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәрелеүгә бәйле тантаналы ҡабул итеү үткәрҙе. Унда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель, Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, чемпионатта ҡатнашыусы илдәрҙең милли хоккей федерациялары етәкселәре, командаларҙың тренерҙары һәм вәкилдәре, шулай уҡ башҡа рәсми кешеләр саҡырылды.
ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, республика етәксеһе Башҡортостан халҡының хоккейҙы яратыуы, киләсәктә беҙҙә ололар командалары араһында донъя чемпионатын үткәреү хыялының да булыуы хаҡында һөйләне.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына