RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ике уйында – биш мәрәй

09.10.2012 Ике уйында – биш мәрәй

Ике уйында – биш мәрәй
йәки Өфөләр күршеләрҙән көслөрәк булып сыҡты
Йома көндө Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре «Нефтехимик» хоккейсыларын 5:2 иҫәбенә отҡас, иртәгәһенә ҡаҙанға юлландылар. Ғөмүмән, даими беренселектә «Салауат Юлаев» командаһы, плей-оффтағы кеүек, «Аҡ барс» менән дүрт осрашыу үткәрәсәк. Бына тәүгеһе үтте лә инде. Ике команда араһында, уларҙың хәле ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уйын, һәр ваҡыттағыса, бик көсөргәнешле үтә. Әле лә улар билдәле сценарийҙан ситкә тайпылманы. Хужалар бәйгене өҫтөнлөк менән башлаһа ла, ҡунаҡтарҙың тәүге контрһөжүме иҫәпте асыуға килтерҙе. Өфөләрҙең иҫәпте йәнә арттырыр­ға тулыһынса тиерлек мөмкинлеге тыуһа ла, ике уйынсыға өҫтөнлөктө улар файҙалана алманы. Ә инде «Аҡ барс», әҙселектә уңышҡа өлгәшеп, ҡунаҡтарға һабаҡ бирҙе. Аҙаҡтан инде осрашыу «баҫтырышыу»ға ҡоролдо. Төп ваҡыт 3:3 иҫәбенә тамамланғас, өҫтәмә ва­ҡыт­та ла еңеүсе асыҡланманы. Буллит серияһында, ниһайәт, бәхет юлаев­сылар­ға йылмайҙы. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы, ике уйында биш мәрәй яулап, хәлен бер аҙ яҡшырта төштө. Бигерәк тә, һуңғы арала үҙ уйынын табып, Өфө командаһы составында снайпер­ға әйләнгән һөжүмсе Игорь Мирнов маҡтауға лайыҡ.
Иртәгә ике күрше йәнә осраша. Был юлы осрашыу беҙҙә үтә.
Бынан тыш КХЛ беренселегендә тағы дүрт осрашыу үтте. «Спартак» клубы Минскиҙың «Динамо»һын 4:1 иҫәбенә отһа, «Витязь» ҡунаҡта «Донбасс»тан 2:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итте. Шулай уҡ «Северсталь» «Динамо» (Рига) уйынсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп ҡайтһа, Мәскәүҙең «Динамо» уйынсылары Словакияла «Сло­ван»ды 3:2 иҫәбенә еңде.


8 октябргә ҡарата КХЛ беренселегенең турнир таблицаһы


У Е-ү Ов. Б. Б. Ов. Е-леү Ш. М.
е-ү е-ү е-леү е-леү

1. «Трактор» 12 9 0 0 0 0 3 39-20 27
2. «Динамо»
/Мәскәү/ 13 6 0 4 0 0 3 43-28 26
3. «Себер» 14 6 0 3 1 1 3 36-30 26
4. «Локомотив» 12 7 0 2 0 0 3 31-25 25
5. «Лев» 13 7 0 1 0 0 5 33-30 23
6. «Аҡ барс» 13 6 0 1 2 1 3 38-27 23
7. ЦСКА 13 5 2 2 0 0 4 31-24 23
8. СКА 11 7 0 0 1 0 3 44-31 22
9. «Северсталь» 13 6 0 0 1 3 3 28-26 22
10. «Металлург» /Мг/ 12 6 0 0 2 1 3 31-26 21
11.«Нефтехимик» 13 4 2 2 1 0 4 37-38 21
12. «Салауат Юлаев» 14 4 2 1 3 0 4 39-41 21
13. «Барыҫ» 13 6 0 0 0 2 5 31-39 20
14. «Слован» 13 5 0 2 1 0 5 34-30 20
15. «Атлант» 13 4 0 3 1 1 4 35-35 20
16.«Металлург»/Нк./ 14 4 1 1 2 1 5 40-44 19
17. «Спартак» 14 4 1 1 1 1 6 29-34 18
18. «Авангард» 13 3 3 1 1 0 5 29-33 18
19. «Витязь» 14 3 0 2 3 1 5 31-36 17
20. «Амур» 15 4 1 1 0 0 9 31-39 16
21. «Торпедо» 11 4 0 0 3 1 3 31-31 16
22. «Динамо»
/Рига/ 14 3 1 1 1 1 7 27-33 15
23. «Динамо»
/Минск/ 14 4 1 0 0 0 9 28-46 14
24. «Донбасс» 12 2 0 2 3 0 5 27-30 13
25. «Югра» 12 3 0 0 2 0 7 33-40 11
26. «Автомобилист» 11 2 0 0 1 0 8 19-35 7
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына