RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маһайырға иртәрәк

14.09.2012 Маһайырға иртәрәк

Маһайырға иртәрәк
2014 йылда Бразилияла буласаҡ футбол буйынса донъя беренселегенең һайлап алыу төркөм уйындары башланды. Рәсәй йыйылма командаһы яртылаш яңыртылған состав менән «Ғ» төркөмөндә Португалия, Израиль, Әзербайжан, Люксембург һәм Төньяҡ Ирландия командалары менән берлектә финалға сығырға бер путевка өсөн үҙ-ара көрәшәсәк. Әлегә Фабио Капелланың тәрбиәләнеүселәре уңышлы ғына старт алып, ике осрашыуҙа 6 мәрәй яулап, үҙ төркөмөн етәкләп ебәрҙе.
Башта Рәсәй футболсылары үҙ майҙанында Төньяҡ Ирландия уйынсыларын 2:0 иҫәбенә отто. Һуңынан, йәғни 11 сен­­тябр­ҙә Израилдә урындағы команданы 4:0 иҫәбенә ҡыйратты. Гол­дарҙы Фәйзуллин, Кокорин һәм ике тапҡыр Кержаков индерҙе. Ғөмүмән, дәғүәсегә килгәндә, улар быға тиклем үҙ-ара ете тапҡыр осраша. Өсөһөндә еңеү тегеләр яғында булһа, икеһендә Рәсәй өҫтөнлөк итә, ә ике осрашыу тигеҙ иҫәп менән тамамлана. Шуға ла Израиль командаһы Рәсәй өсөн уңай­һыҙ дәғүәсе булып һанала. Тик был юлы улар Рәсәйгә ҡаршы бер ни ҡыла алмай, моғайын, әле үк көрәштән баш тартыр. Улар һуңғы тапҡыр донъя чемпионатында 1970 йылда ғына ҡатнаша. Европа беренселегенә бөтөнләй аяҡ баҫҡаны булмай. Беҙгә лә маһайырға ярамай. Сөнки 2006 йылдан алып Рәсәй командаһы донъя чемпионатынан мәхрүм ҡалып килә.
Әлегә төркөм осрашыуҙарынан Португалия футболсылары ла алты мәрәй яулап, Рәсәй менән беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. 12 октябрҙә улар Мәскәүҙә үҙ-ара уйнаясаҡ.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына