НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡортостанға Лондон геройҙары ҡайтты

Башҡортостанға Лондон геройҙары ҡайтты


Башҡортостанға Лондон геройҙары ҡайтты
12 сентябрҙә Башҡортостанға XIV Паралимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары әйләнеп ҡайтты. Уларҙы республикабыҙҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, ҡала администрацияһы вәкилдәре, тренерҙары, туғандары, дуҫтары һәм журналистар «Өфө» аэропортында ҡаршы алды. Шығырым тулы ҡаршылау залы үҙе бер ҙур байрам урынына әүерелде. Быға тиклем уларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙендә ҡабул итеп, еңеүселәргә һәм призерҙарға хөкүмәт наградаларын тапшырғайны.
«һеҙ беҙҙең илде данлап, Паралимпия спортын донъя кимәленә күтәрҙегеҙ. Беҙ һеҙҙең алда бурыслы», – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе ил етәксеһе. Ул шулай уҡ августа үткән Олимпия уйындары еңеүселәренә бирелгән аҡсалата премиялар Паралим­пия призерҙарына ла шул уҡ күләмдә тапшырыласағын белдерҙе. Тимәк, еңеүсегә 4 миллион һум булһа, көмөш миҙал призерына – 2,5 млн һәм өсөнсө призерға 1,7 млн һум. Башҡортостан Хөкүмәте лә үҙенең еңеүселәрен һөйөндөрәсәк: бының өсөн ҡаҙнанан 32 млн һум аҡса бүленгән.
Башҡортостанға Лондон геройҙары ҡайтты
Беҙҙең яҡташтарыбыҙ Рәсәй йыйылма командаһы составында 12 алтын һәм 5 көмөш миҙал яуланы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко, йөҙөү спорт төрөнән биш дистанцияла донъя рекордын арттырып, биш тапҡыр чемпион исемен яуланы. Хәҙер ул Паралимпия уйындарының һигеҙ тапҡыр еңеүсеһе булып һанала. «Әҙерәк арытты. Хәҙер бер аҙ ял итеп алғы килә, сөнки һуңғы һигеҙ айҙа бассейндан башҡа әйбер күргәнем юҡ. Дингеҙ буйына барырға ине ниәт. Унан ҡайт­ҡас та яратҡан шөғөлөмдө дауам итәсәкмен, сөнки күнекмәләрҙе дауам итмәһәң, үткәнеңде ҡыуып етеүе ауыр», – ти геройыбыҙ. Оксананы әсәһе биш йәшендә бассейнға алып килә. Ул йыш ауырый, күҙе лә насар күрә, шуға һаулығын нығытыу йәһәтенән йөҙөүгә ылыҡтыра. Күп тә үтмәй, һөҙөмтәләре күренә башлай. Данлыҡлы яҡташыбыҙ, еңел атлетика буйынса Паралимпия уйындарының 13 тапҡыр чемпионы Рима Баталованы ла ҡыуып етергә уға күп ҡалманы.
Шулай уҡ еңел атлетиканан Алексей Лабзин ике алтын һәм бер көмөш, йөҙөүҙән Александр Неволин-Светов бер алтын һәм өс көмөш, Михаил Зимин – алтын, еңел атлетиканан Елена Паутова – алтын, Андрей Коптев – алтын, Анастасия Овсянникова – алтын һәм Анна Сорокина көмөш миҙал яулай.
Башҡортостанға Лондон геройҙары ҡайтты
– Үҙебеҙҙең аш-һыу һағындырҙы. Сит ил тиһәләр ҙә, ул йәһәттән беҙҙең яҡҡа етеүсе юҡ, – тине Стәрлетамаҡ ҡыҙы Анастасия Овсянникова.
РФ Президенты Владимир Путин Оксана Савченкоға Дуҫлыҡ ордены, Александр Неволин-Световҡа, Елена Паутоваға һәм Алексей Лабзинға Почет ордендарын тапшырҙы. Дөйөм күрһәткес буйынса Рәсәй паралимпиясылары һуңғы уйындарҙа һөҙөмтәһен күпкә яҡшыртып, хәҙер Ҡытайҙан ғына ҡала, икенсе урынға сыҡты. Тик күңелде шул борсой. Паралимпиясыларҙы рән­йеткәндән түгел, көнөбөҙ шуға ҡалып барамы икән?..
Башҡортостанға Лондон геройҙары ҡайтты
Ғөмүмән, премияларға килгәндә, иң күбен үҙенең спортсыларына Ҡаҙағстан хөкүмәте вәғәҙә иткән. Беренсе урынға – 250 мең доллар, икенсегә – 150 мең доллар һәм өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелеүсегә – 75 мең доллар. Украинаныҡы ла нисауа, тик ҡаҙаҡтарҙан күпкә ҡалыша. Беренсегә – 125 мең, икенсегә – 80 мең һәм өсөнсөгә – 55 мең доллар. Рәсәй премиялар буйынса почетлы өсөнсө урында. Ҡытайҙың еңеүселәре күп булғас, премия күләме күпкә кәмерәк булһа ла, башҡа илдәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ. Улар еңеүселәренә, йәғни чемпионға – 78 500 доллар, «көмөш»кә – 63 мең һәм «бронза»ға 47 мең доллар бирәсәк. Австралия, Германия, Италия һәм Канада кеүек илдәр олимпиясыларын әллә ни күккә сөймәй, аҡсалата премияларын самалап бирмәксе. Улар чемпионға – 20 мең, икенсе менән өсөнсө призерға – 15 – 10 мең доллар.

Н. ТИМЕРОВ.
А. ДАНИЛОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 14-09-2012, 11:34 | Ҡаранылар: 786
|
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Ҙур спорт тирәләй
  • Иң шәп йөҙөүсе һәм йүгерек – Башҡортостандан
  • Беҙҙекеләр һынатманы
  • Яҡташтар миҙал гөлләмәһе менән ҡайтты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM