RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

11.09.2012 Ҙур спорт тирәләй

"Алтын"дың өстән бер өлөшө яҡташтарыбыҙҙа
Ҙур спорт тирәләй
Шулай итеп, Лондондағы Паралимпия уйындары ла аҙағына етеп, үҙенең яңы тарихын яҙҙы. Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары, 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙал яулап, ҡытайҙарҙан ҡала, дөйөм икенсе урынға сыҡты. Пекинда уҙған ярыштар менән сағыштырғанда, беҙҙең спортсыларыбыҙ һөҙөмтәһен күпкә яҡшыртты. Унда улар һигеҙенсе генә булғайны. Юғарылағы уңышҡа Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан вәкилдәре лә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә йөҙөү буйынса Оксана Савченко айырым маҡтауға лайыҡ. Ул бер үҙенә бер юлы биш алтын миҙал яулап, абсолют чемпион исемен алды. Ғөмүмән, яҡташтарыбыҙ, 12 алтын, биш көмөш миҙалға эйә булып, бөтә "алтын"дарҙың өстән бер өлөшөн яуланы. Уйындарҙың һуңғы ярыштарында тағы бер йөҙөүсебеҙ – Михаил Зимин финишҡа беренсе килеп, республикабыҙ өсөн 12-се "алтын" килтерҙе.

Һыңар конькиҙың көнө үтте шул…

"Салауат Юлаев" командаһы өсөн күптән бындай башланғыс булғаны юҡ ине. Һөҙөмтәһе лә уйынына күрә ярашлы һымаҡ тойола. Уҙғарған ике осрашыуҙа ла команданың уйыны ла, башҡаларҙы үҙе артынан эйәртерлек лидер ҙа күренмәне. Тренер тактикаһы ла тойолманы. Уйынсылар нисек бар, шайбаны шулай ҡыуаланы. Әлбиттә, уңышһыҙлыҡты миҙгел башына һылтарға мөмкин. Тик составтың төп хоккейсыларының бындай хәлгә тарыуы күңелде бошондора. Ярай "Витязь"де һынап өлгөрә алманыҡ икән, ти. Ә бына "Северсталь" командаһына ҡаршы беҙҙекеләр бөтөнләй әҙерлекһеҙ сыҡҡан һымаҡ ине. Шайбаны борттан алып сыға алмай интектеләр. Күпселектә уйнағанда ла күпселек күренмәне.
Баш тренерыбыҙ Венер Сафин, көйәрмәндәр алдында ғәфү үтенеп, ҡайһы бер уйынсыларҙың, яуапһыҙлыҡ күрһәтеп, уйнамауына һылтанһа ла, киләсәктә эштәр былай барһа, нимә булып бөтөр? Ә әлегә юлаевсылар, ике уйында бары бер генә мәрәй яулап, турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөндә урын алды.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына