RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

07.09.2012 Ҙур спорт тирәләй

Савченко – Паралимпия уйындарының ете тапҡыр чемпионы
Ҙур спорт тирәләй
Башҡортостан ҡыҙы, Рәсәй йыйылма командаһы составында дүртенсе тапҡыр ҙур уңышҡа өлгәшеп, Лондонда барған Пара­лимпия уйындарында дүрт тапҡыр чемпион исемен яуланы.
Оксана Савченко тәүҙә 400 метр араға йөҙөүҙә финишҡа беренсе килгәс, уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов телефон аша ҡотланы. Шул ваҡытта уҡ Оксана республика башлығына киләсәктә лә үрҙәр яулауына ышанысын белдергәйне. Һәм бына М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты йәнә өс тапҡыр алтын миҙал яулап, уйындарҙың дүрт тапҡыр чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ул ғына ла түгел, өс дистанцияны ла донъя рекорды менән тамамланы. Уҙған Пекин уйындарында ла Савченко өс тапҡыр юғары подиумға күтәрелеп, хәҙер ете тапҡыр еңеүсе булды. Афарин!
Шулай уҡ Рәсәй ҡумтаһына сираттағы алтын миҙалдарҙы Өфө физик культура институтының студенттары килтерҙе. Башта Елена Паутоваға 1500 метр араға йүгереүҙә етеүсе булмаһа, һуңынан эстафетала Рәсәй командаһы составында Анастасия Овсянникова юғары уңышҡа өлгәште. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Александр Неволин-Свитов йөҙөүҙә яулаған ике «көмөшө» эргәһенә алтын миҙал өҫтәне. Шулай итеп, әлегә Башҡортостан спортсылары һигеҙ алтын һәм өс көмөш миҙалға эйә.

Аршавинға ла көн бөттө…

Ҙур спорт тирәләй
Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы яңы етәкселек һәм яртылаш яңыртыл­ған состав менән 2014 йылда буласаҡ донъя беренселегенең һайлап алыу осрашыуҙарын бөгөн Төньяҡ Ирландия футболсылары менән башлай.
Беҙҙең төркөмдә, уларҙан тыш, Әзербайжан, Израиль, Люксембург һәм Португалия командалары финал стадияһына сығыр өсөн үҙ-ара көрәшәсәк. Рәсәй командаһының баш тренеры, Италия белгесе Фабио Капелло, кемде-кемде, ә Аршавиндың үҙен составҡа саҡырмаған. Шулай уҡ унда Роман Павлюченкоға ла урын табылманы. Павел Погребняк, Юрий Жирков, Сергей Семак та уйындарҙы ситтән күҙәтәсәк.
Капеллоның яңыртылған составына ҡапҡасылар Игорь Акинфеев /ЦСКА/, Владимир Габулов /«Анжи»/, Антон Шунин /«Динамо»/, һаҡсылар Александр Анюков /«Зенит»/, Алексей Березуцкий, Василий Березуцкий, Сергей Игнашевич, Георгий Щенников /бөтәһе лә ЦСКА-нан/, Тарас Бурлак, Андрей Ещенко /икеһе лә «Локомотив»тан/ ингән.
Ярымһаҡсылар Динияр Биләлетдинов, Дмитрий Комбаров /икеһе лә «Спартак»тан/, Владимир Быстров, Игорь Денисов, Константин Зырянов, Виктор Фәйзуллин, Роман Широков /бөтәһе лә «Зенит»тан/, Алан Дзагоев /ЦСКА/, Денис Глушаков, Магомед Оздоев, Александр Самедов /өсөһө лә «Локомотив»тан/, һөжүмселәр Александр Кержаков /«Зенит»/, Александр Кокорин /»Динамо»/ һәм Артем Дзюба /«Спартак»/ саҡырылған.

«Зенит» «йондоҙҙар»ға аҡса йәлләмәй

Ҙур спорт тирәләй
Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командалары тәнәфескә туҡтап, быға тиклем ете тур үткәреп өлгөрҙө.
Әлегә юғарыла – ике лидер. Береһе инде әлеге лә баяғы «Зенит». «Терек» командаһының уйыны иһә күптәрҙе аптырата. Улар, икеһенә 16-шар мәрәй яулап, өсөнсө урында килеүсе ЦСКА-нан бер мәрәйгә өҫтөнлөк итә. «Анжи» – дүртенсе /14 мәрәй/.
«Зенит» тигәндән, ул Рәсәйҙе генә түгел, бөтә донъя футбол даирәһен аптыратыуын дауам итә. Был юлы уның составы 100 млн евроға торошло ике уйынсы менән тулыланды. Был Рәсәй футбол тарихында иң ҡиммәтленән һанала. Быға тиклем шул уҡ «Зенит» клубы етәкселеге Даниҙы 30 млн евроға һатып алғайны. Әлеге 60 млн евроға һатып алған һөжүмсе Халк (ысын исеме Живанилду Виейра ди Соуза), Португалияның «Порту» командаһында сығыш яһап, Бразилия йыйылма командаһы уйынсыһы булып һанала. «Зенит»тың икенсе һатып алған «йондоҙ»о – Бельгия йыйылма командаһының ярымһаҡсыһы, Португалияның «Бенфика» клубында уйнаған Аксель Витсель. Ул 40 млн евро тора. «Спартак»тың генераль директоры Валерий Карпин әйтмешләй, ошо ике уйынсының хаҡы Премьер-лигала уйнаған команданың йыллыҡ бюджетына тиң. Икеһе лә биш йылға килешеү төҙөнө. Ғөмүмән, аҡсаға килгәндә, иң ҡиммәтле футболсы булып Криштиану Роналду иҫәпләнә. Уны 94 млн евроға һатып алалар. Икенсе урында – Зинедин Зидан. 2001 йылда «Реал» уны 73,5 млн евроға һатып алған була. Златан Ибраһимович 66 млн евро торһа, Кака – 65 млн евро. Бишенсе урында – билдәле Луиш Фигу. Уны 2001 йылда «Реал» клубы 61,5 млн евроға тиңләй. Һәм бына беҙҙең Халк 60 млн евроһы менән алтынсы баҫҡыста. Эштәр былай барһа, донъяла иң бай булып танылған Испанияның «Реал»ын ҡыуып етергә лә күп ҡалманы.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына