RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

04.09.2012 Ҙур спорт тирәләй

Кубок «Салауат Юлаев»та

Өфөлә хоккей буйынса «Башҡортостан кубогы»ның халыҡ-ара турниры үтте. Унда «Салауат Юлаев» хоккейсыларынан тыш, «Металлург» (Новокузнецк), «Торос» (Нефтекама) һәм Чехиянан ҡунаҡтар – «Энергия» командаһы ҡатнашты.
Турнир хужалары һуңғы уйында Новокузнецк уйынсыларын 3:2 иҫәбенә отоп, төп призды яуланы. Икенсе «Металлург» булһа, өсөнсөлә – «Энергия» командаһы. Турнир тигәндән, юлаевсылар инде был уңышҡа кубок уйнатылғандан бирле бишенсе тапҡыр өлгәшә. Быға тиклем бәйге Башҡортостан Президенты кубогы тип атала ине. Исеме үҙгәрһә лә, уның статусы шул уҡ ҡалды.

«Өфө»ләр әлегә кубокКа әҙер түгел

Футбол буйынса Рәсәй кубогы өсөн 1/32 финал осрашыуҙары уҙҙы. Башҡортостандың «Өфө» командаһы киләһе стадияға сығыр өсөн Екатеринбургтың «Урал» футболсылары менән осрашты һәм, ҡунаҡтарға 0:1 иҫәбенә еңелеп, бәйгенән төшөп ҡалды. Берҙән-бер хәл иткес голды, беҙҙең ҡапҡасыбыҙҙың хатаһы арҡаһында, «Урал»дың һөжүмсеһе буш ҡапҡаға индереп, уңыш­ҡа өлгәште. Киләһе раундта Екатеринбург уйынсылары билдәле Гус Хиддинктың «Анжи» командаһы менән уйнаясаҡ.

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең беренсе лига командаларының 4 сентябргә ҡарата турнир таблицаһы


У. М.
1. «Томь» (Томск) 8 17
2. «Өфө» (Өфө) 9 17
3. «Урал» (Екатеринбург) 9 16
4. «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) 9 15
5. СКА-Энергия (Хабаровск) 8 15
6. «Ротор» (Волгоград) 8 13
7. «Енисей» (Красноярск) 9 13
8. «Балтика (Калининград) 9 13
9. «Спартак-Нальчик» 8 12
10. «Себер» (Новосибирск) 8 10
11. «Салют» (Белгород) 8 9
12. «Петротрест» (Санкт-Петербург) 9 9
13. «Торпедо» (Мәскәү) 8 9
14. «Шинник» (Ярославль) 9 8
15. «Металлург – Кузбасс» (Новокузнецк) 9 8
16. «Волгарь» (Әстерхан) 8 8
17. «Химки» (Мәскәү өлкәһе) 8 2

Киләһе тур 6 сентябрҙә буласаҡ. «Өфө» командаһы Санкт-Петербургта урындағы «Петротрест» футболсылары менән уйнаясаҡ.

«Ямал кубогы»н «Урал» яуланы

Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы Рәсәй беренселегенә әҙерләнеү барышында Яңы Уренгойҙа «Ямал кубогы» турнирында ҡатнашты. Башҡортостан волейболсылары, хәл иткес уйында «Факел» уйынсыларын 3:0 иҫәбенә отоп, төп призды яуланы.

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына