RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Владимир Крутов вафат булды

08.06.2012 Владимир Крутов вафат булды

Данлыҡлы хоккейсы, Олимпия уйындарының ике тапҡыр еңеүсеһе, алты тапҡыр – донъя һәм ун тапҡыр СССР беренселеге чемпионы Владимир Крутов ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды.
Билдәле һөжүмсе 1960 йылдың 1 июнендә Мәскәүҙә тыуған. Дүрт йәшенән конькиға баҫып, юғарыла телгә алынған уңыштарына өлгәшә. 1977 йылда ЦСКА клубында уйнай башлай. 1980 йылда СССР йыйылма командаһы составында дебют яһай. Һәм шул ваҡытта данлыҡлы тренер Виктор Тихонов донъяға билдәле «пятерка» төҙөй. Владимир Крутов, Сергей Макаров, Игорь Ларионов, Вячеслав Фетисов һәм Алексей Касатоновтан торған «пятерка» донъяла иң көслөләрҙән һанала. 1989 йылда, бар хоккейсылар кеүек, Крутов та НХЛ-ға китеп, үҙен һынап ҡарай. Тик унда оҙаҡ тормай, Швейцарияның «Цюрих» командаһына юллана. 1992 йылдан 1996 йылға тиклем Швецияның түбәнге лигаһында ла уйнап өлгөрә. Шунан һуң конькийын сөйгә элеп, төрлө ерҙә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Һуңғы ваҡытта Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында йәшәй.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына