RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шахмат һәм шашка – барыһы өсөн дә!

23.03.2012 Шахмат һәм шашка – барыһы өсөн дә!

Шахмат һәм шашка – барыһы өсөн дә!
Башҡортостан Республи­ка­­һының РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән «Мәскәү башҡорттары» ижтимағи ойошмаһы баш ҡалабыҙҙа йыл һайын «Шах­мат һәм шашка − барыһы өсөн дә!» тип аталған интеллектуаль турнир үткәрә. Быйыл да ул шаҡмаҡ таҡта артында баш ватырға яратыусыларҙы йыйҙы. Ярыштың почетлы ҡунаҡтары итеп шашка буйынса халыҡ-ара гроссмейстер, биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡ­ҡужина менән юниорҙар араһында шашка буйынса донъя чемпионы Айнур Шәйбәков саҡырылды.
Сараны «Мәскәү башҡорттары» ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, турнир кураторы Зөлфиә Камалетдинова асып ебәрҙе: «Дуҫтар! Бөгөн турнирға килгән һәр кем шахмат һәм шашка уйнап күңел асыр, дуҫтар менән аралашыуҙан ләззәт алыр, тип ышанам. Бәлки, кемдер Тамара Танһыҡҡужина һәм Айнур Шәйбәков менән бергә уйнап илһамланыр ҙа, киләсәктә шашка йәки шахмат буйынса донъя чемпионы титулын яулағас, этәргес көс биргән турнирыбыҙҙы иҫләр. Нисек кенә булмаһын, ярыштың тик ыңғай һөҙөмтәләргә генә килтерәсәгенә иманым камил!». Зөлфиәнең әйтеүе буйынса, әлеге турнирҙа көсөн һынап ҡарарға теләүселәр бик күп: ҡатнашыусылар араһында алты йәшлектәр ҙә, алтмыш йәшлектәр ҙә бар, берәүҙәре тәүге аҙымдарын яһаһа, икенселәре − разрядлы спортсылар.
Башҡортостан вәкиллегенең бүлек начальнигы Азат Ғәфүров та, «Мәскәү башҡорттары» ойошмаһы рәйесе Марат Булатов та, уйында ҡатнашыу­сыларҙы сәләмләп, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ярышта «иң-иң»дәрҙең еңеүен теләне. Айнур Шәйбәков барыһын да ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырғас, Тамара Танһыҡҡужина бер үк ваҡытта барыһы менән дә уйнай башланы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар донъя чемпионын нисек кенә еңергә тырышмаһын, тәжрибәле шашкасы бер кемде лә алға сығарманы. Тик бер генә уйын бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланды. Тамара менән тиң тиерлек уйнаған Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенты Артур Ғәлин кубок һәм грамота менән бүләкләнде. Башҡа призлы урындарҙы Тамара Танһыҡҡужина уйынсыларҙың оҫталыҡ кимәленән сығып билдәләне: Юғары иҡтисад мәктәбе магистратураһы студенты Розалия Фәхрис­ламова беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урынға Мәскәү авиация техник институты студенты Закир Килдейәров сыҡты, өсөнсө урын Рәсимә Сыңғы­ҙоваға бирелде. Турнирҙа ҡатнашҡан алты йәшлек Дарья Пепелицина ла иғтибарҙан ситтә, йәғни бүләкһеҙ ҡалманы.
Сараның икенсе өлөшөндә шахмат буйынса турнир үтте. Шахматсыларҙың барыһы ла интеллектуаль ярышта бар күңелен һалып һуңғаса алышты, әммә финалға иң лайыҡлылар сыҡты: Дамир Мортаев, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының социология факультеты аспиранты Артур Вәлиуллин һәм профессор, иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы академигы Хәлил Барлыбаев. Көсөргәнешле ярыштар тамамланғас, барыһы ла күңелле сәй табынына йыйылды. «Пышка» компанияһының тәмле-татлы аҙыҡтары менән һыйланғанда, Редик Ефремов менән Фәүриә Сәйәхова үҙҙәренең матур сығыштары менән йыйылыусыларҙы ҡыуандырҙы.
Был күркәм тамашанан Өфө ҡунаҡтары ла ҡәнәғәт ҡалды. Тамара Михайловна, ошондай саралар бик мөһим, тип билдәләне: «Беренсенән, яҡташтар бергә йыйылып, аралашыу бәхетенә ирешә, икенсенән шашка-шахмат уйындары шәхестең интеллектуаль потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итә». Донъя чемпионы Башҡортостан Рес­публикаһында шашка уйыны хәрәкәтен йәйелдереү буйынса проект булдырылыуы тураһындағы яңылыҡ менән дә бүлеште. Төп иғтибар ауылда йәшәүсе балаларға биреләсәк.
Рухлы, әүҙем кешеләрҙе туплаған турнир ике спорт йүнәлешендә лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итте. Шулай уҡ ярыш мәлендә күҙәтелгән күтәренке кәйеф, яҡташтарҙың бер-береһе өсөн ихлас янып-көйөүе лә турнирҙың ҡаҙанышы кеүек ҡабул ителде. Шуныһы менән дә ҡәҙерле ине был сара.

Фаягөл ЮНЫСОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына