RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ольга Вилухина – донъя беренселегенең бронза миҙалы призеры

06.03.2012 Ольга Вилухина – донъя беренселегенең бронза миҙалы призеры

Ольга Вилухина – донъя беренселегенең бронза миҙалы призеры
Германияла барған биатлон буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы биш ярыш һөҙөмтәһе буйынса ике бронза миҙал яулап, хәлен бер аҙ яҡшыртты, буғай. Тәүҙә командалар ҡатнаш эстафетала ярышты. Рәсәй командаһы (яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, билдәле Ольга Зайцева, Дмитрий Малышко, Антон Шипулин) бишенсе урын алды. Икенсе көндө спортсылар спринт бәйгеһендә уҙышты. Бында ла беҙҙекеләргә уңыш йылмайманы. Егеттәребеҙ ун көслө спортсы исемлегенә бөтөнләй инмәһә, ҡыҙҙар­ҙан Светлана Слепцова етенсе булһа, Ольга Вилухина финишта һигеҙенсе һөҙөмтә күрһәтте. Өсөнсө ярыш көнөндә улар эҙәрлекләү бәйгеһендә көс һынашты. Бында иһә башта Антон Шипулин Рәсәй өсөн тәүге миҙал яулаһа, Межгорье һылыуы Ольга Вилухина үҙ карьераһында тәүге ҙур уңышҡа өлгәште. Ул, бары тик билдәле Дарья Домрачева менән Магдалена Нойнерҙан ҡала, финишҡа өсөнсө булып килеп, бронза миҙалға эйә булды.

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына