RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Салауат хәбәрҙәре

02.03.2012 Салауат хәбәрҙәре

Депутат старт бирә
Салауат ҡалаһының «Олимпиясы» спорт-һауыҡтырыу комплексында ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәй кубогы этабының һәм Башҡортостан кубогына бәйге уҙҙы.
Спортсылар көс гимнастикаһында, пневматик винтовканан атыуҙа, саңғыла уҙышыуҙа үҙҙәрен һынаны.
Командалар зачетында Башҡортостан командаларына етеүсе булманы.

Йәйәнән атыуға Сибайҙар ҙа ҡушылды
Салауаттың 22-се урта мәктәбендә йәйәнән атыу буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте.
Йәйәнән атыу спорты беҙҙең республикала ҡырҡ йыл тирәһе элек Бөрө ҡалаһында башланғайны.
Шунан Мәләүездә, Өфөлә, ике йыл элек Салауатта барлыҡҡа килде.
Әлеге ярыштарға Сибай спортсыларының килеүе барыһын да аптыратты. Баҡтиһәң, дүрт ай элек Башҡорт дәүләт университетының был ҡалалағы филиалында йәйәнән атыу секцияһы асылған. Бының өсөн Мәләүездән тәжрибәле спортсы һәм бер юлы тренер ҙа саҡырғандар. Әйткәндәй, Сибай егете Евгений Антипов әлеге ярышта абсолют чемпион исемен яуланы. Ә уның беренсе курста уҡыған тәрбиәләнеүселәре уртаса сығыш яһаны. Әммә Антипов һанауынса, улар яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән.
Ысынлап та, йәйәнән төҙ атыу һәр кемгә еңел бирелмәй.
Әйткәндәй, бығаса республикала бынан егерме, ҡырҡ йыл элек үҫкән халыҡ-ара спорт мастерҙары исемлегендә бер башҡорт фамилиялы кеше юҡ! Ә кем Парижға йәйә һәм уҡ менән барып еткән? Йәйәнән атыу оҫталығы ҡан аша ата-бабаларҙан уларҙың ейәндәренә күсмәгәнме? Сибайҙа, бәлки, Олимпия уйындарында (ә йәйәнән атыу уның программаһына инә) ҡатнашырлыҡ төп халыҡ вәкиленән яңы заман «төньяҡ амуры» килеп сығыр? Башҡорт дәүләт университеты филиалы етәкселеге, моғайын, ошо турала ла уйлап, яҡшы эште башлағандыр…
Ә чемпионатта Мәләүез командаһы еңде. Салауаттар − икенсе, Өфө (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм Бөрө (ирҙәр) өсөнсө урынға сыҡты.

Йәмил БУРАНҒОЛОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына