RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр

17.02.2012 Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр

Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр
– Юл бир, юл бир!
– Шәберәк, шәберәк!
– Саңғыңды майламаныңмы әллә?!
Ике көн буйы Өфө районының Авдон ҡасабаһы тирәһендә шундайыраҡ тауыштар яңғырап торҙо. Үткән ялда республика мәктәптәренән 200-ҙән ашыу спортсы, барлығы 19 команда саңғы ярышында ҡатнашты. «Лыжня ру­мяных» тип аталған ярыш «Йәншишмә» гә­зи­те призына уҙғарылды.
Саңғы юлы ҡырмыҫҡа иләүендәй геүләне. Үҙ район-ҡалаларында еңеү яулап, хәҙер Башҡортостан кимәлендә мәктәп данын яҡлаусы йәш спортсылар эстафета, шәхси уҙыш һынауҙарын үтте. Ярыштарҙа 1998 – 2001 йылғы үҫмерҙәр ҡатнашып, ҡыҙҙарға ике саҡрым араны, малайҙарға өс саҡрымды үтергә кәрәк ине. Шәхси беренселектә Өфөнөң 49-сы мәктәбе спортсылары Ели­завета Ростова менән Руслан Ғәлишин, ҡалтасы районынан Лариса Хәйретдинова, ҡариҙелдән Сергей Порядин иң яҡшы күрһәткескә иреш­һә, эстафетала баш ҡаланың үрҙә әйтелгән мәктәбенең саңғысы ҡыҙҙары, Ок­тябрьский ҡала­һының өсөнсө гимназияһының ҡыҙ­ҙар командаһы, Авдон мәктәбе һәм Өфөнөң 130-сы мәктәбенән малайҙар төркөмө иң етеҙҙәре булып сыҡты.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Йән­шишмә» гәзите махсус приз­дар әҙерләгәйне. Уға иң йәш саңғысылар – 10 йәшлек Эвелина Бакиева менән Роберт Нәбиев лайыҡ булды. Балаларҙың икеһе лә Өфө районының Дмитриевка мәктәбе командаһынан.
Тышҡа сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, Йөҙҙәр ал булыр, яҡшы ял булыр
– Был ярыштар республика райондарында саңғы спортының үҫешкән булыуын күрһәтте, – тине ярыштарҙың баш секретары Дамир Дәүләтов. – Хатта төрлө йәш категорияһында дүртәр команда алып килеүсе райондар булды. Ошо иҫәпкә Учалы, Бәләбәй, Белорет, Баҡалы, Ишембай райондары, Меж­горье ҡалаһы инә.
Һуңғы йылдарҙа Баш­ҡортостанда спортҡа, сәләмәт тормошҡа ынтылыш артҡандан-арта. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең саңғыға ылығыуы мәктәптәрҙә быға мөмкинлектәр булдырылыуы хаҡында һөйләй. Ата-әсәләр ҙә ул-ҡыҙҙарының саф һауала күберәк йөрөүен теләй. Сынығыуға юл саңғы юлынан башлана, тигән әйтемде лә йыш ҡуллана торғайны өлкәндәр. Әлеге кеүек күп кеше ҡатнашҡан саралар ҡыҙыҡһыныуҙы ла арттыра, сәм дә уята.

Әйткәндәй

Башҡортостан халҡы утыҙынсы тапҡыр үткән “Рәсәй саңғы юлы – 2012” ярыштарынан да ситтә ҡалманы. Көн әллә ни йылы булмаһа ла, күптәр саңғы байрамында ҡатнашыуҙан баш тартманы.
Өфөлә стартҡа ун меңләп кеше сыҡты. Уларҙы яңы тәғәйенләнгән БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тәбрикләп, дәртләндереп ебәрҙе. Улай ғына ла түгел, ике урынбаҫары – Руслан Би­кем­бәтов, Руслан Ғиззә­туллин менән бергә саңғыларын кейеп, етәкселәргә тәғәйен 2014 метр арауыҡты шыйлатып үтте.
Райондарҙан да спорт һөйөүселәр тураһында ғорурланып һөйләрлек мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Туймазылағы ярыштар­ҙа 2940 кеше ҡатнашҡан, Стәрлетамаҡта – 1500, Октябрьскийҙа – 1000-дән ашыу, Салауатта – 800, Әлшәй районында – 600, Иглинда – 500-ҙән артыҡ. Ғөмүмән, һәр төбәктә ил буйынса уҙған сараны хуплап ҡаршы алғандар. Ойоштороусылар спорт ветерандарының, етәкселәрҙең дә ҙур теләк менән саңғыға баҫыуын билдәләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына