RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

26.11.2011 Ҙур спорт тирәләй

Биатлонсылар миҙгелде аса
Биатлон буйынса донья кубогының тәүге этабы башланыуға ла күп ҡалманы. Рәсәй йыйылма командаһы, төп составта юғалтыуҙар кисереп, яңыртылған составта сығыш яһаясаҡ. Бигерәк тә был ир-ат командаһына ҡағыла. Баш тренер әйтеүенсә, беренсе стартҡа Алексей Волков, Евгений Гараничев, Андрей Маковеев, Антон Шипулин, Евгений Устюгов, Максим Буртасов һәм Виктор Васильев сығасаҡ.
ҡыҙҙар командаһы составының төп тәжрибәле биатлонсылары һаҡлап ҡалынды. Шул уҡ билдәле Ольга Зайцева, Светлана Слепцова, Анна Богалий-Титовец, Яна Рома­нова, Екатерина Юрлова, Наталья Соколова һәм яҡташыбыҙ Ольга Вилухина беренсе көндән стартҡа баҫасаҡ.

"Зенит"тың да Кипрға көсө етмәне…
Чемпиондар лигаһында сығыш яһаған "Зенит" командаһы үҙ майҙанында Кипрҙың АПОЭЛ футболсыларын ҡабул итте һәм, 0:0 иҫәбенә уйнап, хәлен мөшкөлләйтте. Сөнки улар, ота ҡалһа, әле үк плей-оффҡа сыға ала ине. Ә хәҙер бер кемгә билдәһеҙ Кипр футболсылары ошо уңыштан һуң киләһе стадияға сыҡты. Бәлки, "Зенит" та буласаҡ һуңғы тур алдынан плей-оффҡа алдан сыҡҡан булыр ине лә, тик төркөм дәғүәсеһе – "Порту" уйынсылары "Шахтер"ҙы 2:0 иҫәбенә еңеп, ул да өмөтөн юғалтманы. Хәҙер һуңғы уйында Португалия командаһы Санкт-Петербург футболсыларын үҙендә ҡабул итәсәк. "Зенит"ҡа улар менән тигеҙ иҫәпкә уйнау ҙа етә, әммә "Порту" кеүек клуб ундай һөҙөмтә менән килешмәйәсәк. Шуға күрә беҙҙе бик ҡыҙыҡлы осрашыу көтә. Ә бына ЦСКА командаһы бөтөнләй аҫҡа тәгәрәне. Улар үҙ төркөмөндә Мәскәүҙә "Лилль" футболсыларына 0:2 иҫәбенә еңелеп, турнир таблицаһының иң һуңғы баҫҡысына төштө.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына