RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәнәфес файҙаға булыр, моғайын

08.11.2011 Тәнәфес файҙаға булыр, моғайын

Хоккей буйынса 11–13 ноябрҙә буласаҡ Евротурҙың тәүге этабы алдынан «Салауат Юлаев» хоккейсылары өс осрашыуҙы үҙ майҙанында уҙғар­ҙы. Беренсе уйында чемпионат аутсайдерын буллит серияһында көскә 4:3 иҫәбенә отҡас, баш тренерыбыҙ Сергей Михалевтың отставкаға китеүе хаҡында билдәле булды. Уның ярҙамсыһы Сергей Герсонскийҙан да баш тарттылар.
Икенсе бәйгелә өфөләргә ҡаршы беренселек лидерҙарының береһе – Силәбенең «Трактор»ы сыҡты. Был юлы юлаевсыларҙы уйынға билдәле тәрбиәләнеүсебеҙ, заманында һаҡсы булған, ә инде хәҙер ун йылға яҡын тренерлыҡ тәжрибәһе туплаған Венер Сафин сығарҙы. Күрәһең, клуб эсендәге ошо үҙгәреш осрашыуға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Сөнки «Салауат Юлаев» командаһы дөйөм коллектив булып, ҡунаҡтарға тын алырға ла ирек бирмәне. Уларҙың ҡапҡаһына дүрт яуапһыҙ шайба индереп, быйылғы миҙгелдә лайыҡлы рәүештә еңде, тиһәк тә, шаштырыу булмаҫ. Шулай итеп, «ҡара» октябрҙән һуң өфөләрҙең аҡ көндәре тыуыр, тигән өмөт уянғайны. Тәнәфес алдынан Астананың «Барыҫ» командаһы менән осрашыу булды. Улар ҙа һуңғы арала яҡшы ғына тиҙлек алып, дүрт уйын рәттән еңелеү белмәй.
Хужалар беренсе булып иҫәпте асһа ла, ҡаҙағстан ҡунаҡтары ике шайба менән яуап бирҙе. Һуңғы осорҙа 2:3 иҫәбенә еңелеп килгәндә лә, осрашыуҙы ҡотҡарыу түгел, еңеп тә була ине әле. Юҡ шул. Тәжрибәле һаҡсыбыҙ Виталий Прошкиндың хатаһы йәнә иҫәпте арттырыуға булышлыҡ итте. Кәйеф һүрелде, өмөт юҡҡа сыҡты. Сөнки уйынды ҡотҡарырға ваҡыт та ҡалмағайны. Алда тәнәфес, бәлки, ул файҙаға ғына булыр, тигән өмөттәбеҙ. Ә әлегә юлаевсылар, 23 уйындан һуң 31 мәрәй яулап, турнир таблицаһының 13-сө баҫҡысында. Юғарыла – СКА. Уның иҫәбендә – 48 мәрәй. «Амур» менән «Трактор» 44-шәр мәрәй менән 2 – 3-сө урындарҙы бүлешә.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына