RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һай, көслөһөң дә, Башҡортостан студенты!

04.10.2011 Һай, көслөһөң дә, Башҡортостан студенты!

Илшат Әхмәтханов менән Кристина Самойлова – донъя чемпиондары
Һай, көслөһөң  дә, Башҡортостан студенты!
Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының 4-се курс студенты Илшат Әхмәтханов 16 – 19 сентябрҙә Нью-Йорк ҡалаһында гер күтәреү буйынса донъя беренселегендә ҡатнашты. Унда 12 илдән спорт командалары йыйыла. Илшат был чемпионатта илебеҙҙең намыҫын лайыҡлы яҡланы. Ул – үҙ категорияһында абсолют чемпион. Ошо уҡ уҡыу йорто студенты Кристина Самойлова ла үҙ категорияһында еңеүсе исемен яулай. Әйтергә кәрәк, Рәсәй йыйылма командаһы Америкала яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Һөҙөмтәлә кубок улар ҡулына күсә.
Тыумышы менән Балтас районынан булған Илшат Әхмәтханов бала саҡтан спорт менән дуҫ. Мәктәпте тамамлағас, юҡҡа ғына физик тәрбиә биреү факультетын һайламаған. Егет республика, ил күләмендә үткән сараларҙа һәр саҡ көсөн һынай. Ә быйыл май айында Литвала гер күтәреү буйынса Европа беренселегендә ҡатнаша. Унда үҙ категорияһында еңеүсе булып, донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын алған.

Илшат үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Бындай мәртәбәле ярышта ҡатнашыуыма шатмын. Еңеүем өсөн тренерҙарым Айваз Сафутдиновҡа һәм Радамир Миңлебаевҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Әлеге уңыштарым менән сикләнергә уйламайым, яулай­һы үрҙәрем алда әле.
8-се синыфтан спорт менән ихлас шөғөлләнәм. Был мине физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалманы, рухи донъямды ла тәрбиәләне.
«Йәшлек» гәзите уҡыусыларына минән кәңәш: сәләмәт тормош яҡлы булығыҙ һәм һәр саҡ тик юғары һөҙөмтәгә ынтылығыҙ. Тиң­дәштәрем ғүмерҙәрен заяға уҙғармаһын ине.
Бөрө чемпиондары артабан да беҙҙе еңеүҙәре менән шатландырып торһон. Афарин, Башҡортостан студенттары!

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына