RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы киңлектәр асыла

13.09.2011 Яңы киңлектәр асыла

Яңы киңлектәр асыла
Тхэквон-до (ИТФ) − республикабыҙҙағы спорт федерацияларының иң билдәлеләренең береһелер. Дүрт йәштән алып шөғөлләнгән балаларҙан буласаҡ ил, донъя чемпиондарын тәрбиәләгән был спорт клубтары үҫмер­ҙәр һәм йәштәрҙе айыҡ тормош менән йәшәүгә әйҙәй, уларҙың тәнен генә түгел, күңелен дә сыныҡтыра.
Үткән быуаттың 50-се йылдарында Кореяла үҫеш алған был көрәш төрө беҙҙең республикала 90-сы йылдарҙа популярлыҡ яулай һәм үҫешә башлай. Тәүге спорт клубтары Яңы киңлектәр асыла
Нефтекама ҡалаһында асыла. Һуңынан Салауат һәм башҡа ҡалалар­ға күсә. Ә бөгөн республиканың төрлө райондарындағы күп һанлы спорт клубтары берләшкән. Тхэквон-до федерацияһының штаб-квартираһы Өфөлә урынлашҡан. Бында тәрбиәләнеүселәр, Мәскәү, Яр Саллы, ҡаҙан, Волгоград һәм башҡа ҡалаларҙа ойошторолған ярыштар­ҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Күптән түгел Башҡортостан Республика­һының Асыҡ кубогы, милиция полковнигы Н. Позин исемендәге чемпионаттарында команда беренселегенә ирештеләр. Бөтә был еңеүҙәрҙә, спортсыларҙың оҫталығы, ныҡышмалылығы менән бер рәттән, бағыусылар һәм хәйриә фондтарының өлөшө лә бар. Бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының “Урал” хәйриә фондына рәхмәтле федерацияла тәрбиәләнеүселәр. Ул спорт инвентарҙары, спортсыларға өҫ кейемдәре, ярыштар уҙғарыу өсөн ҡоралдар алып биреп, буласаҡ чемпиондарҙы ҡыуандырған. “Урал”дың был федерацияға ғына түгел, башҡа төрлө спорт ойошмаларына ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы бигерәк тә шатлыҡлы.
− Киләсәктә, һис шигем юҡ, беҙҙе яңынан-яңы еңеүҙәр көтә, яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. “Урал” хәйриә фондына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балалар – беҙҙең киләсәк. Ә улар һау-сәләмәт, еңеүҙәргә генә ынтылыусан булырға тейеш, − ти Башҡортостан Республикаһының Тхэквон-до (ИТФ) федерацияһы етәксеһе Руслан Нәбиуллин.
Бына шундай изге эштәре менән ҡыуандыр­ған ойошмалар күберәк булһын. Спорт һәм сәләмәтлек – бер тамырҙан.

Лилиә ҡӘЙЕПОВА.
Данил Мусин фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына