НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рәсәй Канаданы өйөнә ҡайтарҙы

Рәсәй Канаданы өйөнә ҡайтарҙы


йәки Донъя чемпионатында «саған япраҡтары» һуңғы дүрт йыл рәттән яҡташтарыбыҙҙан «сикәһе»нә алды
Рәсәй Канаданы өйөнә ҡайтарҙы
Элек-электән был ике дәғүәсе араһында көрәш һуңғы һулышҡа тиклем барҙы һәм барасаҡ. Сөнки Канада менән Рәсәй уйынсылары донъя хоккей күгендә иң көслөләрҙән һанала. Ошо ике команда араһында бәйге СССР заманында уҡ башланғайны. Унан һуң күп һыуҙар аҡты инде. Союз тарҡалғас, Рәсәй уйынсылары, айырым ил булараҡ, донъя кимәлендә рейтингын бер аҙ юғалтып, Канадаға һәм дә шул уҡ Европа хоккейсыларына ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Шул арауыҡта илебеҙ йыйылма командаһы донъя беренселегендә ни бары өс тапҡыр ғына еңеүсе була. 1993 йылда чемпион булғас, улар тик 15 йылдан һуң ғына – 2008 йылда ошо батырлығын ҡабатлай. Киләһе йылына ла уларға етеүсе булмай. Уҙған беренселектә көмөш миҙал яулайҙар. Олимпия уйындарында (ә улар шул арауыҡта биш тапҡыр үтте) Рәсәй уйынсылары ике тапҡыр ғына призерҙар исемлегенә инә. 1998 йылда көмөш миҙал яулаһалар, 2002 йылда иһә өсөнсө урынға күтәреләләр. Үткән уйында бөтөнләй алтынсы баҫҡысҡа тәгәрәнеләр. Канада командаһы иһә һуңғы биш Олимпия уйындарында ике тапҡыр көмөш һәм ике тапҡыр алтын миҙал яулап өлгөрә. Донъя чемпионаттарында ла уларҙың күрһәткесе һәйбәтерәк. 1992 йылдан алып «саған япраҡтары» дүрт тапҡыр көмөш, бер бронза һәм биш тапҡыр алтын миҙал яулай.
Ә инде һуңғы өс беренселеккә килгәндә, улар ике тапҡыр финалға сығып, икеһендә лә Рәсәйгә отола. Һәм йәнә еңелеү, тик быныһы сирекфиналда. Рәсәй йыйылма командаһы Словакияла барған сираттағы донъя чемпионатында сирекфиналда Канада хоккейсылары менән уйнап, уларҙы көсөргәнешле алышта 2:1 иҫәбенә отоп, ярымфиналға сыҡты. Уйын буйына Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре Канадаға 0:1 иҫәбенә еңелә килеп, тик һуңғы осорҙа ғына «саған япраҡтары»ның ҡапҡаһына юл тапты. Осрашыу башланыу менән Илья Никулин иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә, тик баш судья, видеоҡабатлауҙы ҡат-ҡат ҡарағандан һуң, голды иҫәпләмәй. Уның фекеренсә, шайба ҡапҡаның өҫкө рамынан ҡаҡлығып, ҡапҡа һыҙығының уртаһына төшә һәм эскә үтеп инмәй. Был ҡарар Рәсәй уйынсыларын ҡыҙҙыра ғына. Улар һуңғы осорҙа 10 минут буйына Канада ҡапҡаһынан бәхет эҙләй торғас, әҙселектә уйнауына ҡарамаҫтан, уңышҡа өлгәшә. Алексей Кайгородов иҫәпте тигеҙләй. Ике минут үтеүгә ҡанатланған рәсәйҙәр йәнә гол индерә. Александр Радуловтың биргән пасын Илья Ковальчук оҫта итеп дәғүәсе ҡапҡаһына сойорғота. Шулай итеп, Рәсәй уйынсылары йәнә Канада хоккейсыларын финал­ға сығыуҙан мәхрүм итте. Ярымфиналда, йәғни кисә беҙҙең команда Финляндия егеттәре менән сәкәләште. Финдар иһә был уңышҡа Норвегия командаһын 4:1 иҫәбенә еңеп өлгәште.
Икенсе ярымфиналда Чехия менән Швеция хоккейсылары осрашты.
Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 14-05-2011, 16:13 | Ҡаранылар: 1645
|
  • АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө
  • Рәсәй командаһы – чемпион!
  • Хуш бул, Канада, һаумы, Башҡортостан!
  • Рәсәй – Канада – 6:5
  • Рәсәй хоккейсылары тәүгә миҙалһыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM