НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ял да итә беләбеҙ

Ял да итә беләбеҙ


Ошо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбенең спорт залында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, төҙөүселәр ҡатнашлығында волейбол ярыш­тары үтте.
Унда йәмғеһе биш команда – республика гәзит-журналдары, Башҡортостан телерадиокомпанияһы, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Шамонин мәктәбе уҡыусыларынан торған командалар таһыллыҡта көс һынашты.
Бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Тәү­ҙә мәрәйҙәр оҫтараҡ уйнаусылар яғында күберәк булһа ла, һуңынан иҫәп тигеҙләште. Күп бәйгеләрҙә шымарып-оҫтарып бөткән радио һәм телевидение хеҙмәткәр­ҙәре был көндө шәп уйын күрһәтте. Рес­публика гәзит-журналдары командаһы («Шоңҡар», «Йәшлек», «Кызыл таң») тәүгеһендә отолһа ла, һуңынан дәғүәселәрен «тар-мар» итте. Әммә өсөнсө партияла йәнә телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре еңеүсе тип табылды.
Журналистар – икенсе, өсөнсө урынды БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы командаһы яуланы. Аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү идаралығы – дүртенсе һәм Шамонин мәктәбе уҡыусылары бишенсе урындарҙы алды.

Т. АМАНОВ.
Ш. ЯУБАҪАРОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 30-04-2011, 17:08 | Ҡаранылар: 1547
|
  • Еңеүселәр билдәләнде
  • Һайлауға журналистар ҙа әҙерләнә
  • Ығы-зығыны тикшереү буйынса комиссия булдырылды
  • Яҡшы тойғолар алып...
  • Яңы уҡыу йылын – яңы йортта һәм яңы мәктәптә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM