RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ булдырҙыҡ!

19.04.2011 Беҙ булдырҙыҡ!

йәки «Салауат Юлаев» командаһы, ике йылдан һуң йәнә чемпион исемен ҡайтарып, үҙ тарихында тәүгә Гагарин кубогын яуланы
Беҙ булдырҙыҡ!Ныҡыша торғас, маҡсатына иреште бит юлаевсылар. Афарин! КХЛ беренселегенең финалында, бишенсе хәл иткес бәйгелә Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре «Атлант» командаһын 3:2 иҫәбенә еңеп, төп призды яуланы. Ур-ра! Пан Ржиганың хоккейсылары көмөш миҙал менән ҡәнәғәтләнһә, «Локомотив» иһә өсөнсө урынға сыҡты.
Беҙ булдырҙыҡ!Шулай итеп, Вячеслав Быков, Рәсәй йыйылма командаһын ике йыл рәттән донъя беренселегендә чемпионлыҡҡа килтергәс, клуб кимәлендә лә, ниһайәт, уңышҡа өлгәште. Өфө егеттәренең еңеүгә юлы еңел генә булманы. «Салауат Юлаев» командаһы, башта «Себер» хоккейсыларын – 4:0 (дөйөм иҫәп), ике миҙгел рәттән Гагарин кубогын яулаған «Аҡ барс» уйынсыларын – 4:1, Магнитогорскиҙың «Металлург»ын – 4:3 һәм финалда «Атлант» командаһын 4:1 иҫәбенә еңеп, ошо ҙур еңеүгә килде.
Беҙ булдырҙыҡ!Был еңеү «Салауат Юлаев» командаһы өсөн дә, бөтөн Башҡортостан халҡы өсөн дә икеләтә ҡәҙерле һәм тәрән символик мәғәнәгә эйә. Сөнки, беренсенән, Өфөлә башҡорт халҡының бөйөк улы исемен йөрөткән хоккей клубы булдырылыуға ла, тәүге космонавт Юрий Гагариндың йыһанға осоуына ла 50 йыл тулды.
Беҙ булдырҙыҡ! Башҡортостан, ҡыуан! Башҡортостан байрам итә! Баш­ҡортостан – беренсе!

Вячеслав БЫКОВ, «СЮ» командаһының баш тренеры:
– Бөгөн мин бәхетлемен, беҙҙең көйәрмәндәребеҙ, уйынсыларыбыҙ һәм ғаиләләребеҙ өсөн. Барыһы өсөн дә рәхмәт. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бәхетлебеҙ!

Кирилл КОЛЬЦОВ, «СЮ» командаһы һаҡсыһы:
– «Атлант» менән бәйге бик көсөргәнешле үтте. Уларҙы һәр ваҡыт бер шайба өҫтөнлөгө менән еңдек. Хәҙер бына барыһы ла артта ҡалды. Ниһайәт, беҙ беренсе! Еңеүҙе үҙемдең туғандарыма, атайым менән әсәйемә һәм, әлбиттә, һөйөклө кәләшемә, бәләкәсемә бағышлайым.

Александр РАДУЛОВ, «СЮ» командаһы һөжүмсеһе:
– Иҫ киткес шатбыҙ. Барыһына ла рәхмәт. Уҙған миҙгелдәге еңелеү быйыл беҙҙе нығыраҡ тупланы һәм барыһына ла үҙебеҙҙең иң көслө икәнебеҙҙе күрһәттек. Беҙҙең тирәләй ниндәй генә насар һүҙҙәр йөрөмәне, тик уларға иғтибар итмәй, үҙ эшебеҙҙе башҡарҙыҡ һәм лайыҡлы рәүештә еңдек.

Милош РЖИГА, «Атлант» командаһының баш тренеры:
– Минең өсөн был ҙур байрам булды. Өфө көйәрмәндәре – маладис! Улар шул хәтлем беҙҙе хөрмәтләп, һәр беребеҙҙең исемен атап, оҙатты.
Финалда уйнауыбыҙ менән ғорурланам. Беҙ был финалды күтәренке кәйеф менән тамамланыҡ. Тәрбиәләнеүселәремә рәхмәт. Улар быға лайыҡ. Миҙгел башынан уҡ Өфөнөң еңеренә ышандым.

Константин Барулин, «Атлант» командаһы ҡапҡасыһы:
– Өфөнө ысын күңелдән ҡотлайым. Улар лайыҡлы рәүештә еңде. Беҙ былай ҙа шатбыҙ. Мытищиҙың тарихына индек.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына