RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төп дәғүәсене «ҡолаттыҡ»

19.03.2011 Төп дәғүәсене «ҡолаттыҡ»

Хоккей буйынса Көнсығыш конференцияһының бишенсе ярымфинал уйынында «Салауат Юлаев» командаһы, КХЛ беренселегендә берҙән-бер Гагарин кубогына эйә булыусы ҡаҙандың «Аҡ барс»ын 1:0 иҫәбенә отоп, плей-оффтың киләһе этабына сыҡты.
Дә-ә... бына был, исмаһам, алыш. Көрәш боҙ майҙанының һәр сантиметрында барҙы, тиһәк тә, шаштырыу булмаҫ. Шул хәтлем көсөргәнеш көслө ине, хатта ике яҡтың уйынсыларына тын да алырлыҡ булмағандыр. Икеһенә лә еңеү кәрәк. Тик, ниндәй генә баһаға лайыҡ дәғүәсе булмаһын, еңеүсе берәү генә булырға тейеш. Һәм ул – «Салауат Юлаев». Берҙән-бер бәхетле голды, Кондратьев һуҡҡан шайбаны КХЛ беренселегенең бомбардиры Александр Радулов, төҙәтеп ебәреп, «Аҡ барс»тың ҡапҡаһына индерҙе. Ә бит Зиннәтулла Билалетдиновтың тәрбиәләнеүселәре, Өфөлә дүртенсе уйында юлаевсыларҙы 4:0 иҫәбенә отҡас, яҡшыға өмөтләнгәйне. Улар Өфө боҙондағы еңеүе менән беҙҙекеләр­ҙе мәкегә сумдырҙы. Икенсенән, бер һулышта ғына Гагарин кубогын яулаусы команданы дүрт уйында рәттән еңеүе, ай-һай, анһат түгел. Шулай ҙа күптәр, «Салауат Юлаев»тың тағы ла бер тапҡыр ҡаһарманлыҡ ҡылырына ышанһа ла, күңелендә ниндәйҙер шик тойғандыр. «Аҡ барс» бар йәһәттән дә өҫтөнлөк алып, хужаларҙы хаталанырға мәжбүр итте. Дөрөҫөн әйткәндә, өфөләр ҡойолоп төштө. Улар был уйында еңелеренә инанып, артыҡ көсәнмәне һәм уйҙары менән ҡаҙанда ине инде. Парижды ғына алғанды... һәм алдыҡ.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы, «Аҡ барс»ты дөйөм 4:1 иҫәбенә еңеп, үҙ Конферен­цияһының финалына юл алды. Дәғүәсеһе әле билдәһеҙ. Сөнки «Авангард», инде өсөнсө осрашыу рәттән Магнитогорскиҙың «Металлург» уйынсыларын еңеп, серияла алға сыҡты. Унда иҫәп Омск файҙаһына – 3:2. Бөгөн уйын Магнитогорскиҙа була.
Көнбайыш конференцияһының да бер финалсыһы асыҡланды. «Локомотив» командаһы, «Динамо» /Рига/ хоккейсыларын дөйөм 4:1 иҫәбенә отоп, ошо баһаға лайыҡ булды. Ә бына СКА менән «Атлант» араһында көрәш дауам итә. Унда иҫәп – 3:2, тәүгеһе файҙаһына.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына