RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йә биатлон, йә хоккей...

05.03.2011 Йә биатлон, йә хоккей...

Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн көрәштең йәнә ике ярымфиналсыһы билдәле булды. Риганың «Динамо»һы, хәл иткес алтынсы алышта үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсыларын өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә уйнап, ошо хоҡуҡты яуланы. Шулай уҡ «Атлант» та, ҡаты ҡаршылашҡан «Север­сталь» уйынсыларын алтынсы уйында 1:0 иҫәбенә еңеп, төп бәйге өсөн юлын дауам итте.
Ә бына плей-оффҡа саҡ эләгеп ҡалған Минскиҙың «Динамо»һы хайран ҡалдырыуын дауам итә, «теше-тырнағы» менән Көнбайыш конференцияһы лидеры «Ло­комотив»ҡа йәбешеп, «тырнашыпмы-тырнаша». Хәҙер улар араһында еңеүсене асыҡлар өсөн етенсе осрашыу үтәсәк.
Әлеге уҙған алтынсы осрашыуҙа Минск хоккейсылары Ярославль уйынсыларын 5:3 иҫәбенә отто.
Шулай итеп, алда уҡ ярымфинал­ға сыҡҡан СКА, «Салауат Юлаев», «Аҡ барс» уйынсылары янына «Динамо» /Рига/ менән «Атлант» хоккейсылары ҡушылды. Кисә кис Көнсығыш конференцияһы командалары уйындарын дауам итте. Бында ла сенсация булыуы ихтимал. Әгәр ҙә алтынсы хәл иткес уйында «Нефтехимик» «Аван­гард»ты еңә ҡалһа, юлаевсыларҙың дәғүәсеһе йә «Металлург», йә «Югра» клубы буласаҡ. Был дуэтта ла уйындар ҡыҙыу бара. Бер кемгә лә билдәле булмаған Ханты-Манси командаһы Рәсәй хоккей лидерҙарының береһенә үҙ уйынын бәйләп маташа.

* * *
Йәштәр лигаһында уңышлы сығыш яһаған Өфөнөң «Толпар» командаһы, сираттағы мәрәй яулап, даими беренселек тамамланыуға ике тур алда уның еңеүсеһе булды. Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре бик матур уйын күрһәтә, дүрт ай буйына боҙ майҙанынан мәрәйһеҙ ҡайтҡаны юҡ.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына