НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Беренсе һынау – «Себер»

Беренсе һынау – «Себер»


Беренсе һынау – «Себер»Шулай итеп, сираттағы, йәғни КХЛ беренселегенең өсөнсө даими беренселеге лә, үҙенең яңы битен асып, ҡыҫҡа финиш һыҙығына барып етте. Беренселек башланғаны бирле Көнбайыш һәм Көнсығыш дивизиондарына бүленгән 23 команда үҙ-ара 54 тур уҙғарып, хәл иткес алышҡа сығасаҡ 16 көслө клуб асыҡланды. Көнбайыш дивизионынан – «Локомотив», «Динамо» /Мәскәү/, СКА, «Атлант», «Северсталь», «Спартак», «Динамо» /Рига/ һәм «Динамо» /Минск/ хоккейсылары, Көнсығыш дивизионынан – «Авангард», «Аҡ барс», «Салауат Юлаев», «Металлург» /Мг./, «Югра», «Себер», «Барыҫ» һәм «Нефтехимик» уйынсылары. Плей-офф уйындары иртәгә старт ала. Командалар үҙ-ара бер яҡтың дүрт еңеүенә тиклем көрәш алып барасаҡ. Ғөмүмән, бөтөн осрашыуҙар ҙа ошо юҫыҡта дауам итә.
Көнбайыш дивизион, 1/4 финал
1. «Локомотив» – «Динамо» /Минск/
2. «Динамо» /Мәскәү/ – «Динамо» /Рига/
3. СКА – «Спартак»
4. «Атлант» – «Северсталь»
Көнсығыш дивизион, 1/4 финал
1. «Авангард» – «Нефтехимик»
2. «Аҡ барс» – «Барыҫ»
3. «Салауат Юлаев» – «Себер»
4. «Металлург» /Мг./ – «Югра»

Көнсығышта плей-офф уйындары 24 февралдә башланасаҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, беренселек үҙ маҡсатына иреште, буғай. Көслөләр, дәрәжәһенә ҡарап, юғары урындарҙа урынлашһа, ҡалғандары хәленән килгәнсә тырышыпмы-тырмашты. «Амур», «Витязь», «Металлург» /Нк./ кеүек командалар инде үҙҙәренең, законлы тип әйтһәк тә була, урындарын белеп бөтһә, данлыҡлы ЦСКА-ның плей-оффҡа эләкмәүе барыһы өсөн дә аптырарлыҡ хәл булды. Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы, күпме генә ынтылмаһын, был юлы маҡсатына өлгәшә алманы. Ә бына Минскиҙың «Динамо»һы, үҙендә көс табып, китеп барған поездың һуңғы күтәрмәһенә эләгеп, үҙ тарихында башлап плей-оффҡа эләкте. Беренселек дебютанты – «Югра» хоккейсылары маҡтауға лайыҡ. Улар шунда уҡ исемле ағайҙары алдында үҙен танытып, көрәшкә ҡәтғи әҙерлеген белдерҙе. Ғөмүмән, плей-оффта береһен дә айырып ҡарап булмай. Бында – икенсе маҡсат, шуға күрә төрлөһөн көтөргә мөмкин. Гагарин кубогы өсөн өсөнсө тапҡыр ең һыҙғанған «Салауат Юлаев» командаһы, тәүге стадияла, алда яҙыуыбыҙса, Новосибирскиҙың «Себер»е менән алышасаҡ. Өфөләрҙең дәғүәсеһе хаҡында шуны әйтергә була. «Себер» КХЛ-дың плей-оффына тәүгә сыҡты. Быйылғы миҙгелдә баштан уҡ тотороҡло һөҙөмтәгә өлгәшеп, төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген иҫбатланы. Юлаевсылар менән даими беренселектә дүрт тапҡыр уйнаны. Тәүге осрашыуҙа өфөләр уларҙы 5:1 иҫәбенә ҡыйратһа, икенсеһендә Новосибирскиҙа 3:0 иҫәбенә еңә. Өсөнсө алышта «Себер» «тешләшә» һәм тик өҫтәмә ваҡытта ғына өфөләргә 2:3 иҫәбенә бирелә. Һуңғы дүртенсе уйында юлаевсылар йәнә көслөрәк булып сыға һәм уларҙы 4:1 иҫәбенә ота. Шулай итеп, статистика буйынса, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта булһа ла, «Себер», моғайын, еңел генә бирелмәҫ. Алда беҙҙе бик ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле уйындар көтә.

Вячеслав БЫКОВ, «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры:
– Шулай итеп, даими беренселек тамамланды, әммә беҙҙе ауыр плей-офф уйындары көтә. Барыһы ла һәйбәт тип әйтеп булмай, шулай ҙа команданың һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтбеҙ. Хәҙер иң төп мәсьәлә – «Себер». Беҙ уларҙы даими беренселектә дүрт тапҡыр еңһәк тә, дәғүәсене көсһөҙ тип әйтеп булмай. Шулай ҙа буласаҡ ярымфиналдағы дәғүәсе – «Аҡ барс»ты түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. «Себер»ҙе үтә алһаҡ, Ҡаҙан хоккейсылары менән рәхәтләнеп алышыр инек!

Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 22-02-2011, 10:17 | Ҡаранылар: 2448
|
  • Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында 2013/2014 миҙгел уйындары календары
  • Беренселек тамам. Иң мөһиме алда әле
  • «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында КХЛ беренселегенең 2012/2013 йыл миҙгеленең уйындар календары
  • 2011/12 КХЛ миҙгеленең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында уйындар календары
  • КХЛ беренселегенең 5 февралгә ҡарата турнир таблицаһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM