НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Чемпиондар мәктәптән тәрбиәләнә

Чемпиондар мәктәптән тәрбиәләнә


Чемпиондар мәктәптән тәрбиәләнәРәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, хатта сит илдән килеп, беҙҙә саңғы шыуалар, ә үҙебеҙҙең балалар бындай мөмкинлектән мәхрүм. Ә бит быға тиклем был мәсьәлә етәкселәр күҙлегенән ситтә ҡала килде. Йәш быуынды һау-сәләмәт итеп тәрбиәләү, буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреүҙә тау саңғыһы алмаштырғыһыҙ тәрбиәүи сара булып тора.
Ниһайәт, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда тау саңғыһы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре асыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Бындай мәк­тәптәр­ҙе "Абҙаҡ", "Яҡтыкүл", "Ҡандракүл", "Өйәҙе­тау" (Октябрьский ҡалаһы) кеүек тау саңғыһы курорттары базаһында асыу күҙаллана.
"Башҡортостанда бөтә тау саңғыһы курорттарында тау саңғыһы мәктәптәре эшләргә тейеш. Бөтә донъяла шулай ҡабул ителгән һәм был чемпиондар тәрбиәләү өсөн нигеҙ булып тора. Район башлыҡтары кейем алмаштырыу өсөн биналар бүлергә вәғәҙә итте. Ә беҙҙең бурыс – ошондай мәктәптәрҙе ойоштороу, саңғы, кәрәк-яраҡ, экипировка өсөн аҡса табыу", – тине республика башлығы.
Белорет ере Башҡортостандың төп тау саңғыһы үҙәге булып тора, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Һуңғы йылдарҙа үтә лә популярлашҡан тау саңғыһы спорты, сноуборд Белоретта 1947 йылда уҡ тренер-йәмғиәтсе К. Залавин етәкселегендә башланғыс ала, трамплин һәм тау саңғыһы буйынса ике секция асыла. 1963 йылдан уның менән РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры И. Скрябин етәкселек итә. Ә инде 1967 йылда Республика юғары спорт оҫталығы мәктәбенең бүлексәһе ойошторола. 1967 йылда балалар өсөн "Спартак" секцияһы, 1971 йылда балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе асыла. 1250 метр оҙонлоғондағы тау трассаһы спорт мастеры исемен биреү нормаларына һәм талаптарына яуап бирә. Ошо ваҡыт эсендә төрлө разрядлы 3,5 мең спортсы тәрбиәләп сығара Белорет тау саңғыһы мәктәбе. Шулай уҡ ил беренселегендә Иҙел башы спортсылары 12 алтын, 19 көмөш һәм баҡыр миҙал яулай. Был Белорет тау саңғыһы мәктәбенең алтын ваҡыттарында була.
Бөгөн иһә хәл әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Тау саңғыһы мәктәбендә ҡаланан бөтәһе 47 бала шөғөлләнә. Улар менән тәжрибәле тренер-уҡытыусы Галина Дмитриевна Астахова эшләй. Балаларҙы секцияға 7 йәштән алалар.
Чемпиондар мәктәптән тәрбиәләнә"Тау саңғыһы киң таралған, популяр спорт төрҙәренең береһе булған ваҡытта 70 меңгә яҡын халыҡ йәшәгән Белореттан бары 47 баланың ғына тау саңғыһы спорты менән шөғөлләнеүенең сәбәбе нимәлә?" – тигән һорау менән Тау базаһы директоры В. Носоваға мөрәжәғәт иттек.
– Үҫмерҙәр өсөн бушлай тау саңғыһы секцияһы эшләй, ҡорамалдар ҙа бушлай бирелә, секцияға йөрөргә теләүселәр ҙә күп, әммә беҙҙең базала ҡорамалдар етешмәй. Булғандары ла иҫкергән, ошоға бәйле уҡыусыларыбыҙ ҙа республика һәм ил кимәлендә үткән ярыштарҙа элекке кеүек ҡатнаша алмай. Яҡшы яҡҡа үҙгәреш булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ә ял итеүселәр илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килә. Уларға беҙҙәге трассаның тәбиғи ҡарҙан ғына булыуы оҡшай, – тине Валентина Николаевна.
Балалар менән шөғөлләнеүсе Галина Дмитриевна менән осрашып һөйләштек. Эшенең оҫтаһы һәм фанаты булған Г. Астахова сығышы менән Свердловск өлкәһенән, 1976 йылда Белоретҡа килә: тәүҙә спорт мәктәбендә завуч була, 1983 йылда тренер-уҡытыусы эшенә күсә.
– Бөгөн беҙ ярыштар өсөн спортсылар әҙерләй алмайбыҙ – шарттар юҡ. Эйе, ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, әммә әлегә иң яҡшы һөҙөмтәләребеҙ алтынсы урындан үтмәй. Трассаны яҡшы кимәлдә тотор өсөн тәбиғи ҡар ғына етмәй, пушкаларҙан ҡар аттырыу талап ителә, ә беҙҙә бындай техника юҡ. Күнекмәләр ваҡытында ябай таяҡтар ҡаҙап, трассаны үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Саңғылар ҙа иҫкерҙе: СССР ваҡытында Украинала сыҡҡан "Тисса" саңғыһы – 1990 йылғы. Беҙ иҫкергән ҡорамалдарҙы ремонтлайбыҙ, ямайбыҙ. Ҡайһы бер ата-әсәләр алып биргән саңғылар ғына яңы, улары ла бармаҡ менән һанарлыҡ. Яңыраҡ бер балаға ата-әсәһе ошо саңғыны (күрһәтә) 32 мең һумға һатып алып бирҙе, ботинкалары 8 мең һум тора, яҡшы таяҡтар – 3 мең һум, ә комбинезон кеүек кейемдәрҙең иң арзаны – 4 – 5 мең һум. Һәр ата-әсә бындай мөмкинлеккә эйә түгел. Ярыштарға ла балалар ата-әсәләр иҫәбенә йөрөй, "Белорет металлургия комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте автобус бүлә. Шуның өсөн беҙ ҙур еңеүҙәр, ярыштар тураһында ауыҙ асып һөйләй алмайбыҙ. Әлеге ваҡытта бары балаларҙы һауыҡтырыу йүнәлешендә генә эшләйбеҙ, – тине Галина Дмитриевна, тау саңғыһы мәктәбенең мәсьәләләре менән уртаҡлашып.
Ысынлап та, Морат тауында урынлаш­ҡан Белорет тау саңғыһы үҙәгенең матди базаһы күптән иҫкергән. Бынан 15 йыл элек төҙөлә башлаған бина ла "һаҡаллы" төҙөлөшкә әйләнде, хәҙер инде нигеҙҙәре ҡойола ла башлаған. 1978 йылда СССР халыҡтары спартакиадаһы Морат тауында үтә. Шул саҡта уҡ ярышта ҡатнашырға килгән ҡунаҡтар бындағы шарттарҙың насар, ә сервистың түбән булыуына аптырап ҡайта. Ә бит бөгөн урамда XXI быуат! Морат тауы хужаһы булған "Белорет металлургия комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ниңәлер уны үҫтереү йүнәлешендә бер сара ла күрмәй. Күршеләрҙән үрнәк алһындар ине: Магнитогорск металлургия комбинаты Белорет ерендә урынлашҡан Абҙаҡтағы тау базаһын бынамын итеп тота. Сервис шарттары тыуҙырылһа, уға һалған сығымдар ҙа үҙен аҡлар ине. Бөгөн тау саңғыһында шыуыу модала икәнлеге һәр кемебеҙгә мәғлүм.
Күреүегеҙсә, Белорет тау саңғыһы мәктәбе лә матди ярҙамға мохтаж. Уны заманса спорт ҡорамалдары менән тәьмин итмәйенсә, алға китеш тә, уңыштар ҙа булмаясаҡ.
Бөтә Рәсәйгә даны таралған "Абҙаҡ" тау саңғыһы курортында 150-гә яҡын бала күнекмәләргә йөрөй. Башҡа балалар, матди мөмкинлектәре булмау сәбәпле, тау саңғыһында шыуа алмай. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, беҙҙә халыҡ аҡсалы түгел. Бигерәк тә ауыл халҡы осон-осҡа саҡ ялғап көн күрә. Ә тау саңғыһы ҡорамалдары ҡиммәт, тау саңғыһы курорттарында шыуыу өсөн түләргә лә кәрәк. Шуға хәллеләрҙең тау базаһына ҡарай матур машиналарҙа елдергәненә, рәхәтләнеп шыуғанына көнләшеп кенә ҡарап ҡалабыҙ инде.
Башҡортостан Президентының республикала тау саңғыһы мәктәптәрен ойоштороу тураһындағы башланғысын сәләмәт тормош яҡлы булған һәр етәксе хуплап ҡаршы алыр, мөмкин тиклем уны бойомға ашырыуҙа ярҙам итер, тип ышанғы килә. Илдең намыҫын яҡларлыҡ чемпиондар нәҡ ошо спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнә лә инде.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.

Спорт үҙәге федераль программаға индереләсәк

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин әйтеүенсә, Белорет районындағы «Морат» тау саңғыһы үҙәгенең хужаһы ғына түгел, исеме лә үҙгәрәсәк. Сөнки «Морат» тау саңғыһы трассаһы техник мөмкинлектәре яғынан иң юғары класлы спортсылар әҙерләү һәм бөтә Рәсәй, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреү өсөн уңайлы.
Үҙәкте «2006 – 2015 йылдарға РФ-ла физик культураны һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына индереү федераль бюджеттан да аҡса алыу форсатын бирә. Белорет металлургия комбинаты «Морат» тау саңғыһы үҙәген бушлай республика милекселегенә бирә, шунлыҡтан үҙәктең проект-смета документтарын эшләүгә етди тотонорға тура киләсәк.
Төбәк башлығының республикала спортты үҫтереү йәһәтенән үткәргән кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса үҙәкте республика милекселегенә тапшырыу механизмы билдәләнгән. Белорет район хакимиәте башлығы менән яңыраҡ төҙөлгән ФОК-ты БР Тау саңғыһы һәм сноуборд клубы ҡарамағына тапшырыу тураһында килешелгән.
Министр «Морат» тау саңғыһы үҙәгенең исемен «Белорет» исеменә үҙгәртергә тәҡдим итә.

Сығыу ваҡыты 1-02-2011, 11:16 | Ҡаранылар: 2171
|
  • Тау саңғыһы спорты үҫешәсәк
  • Президенттың иғтибар үҙәгендә – Белорет менән Әбйәлил райондары
  • Хыялдар тормошҡа ашҡанда
  • «Һәр тау саңғыһы курортында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булырға тейеш»
  • Ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM