RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр береһенең үҙ маҡсаты

25.01.2011 Һәр береһенең үҙ маҡсаты

КХЛ беренселегенең сираттағы туры үтте. «Салауат Юлаев» хоккейсылары еңеү эпопеяһын ситтә лә дауам итте. Башта улар «Спартак»ты 3:1 иҫәбенә отһа, икенсеһендә СКА хоккейсыларын 4:1 иҫәбенә еңеп, алты уйын рәттән еңелеү белгәне юҡ. Хәҙер Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре 95 мәрәй менән турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында килеүсе «Аҡ барс»ты ҡыуып етте.
Башҡа осрашыуҙарға килгәндә, «Авангард» сираттағы өс мәрәйен яуланы. Был юлы лидер аутсайдерҙы – «Автомобилист» уйынсыларын көскә 5:4 иҫәбенә отоп ҡайтар­ҙы. Икенсе урында килеүсе «Локомотив» үҙ майҙанында «Себер» командаһына абынды. Иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына – 2:4. Плей-оффҡа эләгеүгә өмөт иткән «Трактор» уйынсылары бер нәмәгә ҡарамай тырышыпмы-тырыша. Улар Череповецта урындағы «Северсталь» клубын 6:3 иҫәбенә тар-мар итте. Мәскәүҙең «Динамо»һы, 11 уйын рәттән еңелгәс, ниһайәт, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Улар Минскиҙың «Динамо»һын 3:1 иҫәбенә отто. Плей-оффтың һуңғы «вагон»ына саҡ эләгеп килгән «Нефтехимик» эшен яйға һала алмай интегә. Был юлы Крикуновтың командаһы, «Югра»ға ҡаршы тора алмай, 4:2 иҫәбенә бирелде. Ә бына ул составҡа эләгеп ҡалыр өсөн йәнен бирергә әҙер «Торпедо» хоккейсылары, «Амур»ҙы 3:1 иҫәбенә отоп, мәрәй айырмаһын икегә хәтлем ҡыҫҡартты. «Барыҫ» буллит серияһында «Аҡ барс»ҡа 2:3 иҫәбенә отолһа, «Атлант» ошо уҡ юҫыҡта «Металлург» /Нк./ уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңде. Риганың «Динамо»һы «Витязь» уйынсыларын 4:2 иҫәбенә отто.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына