НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Уңыштарға юлдың еңел булғаны юҡ

Уңыштарға юлдың еңел булғаны юҡ


Уңыштарға юлдың еңел булғаны юҡ
Өфөләге “Тархан” командаһы тураһында грэпплинг менән ҡыҙыҡһынған йәш егеттәребеҙ яҡшы хәбәрҙар. Исеме ҡолаҡҡа ятыраҡ тойолған был спорт төрө самбо, дзюдо, ирекле көрәш һәм джиу-джитсу нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

“Тархан”ды етәкләгән Динар Аҡмырҙин – грэпплингты республикала танытыуға, йәйелдереүгә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең береһе. Ныҡышмалы, маҡсаттарына ынтылышлы был егет сығышы менән Учалы районының Мансур ауылынан, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән Гөлсара Талха ҡыҙы менән Ривал Ғарифулла улы Аҡмыр­ҙиндарҙың баш балаһы. Еңел атлетика, дзюдо менән шөғөлләнгән атаһынан, саңғы менән дуҫ әсәһенән күрмәксе, Динар бик иртә спортҡа ылыға. Ылыҡмаҫ ереңдән ылығырһың да: дүрт-биш йәшендә үк “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” тапшырыуын ҡарар өсөн уға тәүҙә тирләп-бешеп төрлө-төрлө күнекмә яһарға кәрәк булған. Ата-әсә, спартанды тәрбиәләгәндәй, үтә ҡаты тотонған кеүек тойолһа ла, Динар, киреһенсә, миңә ныҡ оҡшай торғайны, тип йылмайҙы:
– Физик күнекмәләрҙән һуң тән яҙылып китә бит. Алты-ете йәштәр­ҙә мин еңел атлетика түңәрәгенә яҙылдым. Аҙағыраҡ футбол, баскетбол менән дә мауыҡтым. Бигерәк тә футбол күңелгә ятты. Хыялымда үҙемде профессионал футболсылар сафында күрҙем. Үҫә килә, ир-егет булараҡ үҙемде яҡлай белергә тейешмен, тигән уй нығынды. Шуға ла ауылдағы бокс, милли көрәш түңәрәктәренә ихлас йөрөнөм. Үҙ алдыма ла өйҙә, турникта күп шөғөлләндем. Бынан тыш, көн һайын футбол уйнаным. Ун дүрт йәшемдә Өфөгә уҡырға барҙым. Унда ла футбол тормошомдоң үҙәгендә ине. Ә егерме йәшемдә бер ҡасан да футболда карьера эшләй алмаясағымды аңланым. Еңел түгел ине быны ҡабул итеүе... Бер көндө дуҫтарым көрәшкә – грэпплингҡа саҡырҙы. Барҙым, күрҙем. Оҡшап ҡалды. Сөнки футболда уйындың барышы һинән башҡа тағы әллә күпме уйынсынан, тренерҙарҙан тора, ә көрәштә барыһы өсөн дә һин үҙең генә яуаплыһың, еңелеүең өсөн дә икенсе берәүҙе түгел, үҙеңде генә ғәйепләй алаһың. Бер ай шөғөлләндем дә, ярышта ҡатнашырға майҙанға сыҡтым. Әлбиттә, еңелдем. Икенсе ярыш та минең өсөн күңелһеҙ тамамланды. Етмәһә, тәүге алышта уҡ. Ҡыҫҡаһы, тәүге алты ярышта еңелеүҙең әселеген тулыһынса татыным. Ә мин бик сәмле кеше, еңелеүҙәрҙе ауыр кисерҙем. Әллә ташларға инде, тип тә уйлай башлағайным. Әммә даланһыҙ кеше булғым килмәне: ошолай еңелгән килеш китһәм, ғүмер буйы уңышһыҙ буласағымды аңланым да, теште ҡыҫып, артабан күнекмәләрҙе дауам иттем. Һәм бына етенсе ярышта, ниһайәт, миңә уңыш йылмайҙы – республика турнирында икенсе урын яуланым! Финалда еңелһәм дә, мин унда сағыу сығыш яһаным. Был үҙ көсөмә ышанырға ярҙам итте. Шунан бирле ярыштар­ҙа гел призлы урындар алам. Ярыш булған көндө атай-әсәйем минән бигерәк тулҡынлана, минең өсөн борсола, айырыуса әсәйем ут йота. Ярыштан һуң, барыһы ла яҡшы, тип шылтыратһам ғына, еңел тын алалар. Уларҙың минең өсөн шулай янып-көйөүен белеүе ҡыйын да, рәхәт тә (ҡайғырырға мәжбүр итеүем өсөн ҡыйын, һөйөүҙәрен белеү рәхәт). Һеңлем Альбина ла спортты үҙ итә. Ул йөҙөү, спорт туризмы, еңел атлетика менән шөғөлләнә, яңыраҡ ГТО нормативтарын алтын билдәгә тапшырҙы. “Тархан”да ҡатын-ҡыҙҙар секцияһын асҡас, грэпплинг менән дә ҡыҙыҡһына башланы.
2012 йылда ойошторолған “Тархан”да, әйткәндәй, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар секцияларынан тыш, айырым күнекмәләр үткәреү ҙә ҡаралған. Динар команданы аҡса эшләр өсөн түгел, ә тәү сиратта белгәндәре менән бүлешеү маҡсатында туплай. Аренда өсөн һәм коммуналь түләүҙәр, ярыштарға йөрөү ҙә финанс талап иткәс, күнекмәләрҙән килгән аҡса бик тә ярап ҡала. Егеттең эш көнөнә егәрлеләр көнләшер: тәүге күнекмәләр таңғы сәғәт етелә башланып, төнгө ун берҙә саҡ тамамлана. Шуға ла уның иң яратҡан ялы яңғыҙлыҡтан ғибәрәт. Яңғыҙлыҡтан тыш, эҫе мунсаны, тәмле-татлыны яратҡан егет үҙенә ҡарата үтә талапсан, ҡаты. Мәҫәлән, ярышта беренсе урын алһа, үҙенә ял бирә, ә икенсе, йә өсөнсө урынға ҡалһа, ярыштан һуң тура залға йүнәлә. Ете ҡат тире сыҡҡансы шөғөлләнергә, әлбиттә. Сөнки мәктәптә уҡығанда шуҡлығы менән айырылып торған, ә бөгөн иһә баш баҫып Платондың “Дәүләтселек нигеҙҙәре”н уҡыған тыныс холоҡло, аҙ һүҙле Динар ҡәтғи рәүештә: “Еңеү мөһим түгел, ҡатнашыу мөһим” тигән һүҙҙәр – еңелеүселәр, уңышһыҙҙар һүҙе ул”, – ти.
– Йәшәй килә алама ғәҙәттәрҙән арынып, спорт менән шөғөлләнеү, әҙәбиәт, сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныу, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу һәр беребеҙ өсөн нормаға әйләнергә тейешлеген аңланым, – ти Динар. – Атай-әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Атайымдың тыуған көнөнә ҡайыш бүләк итеп, уңыштарым рецебы ошо, тип шаяртҡайным, инде күңеле булды, ихлас ҡыуанды.
Белгәнеңде башҡаларға өйрәтеү – изге бурыс, тип һанаған Динар Ривал улы командалаштары менән бергә грэпплингты халыҡ араһында таратыу маҡсатында ҡала һәм район­дарҙа оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Мәсетле, Ейәнсура райондарында асыҡ чемпионаттар ойошторғандар. Әлеге ваҡытта ошо спорт төрө менән республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондары халҡын таныштырыуҙы дауам итәләр.
Динарҙың тормош юлы күптәргә өлгө була ала. Ауырлыҡтарға бирешмәй, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү, көндәлек көрәштә иң тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңеү мотлаҡ уңыштарға илткәнен раҫлай ул.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.


Сығыу ваҡыты 4-05-2018, 07:30 | Ҡаранылар: 106
|
  • “Тормош – ул үҙе үк көрәш”
  • Спорт донъяһында – яңы “Башҡорт”
  • Йүгерек батыр
  • Ҡыҙҙар сыҡты келәмгә
  • Олимпия уты эстафетаһын тапшырыусылар билдәле
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM