НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рәсәй атлеттары – алтынсы

Рәсәй атлеттары – алтынсы


Рәсәй атлеттары – алтынсы
йәки Беҙҙең ил спортсылары, дөйөм алғанда, 17 миҙал яулап, икенсе состав менән сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең бөйөклөгөн иҫбатланы
Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын оҙатып, спортсыларыбыҙҙың уңышына бер ҡыуанып, бер көйөнөп тә өлгөрмәнек кеүек, Көньяҡ Кореялағы сираттағы спорт байрамы ла үҙенең сағыу биттәрен ябып, тарихта ҡалды. Беҙҙең икенсе составтағы атлеттар гимнһыҙ, флагһыҙ, нейтраль флаг аҫтында сығыш яһап, ике алтын, алты көмөш һәм туғыҙ бронза миҙалы менән дөйөм күрһәткес буйынса алтынсы урынға сыҡты. Бигерәк тә Олимпия уйындарында иң сағыу спорт төрҙәренән һаналған хоккей буйынса төп призды яулап, Рәсәй йыйылма командаһы уйындарҙың һуңғы ярыш көнөнә ҙур нөктә ҡуйҙы.

Ә бит бынан 26 йыл элек, СССР тигән ҙур илебеҙ тарҡалған мәлдә, шулай уҡ беҙҙең хоккейсылар нейтраль флаг аҫтында һуңғы тапҡыр Олимпия уйындарының алтын миҙалын яулағайны. Ул ваҡытта составта хәҙерге билдәле тренер Вячеслав Быков, Дарюс Каспа­райтис, Дмитрий Юшкевич, Ан­дрей Коваленко, Алексей Жам­нов, Андрей Хомутов, Вячеслав Буцаев, Сергей Зубов, Алексей Ковалев, Виталий Прохоров, Ни­колай Борщевский, Алексей Жит­ник, Владимир Малахов, Дмитрий Миронов, Николай Хәбибуллин, Андрей Трефилов, Игорь Болдин, Сергей Петренко һәм яҡташыбыҙ Игорь Кравчук БДБ (Берләшкән дәүләттәр берләшмәһе) тип атал­ған ил өсөн чемпион исемен алғайны. Һуңынан Рәсәй хоккейсылары 1998 йылда «көмөш»лө һәм 2002 йылда «бронза»лы ғына була. Бынан дүрт йыл элек үҙебеҙҙә уҙған уйындарҙа «иң-иң» хоккейсыларҙан ғына тупланған командабыҙ мәсхәрәле рәүештә сирекфиналдан да үтә алмай, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Ундағы булған бар хатаны ла иҫәпкә алып, Рәсәй командаһы етәкселеге шул ваҡыттан уҡ Олимпия уйындарына әҙерлек башлай. Тағы килеп НХЛ бостары Олимпия уйындарына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтып, унда хоккейсыларын ебәрмәҫкә ҡарар итә. Улар булмағанға күрә уйындар бер аҙ әһәмиәтен юғалт­һа ла, ҡатнашасаҡ командалар көс яғынан тигеҙләшә төшә. Ана бит, немецтар үҙ чемпионатынан ғына тупланған состав менән Швеция, Канада егеттәрен еңеп, хатта беҙҙе лә «осора» яҙҙы… Ярай әле башҡа көстәр беҙгә ярҙамға килде. Инде еңелдем тигәндә, Никита Гусев команданы ҡотҡара һәм өҫтәмә ваҡытта ла уның ярҙамында Кирилл Капризов Рәсәй командаһына алтын миҙал яулау бәхетен татыта. Еңеү. Көтөп, һағынып алған еңеү. Тик нисектер, элекке һымаҡ үрә һикереп, ҡыуанғандар тойолманы… Нимә­лер етмәгән кеүек тойолдо... Нисек кенә булмаһын, илебеҙ хоккейсылары үҙ тарихында тәүгә чемпион булды, тиһәк тә яҙыҡ түгел. Афарин!
«Алтын»дың икенсеһен конькиҙа фигуралы шыуыуҙан 15 йәшлек Алина Заһитова яуланы. Икенсе урынға сыҡҡан Евгения Медве­дева ла юғары баһаға лайыҡ ине лә, тик хөкөм итеүселәр «алтын»ды икегә бүлмәҫкә булды. Шулай уҡ уйындарҙы тамамлап, һәр ваҡыттағыса, саңғынан алыҫ араға йүгереүҙә «саңғы корол­дәрен» билдәләйҙәр. Был йәһәттән элек-электән беҙҙекеләрҙең һы­натҡаны юҡ. Уҙған уйындарҙа ла Рәсәй саңғысылары бөтә пьедесталды яулап, барыһын да хайран иткәйне. Александр Легков – «алтын», Максим Вылегжанин – «көмөш» һәм Илья Черноусов «бронза»лы булды. Был юлы ла чемпион булыу өсөн Александр Большуновҡа саҡ ҡына тәжрибә етеңкерәмәне. Ул, фин спортсыһынан 10 секундҡа ғына ҡалышып, икенсе урын яулай һәм өс көмөш, бер бронза миҙалы менән Рәсәй генә түгел, союз тарихында ҙур уңышҡа өлгәшкән тәүге спортсы булып танылды. Өсөнсө булып финишҡа йәнә беҙҙең саңғысы Андрей Ларьков килә. Ғөмүмән, илебеҙ ҡумтаһына миҙалдарҙың яртыһын саңғысылар килтерә.
Спринт (ир-ат). А. Большунов – бронза миҙал.
Спринт (ҡатын-ҡыҙ). Юлия Белорукова – бронза.
15 саҡрым араға йүгереү (ир-ат). Д. Спицов – бронза.
Эстафета (ҡатын-ҡыҙ). Н. Непряева, Ю. Белорукова, А. Седова, А. Нечаевская – бронза.
Эстафета (ир-ат). А. Ларьков, А. Большунов, А. Червоткин, Д. Спицов – көмөш.
Команда спринты (ир-ат). Д. Спицов, А. Большунов – көмөш.
Марафон (ир-ат). А. Большунов – көмөш.
А. Ларьков – бронза.
Бынан тыш, улар ике тапҡыр дүртенсе күрһәткескә лә өлгәшә.
Башҡа төргә килгәндә, конькиҙа фигуралы шыуыуҙан команда беренселегендә – көмөш, ҡатын-ҡыҙҙар ярышында – алтын һәм көмөш, фристайлдан – ике бронза, конькиҙа йүгереүҙән – бронза, шорт-тректан – бронза һәм хок­кей­ҙан – алтын миҙал. Тағы керлингтан тарихи бер бронза миҙал бар ине лә. Әлеге лә баяғы спортсыбыҙҙың пробаһында тыйылған препарат табылып, әлегә, тикшереү бөткәнсе, наградалары алынып торҙо. Тағы бер бобслеисткабыҙҙың да, ғәйеп табып, ярышта яулаған күрһәткесен юҡ иттеләр. Шуғалырмы инде, Олимпиаданы ябыу тантанаһында ҡайтарылырға тейеш булған флагыбыҙҙы тотоп сығыуҙы тыйып торҙолар.
Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең спортсылар лайыҡлы сығыш яһап, булған көстәре менән 17 миҙал яулауға өлгәште.
Ә инде Норвегия атлеттары, 14 алтын, 14 көмөш һәм 11 бронза миҙал яулап, үҙ иленең яңы тарихи битен асты. Уларҙың саңғысыһы, 37 йәшлек Марит Бьорген ошо уйындарҙа ғына ике «алтын», бер «көмөш» һәм ике «бронза»лы булып, дөйөм миҙалдар һаны буйынса данлыҡлы Уле-Эйнар Бьорндален менән Бьорн Дэлиҙы ла уҙып китте. Хәҙер уның иҫәбендә – һигеҙ алтын, дүрт көмөш һәм өс бронза миҙал. Шулай уҡ Германия спортсылары ла 14 алтын, 10 көмөш һәм 7 бронза миҙалға эйә булды. Өсөнсө күрһәткескә Канада олимпиясылары (11 алтын, 8 көмөш, 10 бронза миҙал) өлгәште. Беҙҙең бөтә йәһәттән дә төп дәғүәсебеҙ – АҠШ спортсылары – 9 алтын, 8 көмөш һәм 6 бронза миҙалы менән дүртенсе.
Чехиянан Эстер Лидецкая ике төр ярышта ике еңеү яулап, үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы. Ул башта тау саңғыһының бер төрөндә беренсе урынға сығып, һуңынан сноубордта ла «алтын»лы була. Венгрия спортсылары шорт-тректан команда беренселегендә алтын миҙал яулап, үҙ тарихында тәүгә ҙур уңышҡа өлгәшә. Уйындар хужаһы – Көньяҡ Корея спортсылары 5 «алтын», 8 «көмөш» һәм 4 «бронза»ға эйә. Дөйөм­ләштереп әйткәндә, ярышта уйнатылған 102 «алтын»дың тәмен 21 ил вәкиле татый. Ә инде призер­ҙар исемлегенә 30 ил спортсылары инә.
Шулай итеп, был спорт байрамы ла артта калды. Киләһе Ҡышҡы уйындар Ҡытайҙа уҙасаҡ. Ҡытай­ҙар тигәндән, улар күршеләрендә уҙған ярыштарҙа бер алтын, алты көмөш һәм ике бронза миҙал алды.
Әйткәндәй, яңыраҡ Рәсәй Пре­зиденты В. Путин уңышҡа өлгәшкән спортсыларға ­– миҙалдар, ә Д. Медведев машина асҡыстары тап­шырҙы. Яҡташыбыҙ Семен Елистратов II дәрәжә «Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зуба­рев, баш­ҡа уйынсылар кеүек үк, Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды.

Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 6-03-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 146
|
  • Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!
  • Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ
  • Рәсәй 20 йылда үҙ позицияһын ҡайтарҙы
  • Рәсәй студенттары киләсәккә өмөт уята
  • Рәсәй студенттары икенсе йөҙгә аяҡ баҫты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM