RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйерле сәғәттә, «Өфө»!

25.12.2010 Хәйерле сәғәттә, «Өфө»!

Хәйерле сәғәттә, «Өфө»!Шулай итеп, футбол да футбол, тип һөрән һала торғас, Башҡортостанда ниһайәт, яңы үрҙәр яуларҙай яңы команда донъяға килде. Уға исем эҙләүҙә республикабыҙҙың бөтә халҡы әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең редакцияның телефоны ла шылтырауҙарҙан бушаманы. ҡайҙан ғына ниндәй генә тәҡдимдәр алманыҡ... Шуныһы ҡыуандырҙы, беҙҙә хоккей ғына түгел, футбол уйынын да ныҡ яраталар икән. Халыҡ спорт менән йәшәгәненә инандыҡ.
«Өфө» тигән футбол командаһының тыуған көнө булып 23 декабрь һаналасаҡ. Ошо көндө «Башинформ» агентлығында уның исем туйы үтте. Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионында сығыш яһаясаҡ «Өфө» клубының баш тренеры итеп билдәле уйынсы Андрей Канчельскис тәғәйенләнде. Футбол донъяһындағы билдәле белгес Анатолий Бышовец консультанты буласаҡ. Әлеге ваҡытта яңы команда тәжрибәле уйынсыларҙы йәлеп итеү өҫтөндә баш вата. Шулай итеп, хәйерле сәғәттә, «Өфө»! Хоккейҙағы «Салауат Юлаев»ҡа ҡыуанған һымаҡ, «Өфө» лә Рәсәйҙең күгенә сөйөлөр тип ышанғы килә.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына