НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » КХЛ тәнәфескә туҡтаны

КХЛ тәнәфескә туҡтаны


КХЛ тәнәфескә туҡтаны«Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы дүрт осрашыуҙа, дәғүәсе ҡапҡаһына бары биш гол индереп, бер генә еңеү яулай.
Магнитогорскиҙың «Металлург»ын һанамағанда, улар хатта «Адмирал», «Амур» һәм дә Ҡытай клубының һағын үтә алмай, дүрт кенә тапҡыр уңышҡа ирешә ала. Һөжүм дә, һаҡ та юҡ тип әйтерлек.
Беренселек 13 ноябргә тиклем ҡыҫҡа ғына тәнәфескә туҡтаны. Моғайын, ошо ял юлаевсыларға әҙерәк файҙаға булыр тип ышанайыҡ. Сөнки алда уларҙы йәнә дүрт осрашыу­ҙан торған ҡырҙағы уйындар көтә. Өфөләргә һынауҙы «Слован» (28 мәрәй, 12-се урын), ЦСКА (61 мәрәй, 2-се урын), «Локомотив» (51 мәрәй, 4-се урын) һәм «Сочи» (42 мәрәй, 7-се урын) командалары тотасаҡ. Артабан беҙгә «Аҡ барс»тың килеүе көтөлә.
Әлегә турнир таблицаһына күҙ һалғанда, Көнсығыш конференцияһында «Барыҫ» йәнә тиҙлек алып, «Аҡ барс»ты ҡыҫырыҡлап, юғары баҫҡысҡа күтәрелде. Уларҙың иҫәбендә – 57 мәрәй. Икенсе – «Аҡ барс» (56 мәрәй) һәм өсөнсөлә – «Авангард» (53 мәрәй). Беҙҙекеләр 46 мәрәйе менән – алтынсы.
Көнбайышта СКА-ға (81 мәрәй) етеүсе юҡ. ЦСКА менән «Йокерит» клубтары, 61-әр мәрәй яулап, икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә.
Тәнәфес тигәндән, Рәсәй йыйылма командаһы Евротурҙың беренсе этабында ҡатнашыу өсөн Финляндияға юлланды. Унда быйылдан башлап, Рәсәй, Чехия, Швеция һәм Финляндия хоккейсыларынан тыш, Швейцария менән Канада командалары ла ҡатнаша. Составҡа килгәндә, быйыл да Олег Знарок СКА менән ЦСКА клубтары уйынсыларына баҫым яһаны. СКА-нан – 10, ЦСКА-нан 8 хоккейсыға ышаныс белдергән. Шулай уҡ «Локомотив» менән «Аҡ барс»тан – икешәр, «Металлург», «Локомотив» һәм «Салауат Юлаев»тан берәр уйынсыны алды. Юлаевсыларҙың ҡапҡасыһы Андрей Кареевты командаға өсөнсө запас уйынсы итеп саҡырған.

Сығыу ваҡыты 15-11-2017, 06:30 | Ҡаранылар: 31
|
  • Кемгәлер Сочи, ә кемгәлер плей-офф...
  • Дүрт уйында – дүрт мәрәй
  • Һигеҙ уйында – 19 мәрәй
  • Өфөгә Көнсығыштың лидеры килә
  • ҙур спорт тирәләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM