НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»

«Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»


«Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант  йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»
Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәген алма, милли һәм билбау көрәше буйынса дан яулаған спортсыһы бар. Улар төрлө ярыштарҙа үҙ төбәген данлап, еңеү яулай. Ә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында көрәшселәрҙең тотош плеядаһы үҫеп сыҡҡан. Һәр осорҙа бер нисә команда йыйырлыҡ егеттәре булған ауыл әле лә үҙ бәҫен төшөрмәй.
Бөгөн ошо ауылдың ике көрәшсеһе – Рушан ИЛЬЯСОВ һәм Илшат ХӘБИБУЛЛИН менән ярыштар һәм еңеүҙәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ауылығыҙ борон-борондан көрәшселәре менән дан тотҡан. Милли көрәшкә һөйөү һеҙҙең ҡанығыҙҙа барҙыр, тип уйлайым. Тәүге тапҡыр келәмгә сыҡҡанда нисә йәш ине? Был спорт төрөнә нисек килдегеҙ?
Рушан:

– Атайымдың бер туған ҡустыһы Илфат ағайымдың көрәшсе булыуын иҫәпкә алғанда (1988 йылғы Башҡортостан чемпионы – авт.), көрәш рухы ҡанымда, тип әйтә алам. 4 – 5 йәштәрҙә һабантуйҙа көрәш бәйгеһен иҫем китеп ҡарап ултырған фотографиям һаҡлан­ған. Тап шул йылда был спорт төрө менән “ауырыу” йоҡто. Үҫкәс, мин дә ағайым кеүек көрәшсе булам, тип хыяллана инем. Мәктәптә уҡый башлағас, өлкән класс уҡыусыларының күнекмәләрен тәҙрә аша күҙәтә торғайным. 2-се класта спорт залына инергә батырсылыҡ иттем һәм минең өсөн яңы тормош башланды. Көн һайын күнекмәләргә йөрөү, дисциплина, алға ынтылыш мине күп еңеүгә алып килде. Ә тәүге еңеүҙе яулағанда 11 йәштә инем, 4 – 5 йәшкә өлкәнерәк малайҙар менән илай-илай көрәштем һәм маҡсатыма ирештем.
Илшат:
– Өс йәштә, ауыл һабантуйында оло ағай­ҙар әйҙәләгәс, келәмгә сыҡтым. Нисә бала көрәшкәнбеҙҙер, хәтерләмәйем, ә бына еңеүем иҫтә ҡалған. Күңелем был спорт төрөнә тартылһа ла, етди итеп 12 йәштә генә күнекмәләргә йөрөй башланым. Шул уҡ йылда республика кимәлендәге ярышта 3-сө урын яуланым.
– Күп спортсы, шулай уҡ бейеүселәр ҡаты йәрәхәттәрҙән һуң яратҡан шөғөлөн ташлай. Һеҙҙе лә йәрәхәттәр урап үтмәгәндер?..
Рушан:

– Спорттың һәр төрөндә лә йәрәхәттәр һағалап тора. 2004 йылда Ғафури районында үткән турнирҙа тәүге әйләнештә үк умрау һөйәгемде һындырҙым. Был осраҡта ғәйеп тулыһынса миндә ине: спорт залы һыуыҡ, тренерым Илдус Йәғәфәр улы тәнде яҙҙырыу өсөн алдан күнекмәләр эшләргә ҡушты. Бала саҡта үҙ һүҙле лә, үҙ көсөңә ышаныусан да булаһың бит, тыңлашманым. Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды, хәҙер келәмгә сығыр алдынан мотлаҡ махсус күнегеүҙәр эшләйем.
Илшат:
– Ҡулымды ла һындырҙым, тубыҡ һөйәген дә бер нисә тапҡыр йәрәхәтләгәнем булды. Атай-әсәйем ҡаршы булған осраҡта ла спортты ташламаным. ныҡышып, күнекмәләргә тотона инем. Йәрәхәт менән күнекмә эшләп булмай, әммә башҡаларҙы ҡарарға булһа ла спорт залына барам.
– Ярышташығыҙҙы йәрәхәтләгәнегеҙ булдымы?
– Күнекмәләр ваҡытында еңергә генә түгел, еңелергә лә өйрәнәбеҙ. Дөрөҫ йығылырға, дөрөҫ ташларға. Тәжрибәле көрәшселәр дәғүәсеһен имгәтмәй. Көрәшкә етди ҡарамаған, уны уйын итеп кенә күреүселәр келәмгә сыға ла йәрәхәтләнә. Шуға күрә бындай осраҡтар һабантуйҙарҙа йыш осрай.
– Башҡаса көрәшмәйем, тигән уй килмәйме?
Илшат:

– Бала саҡта булғылай ине. Күнекмәләрҙән һуң бәләкәйҙәрҙән спорт залын йыйыштыртыу, көрәш түшәктәрен урынына ташытыу – яҙылмаған закон. Беҙ инде баш бирмәгән булып маташабыҙ, үпкәләйбеҙ. Бер нисә көн үҙһүҙлеләнеп, күнекмәләргә йөрөмәй инем. Бер аҙҙан онотола ла, ҡабат барам.
Рушан:
– Ярыштар ваҡытында төрлө ғәҙелһеҙлеккә осрағанда бындай уйҙар булып ала ине. Хәҙер инде ҡыҙыу саҡтар үтте, мине үпкәләтеүе ауыр. Ғаилә ҡорғас, туғандарым, спортты ташларға, ныҡлы донъя көтөргә кәрәк, тип өгөтләй башлағайны, яуабым ҡәтғи булды. Спорт бер ваҡытта ла тормошҡа ҡамасау түгел.
– Ә спортта ғәҙелһеҙлектәр йыш буламы?
– Осрап тора. Быйыл ғына республика кимәлендәге турнирҙа ике тапҡыр таҙа еңеү иҫәпкә алынманы. Судьяның “үҙ” кешеләре булһа, уларҙы еңеүсе итер өсөн асыҡтан-асыҡ яҡлашыуҙар була. Үпкәләп, ярыш майҙанын ташлап сығып киткән осраҡтар ҙа бар, һүҙ ҙә көрәштерәбеҙ. Мәктәп йылдарында кешегә күрһәтмәй генә ултырып илаған саҡтар булды. Ҡайһы бер тренерҙар үҙ көрәшселәренә мәрәй өҫтәтеү өсөн бәхәс ҡора. Илдус Йәғәфәр улы бер ҡасан да ундай аҙымға барманы. “Бәхәсләшергә урын ҡалмаҫлыҡ итеп еңегеҙ”, – ти ул.
– Спортсының уңыштары – тренерҙан, тиҙәр...
Рушан:

– Минең барлыҡ уңыштарым, ҡаҙаныштарым – Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершиндың тырышлығы һәм эшенең һөҙөмтәһе. Күңелем төшкән саҡта спортты ташламаҫҡа өйгә лә килеп өгөтләне, тимәк, минең мөмкинлектәремде алдан белгән, күргән. 8-се класта уҡығанымда, атай-әсәйемдән ризалыҡ алып, өлкәндәр ярышына йөрөтөргә тотондо. Был ҙур тәжрибә, уңышлы алым булған, шуны хәҙер аңлайым. Ваҡытында ауыр булһа ла, унан һуң тиңдәштәр менән көрәшеү күпкә еңел була башланы.
Ярыштарҙа кемдәр генә мине үҙ тәрбиәләнеүсеһе итеп күрһәтергә тырышманы, барыбер, төҙәтеп, Илдус ағайҙың исемен яҙып китә инем.
Илшат:
– Күнекмәләрҙән тыш, ауырлыҡ категорияһын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Илдус Йәғәфәр улы был яҡтан талапсан, бер нисә ай алдан уҡ иҫкәрмәләр яһай. Күп спортсы бер аҙнала ябыға, ә ул һаулыҡ өсөн зарарлы, тип, яйлап эш итергә ҡуша. Хәлһеҙлек булмаһын, организмға стресс яһамаҫ өсөн тренерҙың кәңәше урынлы икәнен аңлайбыҙ.
– Спорт йүнәлешендә махсус белем алыу теләге булманымы?
Рушан:

– Бар ине, Стәрлетамаҡ физкультура институтына саҡырыу ҙа булғайны. Мин Өфөнө һайланым һәм Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамланым. Тәүге курстан уҡ тренер Ирәндек Наил улы Байназаровҡа көрәш секцияһын тергеҙергә, күнекмәләр үткәрешергә ярҙам итеп йөрөнөм. Хәҙер инде Башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус курсында уҡырға тәҡдим бар.
Илшат:
– Ауыл егеттәренең күбеһе әллә ни белем алырға атлығып бармай бит, мин дә, мәктәпте тамамлағас, уҡырға инеү тураһында уйламаным. Әлеге ваҡытта вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөйөм.
– Тренер булып, йәш быуынды келәмгә сығарыр инегеҙме?
Илшат:
– Был – ҙур яуаплылыҡ, батырсылыҡ итә алмаҫ инем, моғайын.
Рушан:
– Ә миндә теләк бар. Күптән түгел Өфө районының Шамонин һәм Жуков ауылдарында көрәш секцияһы асыу тураһында тәҡдим булды. Әгәр был тормошҡа аша икән, мин эшләргә ҡуш ҡуллап риза.
– Һеҙ инде байтаҡ еңеү яулаған тәжрибәле көрәшселәр иҫәбендә. Һаман да күнекмәләр мөһим булып ҡаламы?
Илшат:
– Күнекмә һәр ваҡыт мөһим, тик вахта ысулы менән эшләгәс, ял осоронда ғына эләгә. Шуғалыр ҙа уңышһыҙ сығыштар йыш була. Еңеү өсөн мотлаҡ тырышырға кәрәк.
Рушан:
– Мәктәп һәм студент йылдарында көн һайын күнекмәләр була ине. Хәҙер инде ул саҡтарҙы һағынып ҡына һөйләргә ҡалды. Эштән һуң, арығанда күнекмә эшләү файҙаһыҙ, шулай ҙа йүгерергә ваҡыт бүләм. Шуға күрә күберәк техника һәм тәжрибәгә таянып эш итергә тура килә. Ә етди ярыштар алдынан көн аша булһа ла күнекмәләр яһайым. Егеттәр менән алдан һөйләшеп, ял һәм байрам көндәрендә ауылға ҡайтып, мотлаҡ Илдус ағай янына йыйылабыҙ. Ул һаман да беҙгә кәңәштәре менән ярҙам итә.
– Спортта талант кәрәкме әллә тырышлыҡ менән күнекмәләр ҙә етәме?
– Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе. Ҡайһы саҡта келәмгә таҙа, көслө егеттәр сыға ла, көрәш техникаһын белмәй, еңелә. Йәки, киреһенсә, барлыҡ алымды ла белә, ә таһыллығы етмәй. Еңеүҙә бик күп фактор мөһим роль уйнай, осраҡлыҡ та яҙмышты хәл итә.
– Төрлө еңелеү була, ҡайһы саҡта күңел уларҙы ауыр ҡабул итә?
– Әйтеүебеҙсә, осраҡлыҡ та булыуы мөмкин. Көрәш тамамланыр алдынан ғына еңелеү ауыр. 5 – 10 секунд ҡалғанда еңелһәң, бик оҙаҡ уйланып, хаталарҙы эҙләп, йоҡлай алмай борсолаһың, баштан сығарып булмай. Шулай уҡ Рәсәй һәм төбәк-ара турнирҙарына һайлап алыу турынан төшөп ҡалғанда ҡыйын. Һәр спортсының хыялы, маҡсаты Рәсәй чемпионы булыу бит.
– Ярышташыңдың көрәш алымдарын, характерын белеү өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
– Бер сығып көрәшеүен ҡарау ҙа етә. Шулай ҙа хәйләкәр спортсылар ҙа осрай. Һинең алымдарыңды өйрәнеп, финалға еткәнгә тиклем үҙ алымдарын күрһәтмәй. Бөтә оҫталығы тап һине еңер өсөн һаҡлана. Был инде тәжрибәле, көслө һәм ысын ике көрәшсенең ярышы була. Хәүефле, сәмле, әммә ҡыҙыҡлы көрәш шулай үтә. Был осраҡта һәр хәрәкәтте, аҙымды күҙ уңында тоторға кәрәк.
– Һабантуй – ул байрам, ә турнирҙар үтә лә яуаплы мәл. Ундағы алыштар айырыламы?
Илшат:

– Кемгә нисектер, минең өсөн тыуған ауылда, районда көрәшеү күпкә яуаплыраҡ. Туғандарым ҡарай, яҡташтар баһалай. “Ҡайҙалыр барып еңеп ҡайтты ла, бында әллә кемдән еңелеп тора! Уның спорт мастеры булыуын әйтәйем...” – тигән һөйләшеүҙәр булғаны бар.
Рушан:
– Был, ысынлап та, шулай. Бишкә ноль иҫәбе менән еңһәм дә, әсәйем мәрәйҙәр буйынса еңеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Беҙҙең ауылда көрәштә таҙа еңеү генә баһалана. Һәр еңеү шатлыҡ тойғоһо бирә. Һабантуйҙар, төрлө йыйындағы көрәш – ҙур турнирҙар өсөн әҙерлек этабы ул. Ә республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштар алдынан күнекмәләрҙә ауыр. Нимәлер килеп сыҡмай кеүек, тулҡынланаһың. Хатта, баш тартырғамы әллә, тигән уйҙар килә башлай. Был осраҡта үҙеңде ҡулға алырға, психологик яҡтан үҙеңде еңергә өйрәнергә кәрәк.
– Нисә йәшкә тиклем көрәшергә ниәт­ләйһегеҙ?
Илшат:

– Әле туҡтарға иҫәбем юҡ.
Рушан:
– Тағы ла 3 – 4 йыл көрәшергә уйлайым. Келәмдән китеүе ҡыйын ул, берәй ярышҡа бара алмаһаң да, күңелгә ҡыйын булып, ниҙер етмәгән кеүек тойола.
– Улдарығыҙҙың көрәшсе булыуын теләр инегеҙме?
– Әлбиттә! Үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш кәрәк бит!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, егеттәр! Алда һеҙҙе ҙур еңеүҙәр көтһөн!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 23-08-2017, 15:00 | Ҡаранылар: 187
|
  • “Тормош – ул үҙе үк көрәш”
  • "Спорт– ул сәнғәт, оло мәҙәниәт
  • Спорт донъяһында – яңы “Башҡорт”
  • Ҡыҙҙар сыҡты келәмгә
  • Гүзәл бар яҡтан да гүзәл
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM