НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"

Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"


Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"Баймаҡ районында үткән"Башҡорт йәштәре йыйыны"н данлыҡлы баһадир, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин үҙенең сығышы менән биҙәне.

.. Шәмбе кисе. Ҡояш ҡыҙҙыра, күп кенә саралар уҙҙып та китте, ләкин кешеләр таралышмай әле. Бына Силәбе өлкәһе номерҙары менән "Шкода" автомобиле килеп туҡтаны. Кем ул тиерһегеҙ - Эльбрус Ниғмәтуллин үҙе!
Бындай мөмкинлекте беҙгә, журналистарға ҡайҙан ҡулдан ысҡындырыу ти! Артынан йүгерҙек. Алыҫ юлдан килгән кешене борсомай торҙоҡ, ситтән күҙәтәбеҙ.
Бына Эльбрус Хәмит улы сәхнә алдына йүнәлде. Өс автомобиль килеп туҡтаны. "Былай ҡуйһаҡ, һөҙәктән уйһыуға машина үҙе китәсәк. Әйҙә ошолай ҡыяраҡ ҡуяйыҡ, тауға ҡарай тартырмын", - ти батыр. Күбә арҡаны кеүек йыуан канат, бер яҡ ситтә йөк машинаһының тәгәрмәсен ҡаҙыҡтар менән нығыталар - батыр уға аяғын терәйәсәк.
Әңгәмәләшәбеҙ. "Егерме йылдан ашыу пауэрлифтинг менән шөғөлләнәм. барыһы ла бала саҡтан килә. Үҙегеҙҙең хыялды бала саҡтан үҫтерегеҙ", - ти баһадир. "Әле ошо сығыш минең киләһе аҙнала үтәсәк рекорд өсөн күнекмә буласаҡ. Мин һауа шары -аэростатты 50 метр бейеклектән ергә тартып төшөрөргә ниәтләйем", - тип һөйләне ул.
... Кешеләр яҡынға йыйылды, батырҙы уратып алды. "Һай-һай!" тигән ҡеүәтләү аҫтына Эльбрус Ниғмәтуллин тамашаны башланы. Тәүҙә бер автомобиль... Батыр бирешмәй, арҡанды еңел генә итеп һөйрәтә. Бил биртенмәһен өсөн яҫы күн ҡайыш быуған.
... Бына икенсе автомобилде тағалар. Водителдәре тормозға баҫып ултырһа ла, Ниғмәтуллин бирешмәй.
... Бына өсөнсө машина - ләкин Эльбрус батыр ҡеүәтле паровоз һымаҡ өсәүһен дә дөрмәкләтеп һөйрәтә!

Бик фәһемле тамаша булды был. Кеше ихтыяры көсө, хыял маҡсаты күренде... Эльбрус Хәмит улы менән иҫтәлеккә фотоға төшөүселәр байтаҡ булды. Батыр үҙе инәлтеп тормай, бик ихлас кеше икән...
Был көндө шулай уҡ билдәле бокссы Денис Шафиҡов, каратэ буйынса Рәсәй чемпионы Илфат Әмиров һәм ADCC грэпплинг Федерацияһы президенты Динар Аҡмырҙин да сығыш яһаны, автографтарын таратты.

Сығыу ваҡыты 31-07-2017, 11:27 | Ҡаранылар: 120
|
  • Иң көслө кеше Баймаҡҡа киләсәк
  • Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекордҡа әҙерләнә
  • Ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғата алған
  • Эльбрус Ниғмәтуллин бер үҙе 6 трамвайҙы һөйрәтәсәк
  • Эльбрус Ниғмәтуллин – Баймаҡта!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM