RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көрәштән келәм арыны…

11.12.2010 Көрәштән келәм арыны…

Көрәштән келәм арыны…Салауат ҡалаһының «Олимпийсы» спорт-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһының беренселеге үтте. Ярышҡа төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан 220-нән ашыу көрәшсе килде. Уларҙың араһында билбау көрәше буйынса өс тапҡыр донъя, милли көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Юрий Сабанов, донъя, Рәсәй чемпиондары Рәзиф Аҡсурин, Әсләм Хафизов кеүек атаҡлы спортсылар ҙа бар ине.
Әйтергә кәрәк, республика чемпионаты еңеүселәренән ҡаҙанға Рәсәй беренселегенә барыусылар асыҡланырға тейеш ине. Шуға ла һәр ауырлыҡ категорияһында көрәш көсөргәнешле барҙы. Хатта уҙған чемпионатта аяғын йәрәхәтләгән, оҙаҡ келәмгә сыҡмаған Юрий Сабанов, аҡһап тиерлек көрәшеп, финалға тиклем барып етте. Бында бер мәрәй өҫтөнлөк менән генә уның күптәнге дәғүәсеһе Әсләм Хафизов еңде. Иң ҙур ауырлыҡ төркөмөндә (100 килограмдан ашыу) нәҡ ошо икәү беренсе-икенсе урындарҙы бүлеште. Үкенескә күрә, был чемпионатта ла Салауаттан бер кем дә призерҙар исемлегенә инә алманы. Ә былай ҡалала өмөтлө генә йәш көрәшселәр бар. Уларҙы 21-се мәктәптең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Илдар Ильясов көрәшергә өйрәтә. Ә бына Салауат райо­нынан тренер Адик Нурмөхәмәтов алып килгән Руслан Йосопов 16 –18 йәшлектәр төркөмөндә үҙ ауырлығы категорияһында 29 кеше араһында беренсе урынды алды.
Бына улар чемпиондар: өлкәндәр араһында Рушан Ильясов, (60 кг, Өфө), Вадим Зөлҡәрнәев (65 кг, Өфө), Илшат Ғазин (70 кг, Сибай), Ринат Заһиҙуллин (75 кг, Өфө), Азат Ғәзизов (80 кг, Өфө, БДАУ), Алмас Әсәҙуллин (85 кг, Учалы), Илдар Моратов (90 кг, Стәрлетамаҡ), Рәзиф Аҡсурин (100 кг, Өфө), Әсләм Хафизов (100 килограмдан ашыу, Мәсетле районы).
Йәштәр (16 – 18 йәш): Илнур Нәжметдинов (50 кг, Саҡмағош), Руслан Йосопов ( 55 кг, Салауат районы), Илнур Ғайнанов (60 кг, Өфө), Илшат Зәкрин (65 кг, Нефтекама), Артур Зөлҡәрнәев (70 кг, ҡыйғы районы), Фәрит Морсалов ( 75 кг, Мәләүез), Илсур ҡантимеров (80 кг, Өфө), Руслан Шәйхетдинов (80 килограмдан ашыу, Өфө).
Йәмил БУРАНҒОЛОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына